RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Хуш еҫле сирень майы

26.06.2018 Хуш еҫле сирень майы

Хуш еҫле сирень майы
Сирень сәскәһенең шифалы үҙенсәлектәре халыҡ медицинаһында күптән билдәле. Унда аскорбин кислотаһы, организмға ыңғай тәьҫир итеүсе эфир майҙары һәм флавоноидтар күп. Был хуш еҫле сәскә тәндең яныуын, ауыртыуҙы һәм ялҡын­һыныуҙы баҫырға һәләтле. Унан ревматизмдан, артриттан, радикулиттан, үксә тибенгеһенән һәм подагранан ярҙам итеүсе сәйҙәр, төнәтмәләр, майҙар һәм кремдар әҙерләй­ҙәр. Сирень майын өй шарттарында ла еңел генә әҙерләп була. Бының өсөн яңы өҙөлгән сирень сәскәһе, үҫемлек майы һәм бер литрлыҡ банка кәрәк.
1. Сәскәләрҙе матур ғына итеп һабаҡтарынан айырып алып, банкаға тултырырға.
2. Үҫемлек майын 40 градусҡа тиклем йылытырға һәм сәскәләрҙе ҡапларлыҡ итеп банкаға ҡойорға.
3. Ҡапҡасын ябып, ике көнгә төнәтергә ҡуйырға.
4. Марля аша майын һөҙөп алырға.
5. Майҙы яңынан йылытырға, тағы яңы өҙөлгән сәскәләр өҫтәргә һәм шулай уҡ төнәтергә ҡуйырға.
6. Етерлек кимәлдә хуш еҫле май алғанға тиклем шулай ҡабатларға.
Был май менән мигрень йонсотҡанда – маңлайҙы һәм сикәләрҙе, ревматизмдан һыҙлаған быуындарҙы ыуырға мөмкин. Уны кремға, лосьонға, шампунға ла өҫтәргә ярай. Халыҡ табиптары сирень майын янған, ҡырҡылған урындарҙы, эренле шештәрҙе, һытҡыларҙы, сиҡанды һәм башҡа тире ауырыуҙарын дауалағанда ҡуллана.
Был шифалы май бронхиттан, һалҡын тейеүҙән, ангинанан, киҙеүҙән дә файҙалы. Уның менән ингаляция эшләргә мөмкин. Сирень сәскәһе нервыларҙы тыныс­ландыра, стрестан һаҡлай. Ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүенән дә хәлде бер аҙ еңелләштерергә ярҙам итә. Бының өсөн төнгөлөккә кизе-мамыҡ туҡыманы майға сылатып алып, компресс эшләргә кәрәк. Өҫтөнән пленка менән уратып ҡуяһың. Ҡан тамырҙары өсөн махсус күнекмәләр ҙә эшләгәндә айырыуса һөҙөмтәле.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл