RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Айырылышҡандан һуң нисек йәшәргә?

05.03.2018 Айырылышҡандан һуң нисек йәшәргә?

Айырылышҡандан һуң нисек йәшәргә?
Күптән түгел ирем менән айырылыштыҡ. Әле ауыр тойғоларҙан ҡотола алмайым. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрәм, ҡайҙа һәм нисек хаталандым икән, тип уйланам. Йоҡом ҡасты, тамағыма аш бармай. Яҡындарым минең өсөн борсола. Йонсоған төҫ менән йөрөйһөң, үҙең һәм балаларың тураһында уйла, һаулығынды һаҡла, ти улар. Тормоштан йәм табып, артабан нисек йәшәргә?
Зилиә.
Б. районы.

Күптәргә хас был күренеш. Рухи терәк-таянысты юғалтыу кешелә ауыр яңғыҙлыҡ тойғоһо тыуҙыра. Тағы ла ҡайғы һәм асыу, үҙ-үҙеңде йәлләү, ярҙамға мохтаж булыу, киләсәк тураһында борсолоулы уйҙар өҫтәлә. Матди проблемалар барлыҡҡа килһә, быға тиклем ирегеҙ эшләгән эштәрҙе хәҙер үҙегеҙгә башҡарырға тура килгәндә, бындай кисерештәр бигерәк тә көсәйә.
Был хәлдән ысын күңелдән ҡотолғоғоҙ килһә, хәҙерҙән үк үткәндәр менән йәшәүҙе туҡтатығыҙ. Һаман бер үк ваҡиғаларҙы иҫләп-ҡайғырып, йән йәрәхәттәрен бары көсәйтәһегеҙ генә. Ошо күренешкә икенсе күҙлектән ҡарарға тырышығыҙ. Эйе, һеҙ яңылышҡанһығыҙҙыр, әммә ғәйеп тик һеҙҙә генә түгел. Хәҙер барыһы ла үткәндә ҡалған. Үҙегеҙҙе һәм элекке ирегеҙҙе барыһы өсөн дә ғәфү итегеҙ. Бергә үткәргән бәхетле минуттар һәм ошо хәлдән алған тормош тәжрибәһе өсөн яҙмышығыҙға рәхмәтле булығыҙ. Был һеҙҙе үпкә һәм үҙ-үҙегеҙҙе эстән “кимереү” тойғоларынан арындырыр. Һөҙөмтәлә күңелегеҙгә һиллек килер һәм яҡты уйҙар менән йәшәй башларһығыҙ.
Матур тормошҡа ышанысығыҙҙы юғалтмағыҙ. Инде барыһы ла селпәрәмә килде, бәхетһеҙмен, тип киләсәгегеҙҙе юрамағыҙ. Әлегә һеҙгә тынысланырға һәм бары бөгөнгөгөҙ тураһында уйларға кәрәк. Ышанығыҙ, ваҡыт үтеү менән барыһы ла яйланыр. Ә хәҙер, беренсе нәүбәттә, балаларығыҙ һәм һаулығығыҙ тураһында ҡайғыртырға кәрәк. Үҙегеҙгә ышаныс тойғоһон уятыу өсөн тышҡы ҡиәфәтегеҙгә иғтибар бүлегеҙ, зауыҡлы итеп кейенеп-биҙәнеп йөрөгөҙ. Көндәлек эштәрҙе башҡарғанда һәр яңы уңышығыҙға һөйөнөгөҙ. Был һеҙгә яңы хәл-торошоғоҙға күнегергә ярҙам итәсәк, ауырлыҡтарҙы үҙ аллы еңергә өйрәтәсәк. Буш ваҡытығыҙҙы телевизор йә интернетҡа сарыф итмәгеҙ. Өйөгөҙҙө йыйыштырығыҙ, йорт-ҡурағыҙҙа матурлыҡ булдырырға тырышығыҙ. Был һеҙҙе насар уйҙарҙан арындырыр һәм тормошҡа ыңғай ҡарарға өйрәтер.
Яңғыҙ ҡалырға тырышмағыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-аттан айырмалы, дуҫтары һәм туғандары менән тығыҙ бәйләнештә була. Яҡындарығыҙ һеҙгә ауыр ваҡытта терәк буласаҡ.
Элекке ирегеҙ менән аралашҡанда итәғәтле булырға тырышығыҙ. Уға ҡарата асыу һаҡламағыҙ. Арағыҙҙа дошманлыҡ булғансы, нейтраль мөнәсәбәт булыуы күпкә яҡшы.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үгәй инә үләне

19.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үгәй инә үләне


Углеводтарҙың яҡшыһы һәм насары ла була икән…

Күҙҙәр өсөн йога

18.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр өсөн йога


Ҙур көскә эйә гөл

17.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҙур көскә эйә гөл


Ҡыуанысыбыҙ – хәүефкә...

16.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡыуанысыбыҙ – хәүефкә...


«Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»

15.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»


Операцияһыҙ  дауалап буламы?

11.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Операцияһыҙ дауалап буламы?


Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша

10.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша


Ҡолаҡ ауыртҡанда

09.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡолаҡ ауыртҡанда


Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?

06.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?


Һыу – энергия сығанағы

05.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һыу – энергия сығанағы


Халыҡ медицинаһынан бер шәлкем кәңәш