RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бала табыу йортонда – Яңы йыл

28.12.2010 Бала табыу йортонда – Яңы йыл

Яңы йыл мажараларға бай була. Байрамды шул тиклем ашҡынып, түҙем­һеҙләнеп көтәһең. Беҙ­ҙең ғаиләлә элек-электән Яңы йылды донъяны рәткә килтереп, керҙәрҙе йыуып, мул итеп табын әҙерләп ҡаршы алыу ғәҙәте бар. 2007 йылды ҡаршы алғанда өсөнсөгә бәпәй көткән ҡатыным менән бар эштәрҙе теүәлләп, өҫтәл артына ултырырға әҙерләнеп йөрөгән көнөбөҙ. ҡатын өсөнсөгә йөккә уҙғас, бер аҙ, нисек кенә табырмын да, нисек кенә үҫтерербеҙ инде, тип эсе бошоп алғайны. Тик хөкүмәт 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балалар өсөн «Әсәлек капиталы» бирәсәк, имеш, тигәнде ишеткәс, хатта шатланып уҡ ҡуйҙы. Бала иҫәпләү буйынса ғинуар башында тыуырға тейеш. Тик ҡатын ғына борсола. Декабрь башланыу менән туҡтауһыҙ көн һанай башланы. Шулай борсола-борсола 31-ен көтөп алды. Мин эстән генә, әһә, былай булғас, дәүләт аҡсаһына беҙ ҙә өмөт итә алабыҙ, тип уйлап ҡуйҙым.
Ни ғәләмәт! Бер заман рәхәтләнеп телевизор ҡарап ултырған ҡатыным ауырый башламаһынмы?! Бөттө йөрәк. Китте Яңы йыл ҡайғыһы. Аптырамаҫ та инем, кейен, бала табыу йортона алып барып ташлайым, тиһәм, юҡ, тип сат йәбешә лә ҡуя. Кәләшең өҙгөләнгәндә аҡса ҡайғыһымы?! Телефонды саҡ тартып алып, «тиҙ ярҙам» машинаһы саҡырттым. Оҙаҡ ҡына яуап булмағас, ҡурҡышымдан, исмаһам, былары тиҙ генә килә һалһа ярар ине, тип хәүефләнәм. Ярай тиҙ арала килеп еттеләр. ҡатынды кейендереп, табынды ҡалдырып, дауаханаға юлландыҡ. Сәғәт ун бер тулып килә. ҡатынды шунда уҡ бала табыу өҫтәленә алып киттеләр. Мин көтәм. Япа-яңғыҙым бала табыу йортоноң ҡабул итеү бүлмәһендә баҫып торам. ҡыуып сығарырға уйлаған кеше лә юҡ. Медицина персоналдарының барыһы ла Яңы йыл ҡаршы алырға йүгерешкән кеүек тойола. Яңы йыл икәне лә онотолдо. Былар минең ҡатынды ғына онотоп ҡуймаһын, тип ҡурҡам. Яңы йыл сәғәте һуҡҡанын белмәҫ тә инем әле, бер шәфҡәт туташы килеп, ҡотлайбыҙ, һеҙҙең улығыҙ тыуҙы, тип еңемдән тартмаһа... Ике ҡыҙҙан һуң малай тыуҙы! Шатланғанды, түбәм күккә тейгәнде күрһәгеҙ! Бала тыуыу шатлығын кисереү теләһә ниндәй байрамдан да ғәзизерәк, ҡәҙерлерәк шул. ҡыуаны­сымдан бер аҙ айнығандай булып, телефондың сәғәтенә күҙ һалам. Ун ике тулып ун минут үткән. ҡайҙа ти инде ул был ваҡытта «Әсәлек капиталы» тураһында уйлау. Хет, миңә тимәһәләр, «Аталыҡ капиталы» бирһендәр! Бала менән әсәһе имен-һау булһа, шул еткән. ҡыҙыҡ булһа, яҙайым, «Әсәлек капиталы» эләкмәне беҙгә, бәпесебеҙ ун ике тула биш минут тигәндә тыуған. Уның ҡарауы, баһадирҙай улыбыҙ үҫеп килә. Бына шулай, 2007 йылды байрамса ҡаршы ала алманым. Әммә бер ҙә үкенмәнем. Күптән көткән улым тыуҙы бит!

Ғәзиз ВАХИТОВ.
Сибай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…