RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Гемоглобинды күтәреү өсөн

Һаулыҡ һаҡлау Гемоглобинды күтәреү өсөн

Гемоглобинды күтәреү өсөн1. Кишер һуты. Бер стакан һутҡа 500 г тирәһе кишер тура килә. Аҙнаһына 3 – 4 стакан эсергә кәңәш ителә.
2. Ер еләге һәм ҡайын еләге. Әлбиттә, ҡайнатылмаған еләк­тәрҙең файҙаһы күберәк.
3. Сөгөлдөр. Уны ҡырғыс аша үткәреп ашарға мөмкин, шулай уҡ һуты ла файҙалы.
4. Бал, әстерхан сәтләүеге, мүк еләгенән әҙерләнгән тәмлекәс – гемоглобинды күтәреүҙең бик яҡшы сараһы. Уларҙы бергә бутап, әҙ-әҙләп ашарға мөмкин.
5. Үләндәр төнәтмәһенең дә файҙаһы ҙур. Икешәр ҡалаҡ кесерткән һәм ҡара бөрлөгән япрағы, өсәр ҡалаҡ һары мәтрүшкә менән ромашка сәскәһе онтағына 700 г ҡайнар һыу ҡойоп, термоста төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр берәр стакан эсергә.
6. Бал менән гөлйемеш төнәтмәһе гемоглобинды күтәреү өсөн генә түгел, дөйөм хәлде яҡшыртыу, иммунитетты нығытыу өсөн дә яҡшы.
7. Туҡланыу рационында ҡара­бой­ҙай, алма, ҡурай еләге, гранат булырға тейеш.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад