RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Улым менән арабыҙ һыуына...

28.03.2018 Улым менән арабыҙ һыуына...

Улым менән арабыҙ һыуына...
Улым юғары белем алғас, Өфөлә төпләнде. Шунда өйләнде, ике йәшлек бала үҫтерәләр. Кәләш алмаҫ элек көн һайын тиерлек шылтыратты, яныбыҙға йыш ҡайта ине. Хәҙерге ваҡытта улым менән арабыҙ һалҡыная бара. Һирәк ҡайталар, аҙнаһына бер тапҡыр шылтыратамы-юҡмы, һәр саҡ ваҡыт юҡлығына зарлана. “Һағындым һеҙҙе, оҙон ялда ҡайтып бер күренегеҙ инде”, – тиһәм, сәбәбен табып, һүҙемде кире ҡағалар. Килен кеше арыу ғаиләнән, уға үпкәм юҡ, һәр саҡ яҡты йөҙлө. Улымды аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалдыҡ, ә ул ата-әсәһе алдында үҙен бурыслы тоймай...
Әминә.
Хәйбулла районы.

Улығыҙ өйләнгәс, балаһы тыуғас, уның тормошонда ҙур үҙгәрештәр булды, һеҙгә шулар­ҙы дөрөҫ аңларға кәрәк. “Уға бөтә ғүмеремде арнаным, ә ул мине онотто ла ҡуйҙы”, – тип, үпкә тотаһығыҙҙыр. Һеҙ балағыҙға бөтә ғүмерегеҙҙе арнаһағыҙ ҙа, улығыҙ ҙа тап шулай эшләргә тейеш, тигән һүҙ түгел. Кем ысын күңелдән ярата, шул яуапҡа бер нәмә лә көтмәй.
Улығыҙ өйләнде – хәҙер уның үҙенең ғаиләһе, үҙенең мәшәҡәттәре бар. Шуға күрә һеҙгә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәргән һымаҡ тойолалыр. Яҡындарын хәстәрләүсе, яратыусы ғаилә башлығы тәрбиәләй алғанһығыҙ икән, тимәк, һеҙ – бик яҡшы әсә.
Кире эмоцияларҙы ҡулда тотор өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк булыр:
– Улығыҙҙың һайлаған йәрен нисек бар, шулай ҡабул итеү. Һеҙ киленегеҙҙе асыҡ йөҙлө, яҡшы кеше итеп тасуирлайһығыҙ. Был бик һәйбәт.
– Тормошта һәр бер кемдең үҙенең урыны, роле бар. Донъялағы иң һәйбәт ҡатын да әсәй­ҙе алмаштыра алмай. Хатта сәстәренә сал төшкән улдар ҙа әсә һөйөүенә мохтаж. Шуның өсөн фанатиктарса улығыҙҙың иғтибары өсөн көрәшергә кәрәкмәй. Уның йөрәгендә һеҙҙең өсөн дә, ҡатыны өсөн дә урын етерлек.
– Аралар алыҫлығы яҡынлаштыра, тиҙәр. Алыҫ йәшәгән туғандар бер-береһен яҡыныраҡ күрә, тигән фекер йәшәп килә. Әгәр инде яҡында йәшәйһегеҙ икән, ҡунаҡҡа барыуҙарҙы кәметегеҙ, көн һайын телефон аша шылтыратып йөҙәтмәҫкә тырышығыҙ.
– Тоталь контролде бөтөрөргә. Һәр бер әсә, улы яңы ғаиләлә нисек йәшәй икән, тип борсола. Тамағы туҡмы, өҫтө ҡараулымы, тип уйлана. Ләкин йәш киленде тикшереү рейдтары ойошторорға кәрәкмәй.
– Кәңәш биреп йөҙәтмәгеҙ. Бик биргегеҙ килһә, саманы арттырмағыҙ. Иң яҡшыһы: һорамайҙар икән, йәш ғаиләнең тормошона тығылмағыҙ. Бай тормош тәжрибәгеҙ булыуы һәйбәт, әлбиттә. Әммә һәр кем юлын үҙе үтергә тейеш.
– Саҡырылмай тороп, ҡунаҡҡа килмәгеҙ. Бер кемгә лә ҡапыл ғына ойошторолған “тикшереүҙәр” оҡшамай. Һеҙҙең килеүегеҙ түгел, ә осрашыуҙың көтөлмәгән булыуы килешеп етмәй. Өй йыйыштырылмаған, ризыҡ бешерелмәгән булһа, хужаларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуйыуығыҙ бар.
– Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ. Улығыҙҙың тормошо тураһында уйланып ултыр­ғансы, үҙегеҙгә ҡыҙыҡлы шөғөл табығыҙ. Мәҫәлән, ҡул эштәре, кулинария, спорт. Күңелегеҙ күтәрелеп китер, үҙегеҙҙе шат һәм бәхетле тойорһоғоҙ. Һеҙҙе шундай хәлдә күреп, улығыҙ һәм яҡындарығыҙ ҙа һөйөнөр.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…