RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Асуташ-әсеүташ

22.08.2018 Асуташ-әсеүташ

Асуташ-әсеүташ
Тешкә коронка ҡуйҙырғайным, шуның әллә нимәһе килешмәне. Коронка аҫтындағы теш ҡаҙнаһы елһенеп, шешеп китте, эренләгәндәй ҙә кеүек. Ҡалаға барғанда дарыу­хананан метрогил дента һатып алдым. Инде сығыр саҡта витриналағы “Квасцы жженые” тигән яҙыулы ҡап күҙемә эләкте. Фармацевҡа, был препарат таныш кеүек тойоласы, тигәйнем, һуң, элекке, беҙ бала саҡтағы асуташ бит, ти. Һатып алдым шуны ҡыҙыҡ күреп. Элек ни помада кеүек формала ине, әле онтаҡ рәүешле, ҡаптың тышына, тирләүгә ҡаршы ҡулланыла, тип яҙылған.
Ҡайтҡас, теш ҡаҙнаһына гель һөртәм-һөртәм, ярҙамы теймәй. Көндөҙ артыҡ беленмәй, ятһам, һулҡылдап һыҙлай. Аптырағандың көнөнән бер төн уртаһында шул асуташ (әсеүташ) онтағын ауыртҡан ергә ышҡыным. Бермә-бер килеште лә ҡуйҙы, һыҙлауы баҫылып, тынысланып йоҡлап киттем. Ике көндә теш ҡаҙнаһының шешен ҡайтарҙы. Дауаһы ныҡ килеште.
Бынан башҡа ла асуташтың ярҙамы тейҙе. Улымдың арҡаһына һыт­ҡы­лар сығып ҡаңғыртҡайны. Асуташ онтағын сылатып шул һытҡыларға һөртә торғас, баламдың арҡаһы таҙарып ҡалды. Стоматитты ла асуташ менән бөтөрҙөк. Баҡсала бу­лыш­ҡанда быяла ярсығына бармаҡты ҡырҡҡайным, йәһәт кенә яраны йыуып, асуташ онтағы һиптем – бик тиҙ төҙәлде. Тура тәғәйенләнешендә лә файҙаланабыҙ: ҡултыҡ аҫтын, табанды онтаҡ менән ыуалағанда, артыҡ тирләп йонсомайһың. Бәлки, минең кәңәш берәйһенә ярар, асуташ тағы кемгәлер килешер. Хаҡы ҡиммәт түгел, ә файҙаһы бик ҙур.

Гөлназ БАЙСАРИНА.
Учалы районы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл