RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Яҙ еткәс, ауырыу көсәйә

10.05.2018 Яҙ еткәс, ауырыу көсәйә

Яҙ еткәс, ауырыу көсәйә
Яҙғыһын, оҙайлы ҡыштан һуң организм хәлһеҙләнгән ваҡытта, кешегә һалҡын тейеп, төрлө вирус эләгеп кенә бара. Әҙ генә һыуыҡ елгә эләктеңме, тамаҡ төбө ҡысытып, танауҙан һыу ҡойола ла башлай. Нисек һаҡланырға һәм дауаланырға һуң?
Тамаҡ ауыртҡанда иң яҡшыһы – дарыу үләндәрен ҡулланырға. Барыбыҙға яҡшы билдәле ромашка, тырнаҡ гөлө, мәтрүшкә, йүкә сәскәһе, ҡарағат япрағы, бөтнөк үләне ярҙам итер. Тамаҡ төбө әсетеп, ҡысытып тора икән, көнөнә өс-дүрт тапҡыр ошо үләндәр төнәтмәһе менән сайҡатырға кәрәк.
Һәр ауырыу башланып ҡына торған ваҡытта прополистың файҙаһы айырыуса ҙур. Уны ауыҙҙа тоторға, сәйнәргә мөмкин. Спиртлы төнәтмәһен сәйгә ҡушып эсергә лә (15 – 20 тамсы), тамаҡты сайҡатырға ла ярай.
Тамаҡ ауыртыуын массаж менән дә дауалайҙар. Әйткәндәй, йылдың һалҡын миҙгелендә бындай массаж киҫкен респиратор ауырыуҙарҙан яҡшы һаҡлай.

- Бармаҡ остары менән танау осон аҫтан өҫкә ҡарай ыуалағыҙ, һуңынан күҙ тирәләй әйләнеп сығығыҙ ҙа йәнә танау осона күсегеҙ. 10 тапҡыр ҡабатларға.
-20 секунд бармаҡ остары менән танауығыҙға һуҡҡылағыҙ.
- 5 секундҡа таныуығыҙҙы йыйырығыҙ. Быны 8 тапҡыр ҡабатларға.
- Танау менән тәрән итеп тын алығыҙ, һуңынан, тынды сығарырға әҙ генә урын ҡалдырып, тишеген ҡаплағыҙ һәм сығарығыҙ. 8 тапҡыр ҡабатларға.
- Урта бармаҡ менән танау япраҡтарына, һуңынан бөтә бармаҡтар менән тамаҡҡа һуҡҡылағыҙ. 20 секунд эшләргә.
- Ҡулдың өс бармағы менән елкәнең ситен ыуалағыҙ. Ҡолаҡтарға ла ҡағылып алыр­ға мөмкин. 20 секунд эшләргә.
- Ауыҙығыҙҙы ябып, 1 – 2 минут буйы “М” өнөнә берәй көйҙө көйләгеҙ.


Тымау йонсотҡанда

Ҡайһы берәүҙәр тымауға әллә ни әһәмиәт биреп бармай, үҙе үтер, тип ышана. Әммә ваҡытында дауаламаһаң, уның аҙна-ун көнгә һуҙылыуы бар. Ә ваҡытында дауалағанда, бер көндә лә бөтөрөп була.
Иң беренсе сиратта танау ҡыуышлығын тоҙло һыу менән сайҡатырға кәрәк. Бының өсөн 0,5 л йылы һыуға бер балғалаҡ аш тоҙо һалып, болғатырға. Шуны әҙ-әҙләп усҡа алып, танау тишектәре менән алмашлап һурып, кире сығарырға. Сәйнүк ҡулланһаң уңайлыраҡ, әлбиттә, тик бик һаҡ эш итергә кәрәк. Танауға һыу күпләп инеп китмәһен.
Тымауҙан аяҡтарҙы эҫе һыуға тығып ултырыу ҙа ярҙам итә. Унда ҡоро гәрсис тә ҡушыр­ға була. Аяҡ һыуҙа йылынғансы, ҡаш уртаһына бәлзәм һөртөргә була. Шулай уҡ бешкән йомортҡаны йә булмаһа тоҙҙо йәки ҡарабой­ҙай ярмаһын табала ҡыҙҙырып, сепрәккә урап, шул урынға баҫырға мөмкин.
Һәм тағы ла: беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр һалҡын тейгәндә, һурпа менән дауаланған. Ҡоротло һурпа ла бик яҡшы ярҙам итә. Вирусты үлтереү өсөн һуған ашарға ла онотмағыҙ.
Йоҡлар алдынан бал ҡушып, ҡурай еләге йә ҡарағат менән лимонлы сәй эсегеҙ. Тирләп, йылынып ҡына йоҡларһығыҙ. Әйткәндәй, бындай сәйҙе төнгөлөккә термос менән янығыҙға ултыртып ҡуйығыҙ. Тамағығыҙ ауырта башлау менән, бер-ике йотом йотһағыҙ, еңелерәк булып ҡала, ауырыу ҙа тиҙерәк үтә.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үгәй инә үләне

19.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үгәй инә үләне


Углеводтарҙың яҡшыһы һәм насары ла була икән…

Күҙҙәр өсөн йога

18.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр өсөн йога


Ҙур көскә эйә гөл

17.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҙур көскә эйә гөл


Ҡыуанысыбыҙ – хәүефкә...

16.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡыуанысыбыҙ – хәүефкә...


«Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»

15.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»


Операцияһыҙ  дауалап буламы?

11.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Операцияһыҙ дауалап буламы?


Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша

10.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша


Ҡолаҡ ауыртҡанда

09.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡолаҡ ауыртҡанда


Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?

06.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?


Һыу – энергия сығанағы

05.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һыу – энергия сығанағы


Халыҡ медицинаһынан бер шәлкем кәңәш