RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бәшмәк йыйыу осоро етә Нисек ағыуланмаҫҡа?

15.08.2018 Бәшмәк йыйыу осоро етә Нисек ағыуланмаҫҡа?

Бәшмәк йыйыу осоро етә Нисек ағыуланмаҫҡа?
Йәй аҙағы-көҙ башы – бәшмәк йыйыу осоро. Арабыҙҙа тәжрибәле бәшмәкселәр күп. Улар һәр эшләпәле аҙыҡты үҙенең биш бармағындай яҡшы белә. Ләкин уҫаҡ бәшмәген ағыулы бәшмәктән айырмаусылар ҙа бар бит әле. Шулай уҡ үҙҙәрен тәжрибәле бәшмәксе һанаусылар ҙа яңылыштан ағыуланып ҡуйыуы ихтимал.
Бәшмәк – ит, май, еләк-емеш хатта дарыу­ҙы ла алмаштыра алған берҙән-бер тәбиғи аҙыҡ. Был фәнни раҫланған.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бәшмәк ашарға яратҡан кешеләрҙең ғүмере оҙоная һәм төрлө ауырыуҙарға – диабетҡа, аллергияға, ревматизмға, яман шешкә лә ҡаршы тороу көсө арта.
Бының сәбәбе бәшмәктәге лецитинда, ти ғалимдар. Баҡтиһәң, тап шул матдә насар холестериндың ҡан тамырҙарында йыйылыуына ҡамасаулап, атеросклероздан һаҡлай. Бәшмәк нерв епсәләренә һәм һөйәктәргә кәрәкле фосфор кислотаһына ла бай. Һары бәшмәктә (рыжик) һәм опяталарҙа сир тыуҙырыусы бактерияларҙың үҫешен тотҡарлаусы матдәләр бик күп.
Ҡыҙыҡ инде: ауыр аҙыҡ тип иҫәпләнгән (һәм ысынында шулай) бәшмәк аҙыҡ эшкәртеүгә булышлыҡ итә, сөнки унда майҙарҙы һәм күҙәнәклекте тарҡатҡан ферменттар бар.
Аҡ һәм һары (селтәр) бәшмәктә поливитаминдар күп. Мәҫәлән, һары бәшмәктә (лисички) С витамины ҡарағат, һарымһаҡ, лимондағынан кәм түгел. Ә аҡ һәм бүрекбашта (сморчки) D витамины һары майҙағы кеүек тиерлек.
Файҙалы һәм тәмле булһа ла, шул уҡ ваҡытта иң хәүефле аҙыҡтарҙың береһе. Йыл һайын әллә күпме кеше бәшмәктән ағыулана.
Һаҡ булығыҙ!

Бәшмәк – бик тиҙ боҙола торған аҙыҡ. Йыйғандан һуң дүрт сәғәт үтеүгә унда тарҡалыу процесы башлана. Ике һыуҙа бешерергә кәрәк – тәүгеһен ҡайнап сығыу менән түгегеҙ.
Кәстрүл төбөнә төштө икән, тимәк, бешкән.
Ағас һауытта тоҙлап, һалҡын ерҙә һаҡлағыҙ. Һауыттың ҡапҡасы герметик булмаһын. Сөнки бәшмәктә ботулизм сирен тыуҙырыусы споралар ҡалһа, тимер ҡапҡас менән ябылған осраҡта, уларҙан токсин бүленәсәк.
Ашҡаҙан, эсәк, бауыр ауырыуҙары, диабет менән яфаланған кешеләргә бәшмәк ашарға рөхсәт ителмәй. Хәйер, түбән кислоталы гастрит менән сирләүселәр өсөн бәшмәк һурпаһы файҙалы ла булыуы ихтимал – аҙыҡ эшкәртеү һуттарының бүленеүенә булышлыҡ итә.
Ҡайһы берәүҙәр бәшмәк ашағандан һуң артынса алкоголле эсемлек эсеп ебәрә. Йәнәһе лә, әгәр бәшмәк ағыулы булһа, араҡы уның зарарын кәметә. Был төптө хата ҡараш! Киреһенсә, спирт ағыуҙың ҡанға һеңеүен тиҙләтә, ағыуланған осраҡта, хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрәсәк.

Аҡ бәшмәк тә ағыулай ала

Белеп ҡуйығыҙ: таныш бәшмәкте лә ашап, ағыуланырға мөмкин. Көн торошона бәйле рәүештә, бәшмәктә файҙалы һәм ағыулы матдәләрҙең кимәле үҙгәрә. Ашауға яраҡлыһында ла микродозаларҙа синиль кислотаһы һәм мышаяҡ бар бит. Йәй ни тиклем эҫерәк, уларҙың кимәле лә шунса күберәк. Юғары температура бәшмәктең тиҙ ҡартайыуына, аҡһымдарҙың тарҡалыуына килтерә. Ә уның сереүенән барлыҡҡа килгән матдәләр “үлек ағыуы”на тиң тиерлек. Шуға ла ашарға яраҡлы бәшмәк менән эҫе көндәрҙә йышыраҡ ағыуланалар. Аҡыллыға – ишара: ҡояш ҡыҙҙырған ваҡытта, бәшмәк йыям, тип ауыҙ асмауың хәйерле.

Әгәр ағыуланһағыҙ
Быны 30 минуттан, бер нисә сәғәттән, хатта ашағандан һуң бер тәүлек үткәс тә түбәндәге симптомдар буйынса белергә мөмкин:
/ эс ауырта, ҡоҫтора, күңел болғана, хәл бөтә, баш ауырта, ныҡ тирләтә, температура күтәрелә;
/ ауыр осраҡтарҙа тән тартыша, кеше иҫен юғалта, һаташа, бәүеле булмай.
Ағыуланыуға шик тыуһа, шунда уҡ “Тиҙ ярҙам” саҡыртығыҙ!
“Тиҙ ярҙам” килгәнгә тиклем ағыуҙың ҡанға һеңеүен кәметергә кәрәк:
/ мөмкин тиклем күберәк һыу эсерергә;
/ тел төбөнә баҫып, ҡоҫторорға;
/ ағыуланған кешене ятҡырып, юрған менән ябырға, аяғына грелка ҡуйырға;
/ тоҙло һыу эсерергә (бер стакан һыуға 1 балғалаҡ тоҙ).
Һәм ашауҙан һуң тороп ҡалған бәшмәкте ташламағыҙ – табипҡа күрһәтегеҙ. Нимә менән ағыуланғанды белгәндә, дөрөҫ дауа тәғәйенләүе еңелерәк буласаҡ.

ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ!
Бәләкәс балаларға бәшмәк ашатмағыҙ! Сөнки уларҙа әлегә был аҙыҡты эшкәртә торған ферменттар юҡ.


/ Ҡарт бәшмәкте йыймағыҙ – унда токсиндар күп.

/ Урманға полиэтилен пакет менән йөрөмәүең хәйерле – һауа булмағанда бәшмәк күҙ асып йомғансы боҙола.

/Сүплектәге, юл буйындағыларын ашар­ға ярамай – тирә-яҡ мөхиттән зарарлы матдәләрҙе үҙенә йыйыу һәләтенә эйә.

Ҡышҡылыҡҡа запас
Бәшмәкте һаҡлауҙың иң еңел ысулы – бешереп, туңдырыу.
Шулай уҡ киптереп тә һаҡлауы уңайлы. Аҡ, ҡайын һәм уҫаҡ бәшмәге бының өсөн иң ҡулайы. Киптерер алдынан йыуырға ярамай, тиҙәр, ә щетка менән яҡшылап таҙартыу ҙа етә. Епкә теҙеп, ҡараңғы, ҡоро ергә элеп ҡуйырға кәрәк. Бер нисә көндән кипкән бәшмәкте алып, ҡоро ерҙә, 7 – 10 градус температурала яҡшы ябылған һауытта һаҡларға кәңәш ителә.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл