RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?

16.04.2018 Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?

Таяҡтар менән йөрөүҙең  файҙаһы нимәлә?
Һуңғы ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә сәләмәт тормош алып барыуға ыңғай ҡараш барлыҡҡа килде. Йәштәр ҙә, юҡ-бар менән ваҡыт уҙғарыуға ҡарағанда, саңғыла шыуыуға, йөҙөүгә, йүгереүгә, дуҫ-иштәре менән волейбол уйнауға һәм башҡа спорт төрҙәренә өҫтөнлөк бирә. Физик әүҙемлектең бөтә төрө араһында ла иң киң тарал­ғаны скандинавса йөрөү, тип әйтергә булалыр. Таяҡтар менән атлап йөрөүсе кешеләрҙе ҡала парктарында һәм урамдарында ғына түгел, ауылдар­ҙа ла йыш осратырға мөмкин. Улар берәмләп тә, төркөм-төркөм булып бергәләп тә йөрөй. Нилектән спорттың был төрө шулай киң популярлыҡ яулай башланы. Уның файҙаһы нимәлә һуң?

Скандинавса йөрөү – тотош организмды сәләмәтләндереү кө­сөнә эйә булыусы физик әүҙемлектең бер төрө. Скандинавия ярымутрауында киң таралыу алғанға ла ул шулай тип атала. Икенсе төрлө уны “Себер аҙымы”, “саңғы аҙымы” тип тә йөрөтәләр. Ғәҙәти атлап йөрөүҙән махсус таяҡтар ҡулланылыуы менән айырыла.
Финляндияла 1997 йылда уҡ физик күнекмәләрҙең был төрө киң таралыу ала. Ә 2006 йылда Европала 6 миллиондан ашыу кеше йыл әйләнәһенә даими рәүештә уның менән шөғөлләнә башлай.
Таяҡтар менән атлау ниндәйҙер яңылыҡ тип уйларға кәрәкмәй, уны элек-электән тауҙарҙа сәйәхәт иткән туристар, саңғысы- спортсылар ҡуллана. Әммә эш унда түгел, ә халыҡ араһында киң популярлыҡ яулауында. Бының сәбәбе – уның менән төрлө миҙгелдә һәм йәшкә ҡарамаҫтан һәр кемдең шөғөлләнә алыуында.
Был физик әүҙемлектең иң мөһим өҫтөнлөгө – таяҡтарҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә аяҡтар ғына түгел, кәүҙәнең тотош өҫкө өлөшө – ҡулдар, яурын, арҡа, елкә лә әүҙем хәрәкәт итеүендә. Аяҡтар ҙа ныҡ талмай, тубыҡтарға, арҡаға, яурындарға ла көс әҙерәк төшә. Ҡыҫҡаһы, сәләмәтлек өсөн файҙаһы күп. Айырыуса ололар өсөн таяҡтар­ҙың ярҙамы ҙур. Улар ҡолап китеүҙән ҡурҡмай, иркенләп йөрөй ала.

Ниндәй таяҡтар һайларға?
Уның үҙенең махсус таяҡтары бар. Спорт магазиндарында металдан, пластиктан, ағастан яһалған төрлөһөн һайлап алырға була. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәти саңғы таяғын да ҡулланырға мөмкин, тик ул бер аҙ ҡыҫҡараҡ булырға тейеш. Мәҫәлән, буйы 160 см булған кешеләргә таяҡтың оҙонлоғо – 110 см, ә 180 см булғандарға 126 см булһа бик яҡшы.
Таяҡ һайлағанда физик әҙерлектең кимәлен, атлау тиҙлеген һәм оҙайлығын, аяҡ-ҡулдарҙың оҙонлоғон, быуындарҙың сәләмәтлеген дә иҫәпкә алырға кәрәк.

Нисек йөрөргә?
Үҙенең йәшенә, сәләмәтлегенә ҡарап, һәр кем тиҙлекте үҙе һайлай. Нигеҙҙә хәрәкәт итеү темпы пульс йышлығына ҡарап билдәләнә. Сәләмәт кешеләр өсөн ул минутына 120 – 150 булырға тейеш. Хәлһеҙләнгән һәм оло йәштәгеләр өсөн хәрәкәт иткәндә пульстары 20 – 30 проценттан ары күтәрелергә тейеш түгел. Күнекмәләрҙең оҙайлығы 30 минуттан ике сәғәткә тиклем дауам итә. Уны әкренләп арттыра барырға кәрәк.

Былай атлап йөрөүҙән нимәһе менән айырыла?

▼ Скандинавса йөрөгәндә сәғәтенә яҡынса 400 ккал сарыф ителә, ә былай атлағанда – 280 ккал.

▼ Пульс минутына 10 – 20-гә күтәрелә.

▼ Елкә, яурын, тубыҡ һәм табандарҙағы ауыртыу бөтә.

▼ Быуындар яҙыла, яурын, бил, түш, арҡа мускулдары ла әүҙемерәк эшләй башлай.

▼ Аяҡтарға, айырыуса тубыҡ быуындарына көсөргәнеш кәмей.

▼ Таяҡтар менән йөрөгәндә кәүҙәне тотоу еңелләшә, ҡолап йәрәхәтләнеү хәүефе кәмей.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Халыҡ медицинаһынан бер шәлкем кәңәш

Бешерергәме, ҡыҙҙырырғамы  әллә быҡтырырғамы?

Оло һынауға дусар Гөлназ

20.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Оло һынауға дусар Гөлназ


Ашҡаҙан аҫты биҙе өсөн «тиҙ ярҙам»

Тештәр өсөн диета

19.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тештәр өсөн диета


Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...

18.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...


Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы

16.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы


Остеохондроздан дөгө кеүәҫе

14.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Остеохондроздан дөгө кеүәҫе


Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?

13.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?


Әйтер һүҙем бар…

12.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әйтер һүҙем бар…


Ниндәй урман яҡшыраҡ?

11.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниндәй урман яҡшыраҡ?


Йыланғараҡты нисек дауаларға?

07.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йыланғараҡты нисек дауаларға?