RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Стрестан ҡотолоу өсөн күберәк йәшел һуған, укроп ашағыҙ

16.06.2018 Стрестан ҡотолоу өсөн күберәк йәшел һуған, укроп ашағыҙ

Стрестан ҡотолоу өсөн күберәк йәшел һуған, укроп ашағыҙ
йәки Ниндәй аҙыҡтар кәйефте күтәрә?

Боронғо Ҡытайҙың аҡыл эйәләре, артыҡ ныҡ ҡыуаныу­ҙан һәм асыуланыуҙан һаҡлан, тип иҫкәрткән. Һуңыраҡ “стресс” тигән төшөнсә барлыҡҡа килгәс, был аҡыллы кәңәш фәнни яҡтан да раҫлан­ған. Психотерапевтар стрес­тан һаҡланыуҙың төрлө ысулын тәҡдим итә, ә диетологтар иһә уға ҡаршы торор­ға ярҙам итеүсе аҙыҡ-түлек менән туҡланырға кәңәш итә.
Билдәле физиолог Ганс Селье әйтеүенсә, һәр стресс – ул организмдың көслө ҡуҙғытыусы фак­тор­ҙарға ҡарата реакцияһы. Ундай факторҙар тормошобоҙҙа бик күп. Еңелсә стресты организм күтәрә ала. Ә бына көслө йәки оҙаҡҡа һуҙылғаны организмды ныҡ ҡына бөтөрә. Уларға депрессия, гипертония, йөрәк ишемияһы, инфаркт, инсульт, шәкәр диабеты кеүек башҡа сирҙәр ҙә ҡушылып китеүе ихтимал. Бөтә ауырыу ҙа нервынан, тигән халыҡ әйтеме бик тә урынлы.
Мейенең нервы күҙәнәктәре серотонин тип аталған гормон бүлеп сығара. Ғалимдар асыҡлауынса, беҙҙең кәйеф туранан-тура уға бәйле. Организмда был гормон ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Етмәй икән, кеше депрессияға бирелә. Шуға күрә диетологтар күберәк серотонинға бай булған банан, слива, киви, помидор, әстерхан сәтләүеге ашарға кәңәш итә.
Дөрөҫ, аҙыҡ-түлек аша ингән серотонин ғына депрессиянан ҡотҡармаясаҡ, сөнки ул мейегә барып етмәҫ элек тарҡалып бөтә. Әммә баш мейеһе күҙәнәгендә серотонин барлыҡҡа килтереүсе тағы бер матдә – триптофан тип аталған аминокислота бар. Уның ярҙамсылары – фолий кислотаһы менән углевод.
Фолий кислотаһы В төркөмө витаминына ҡарай. Ул ҡара-йәшел салат япрағында, йәшелсәләрҙә, йәшел һуғанда, укропта, петрушкала күп. Уларҙы сей килеш, хатта ваҡламайынса мөмкин тиклем күберәк ашарға кәрәк. Әйткәндәй, йәшел тәмләткестәр­ҙә булған фолий кислотаһы ит аҙығындағы триптофанды ла үҙләштерергә ярҙам итә. Юҡҡа ғына итте йәшел һуған, укроп, петрушка менән ҡушып бирмәйҙәр.
Билдәле булыуынса, триптофандың баш мейеһенә үтеп инеүен углеводтар менән туҡлан­ғанда ашҡаҙан аҫты биҙе бүлеп сығарған инсулин гормоны еңелләштерә. Углеводтарға бай аҙыҡтарға икмәк, туҡмас, татлы емеш-еләк, бал инә. Тик бер нескәлеге бар: мейелә триптофандан төҙөлөшө буйынса оҡшаш, әммә йоғонтоһо буйынса ҡапма-ҡаршы булған ике гормон барлыҡҡа килә. Иртәнсәк, мейенең билдәле бер өлөштәре шатлыҡ гормоны – серотонин бүлеп сығарыуға көйләнә. Кискеһен иһә триптофандан йоҡо гормоны – мелатонин бүленә. Тимәк, кискелеккә углеводҡа бай аҙыҡтарҙы ашауҙың файҙаһы булмаясаҡ.

Шоколад – антидепрессант


Шоколад яратҡан кешеләр уны ашағандан һуң кәйеф күтәрелеп китеүен яҡшы белә. Был иһә шоколадтан алынған “анандамид” тигән матдә менән бәйле. “Ананда” һүҙенең тәржемәһе “бәхеттең етенсе ҡатында булыу” тигән мәғәнә бирә. Тимәк, иртәнсәк бер стакан какао нервы системаһын нормаға килтерергә, эшкә һәләтлелекте көсәйтергә, тыныс­ланырға ярҙам итәсәк. Бер нисә ҡара шоколад киҫәге лә ошо уҡ ролде үтәй.
Бынан тыш, туҡланыу рационында магний әҙ булһа, кеше һәр саҡ көсөргәнеш хәлендә йөрөй. Иң тәү сиратта йөрәк-ҡан тамыр­ҙары, нервы системаһы зыян күрә. Көнбағыш, етен орлоғо, кунжут, мәк, сәтләүектәрҙең һәр төрө, ҡу­ҙаҡлылар, ҡара шоколад, ҡарабой­ҙай менән һоло, бойҙай магнийға бай. Был файҙалы матдә айырыуса диңгеҙ кәбеҫтәһендә, ҡарбузда, укропта, петрушкала, шпинатта һәм ҡуҙғалаҡта күп.
Бына ни өсөн инглиздәр иртәнсәк һоло бутҡаһы ашай. Ул шулай уҡ организм өсөн файҙалы булған кальций менән фосфорға бай. Ҡарабойҙайҙа магний һоло бутҡаһына ҡарағанда ла күберәк. Шунлыҡтан был ике ярманы көн аша алмашлап ашарға кәңәш итәләр.
Шулай итеп, иртәнге ашҡа һоло йә ҡарабойҙай бутҡаһы әҙерләгеҙ, көнөнә бер ус көнбағыш һәм сәтләүек, ике балғалаҡ етен орлоғо йә кунжут ашағыҙ, аш-һыу әҙерләгәндә күберәк йәшел үләндәр ҡулланығыҙ, туҡланыу рационына какаоны ла индерергә онотмағыҙ. Һәм иң мөһиме: үҙегеҙҙе тыныс­ландырырға, ял иттерергә, юҡ-барға көйөп бармаҫҡа өйрәнегеҙ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл