RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Көсләп астырылған күҙҙең нуры юҡ

27.02.2018 Көсләп астырылған күҙҙең нуры юҡ

Көсләп астырылған күҙҙең нуры юҡ
Егетем һаман кейәүгә сығырға тәҡдим яһамай. Ә минең ғаилә ҡорғом, бала тапҡым килә. Уның менән был турала һөйләшеп ҡарағаным бар, тик риза түгел. “Барыһы ла нисек бар, шулай ҡала йәки онот мине”, – тигәйне ул миңә. Нимә эшләргә икән? Һеҙҙән кәңәш көтәм.
Азалия, 25 йәш.

Әгәр ир кеше етди мөнәсәбәттәр ҡорорға теләмәй икән, уны оноторға һәм икенсене эҙләргә (йәки көтөргә) кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ алдында бер ниндәй ҙә бурыс тоймаған ир-атҡа ваҡытыңды сарыф итеү урынһыҙ.
Әгәр ул һеҙҙе юғалтыуҙан ҡурҡһа, тәҡдимегеҙҙе ҡырҡа кире ҡағырға баҙнат итмәҫ ине. Әле үк егетегеҙ һеҙҙе баһаламай икән, киләсәктә лә тап шулай буласаҡ. Етди мөнәсәбәттәр ике яҡтың да берҙәй теләге булған саҡта ғына барлыҡҡа килә. Көсләп астырылған күҙҙең нуры булмағандай, бахырланып мөхәббәт яулап булмай. Һеҙгә, әлбиттә, хистәрегеҙҙе онотоуы еңел булмаясаҡ. Башҡа ундай кешене осратмаҫмын инде, тип ҡайғырыуығыҙ ҙа бар. Юҡҡа хафаланмағыҙ, барыһы ла яйланасаҡ. Һеҙҙе баһалаған, яратҡан, ҡәҙерегеҙҙе белгән кеше тормош юлығыҙҙа мотлаҡ осраясаҡ.
Күптәр, ир кеше етди мөнәсәбәт теләһен өсөн нимә эшләргә кәрәк, тигән һорау менән ҡыҙыҡһына. Яуап: бер нәмә лә. Һеҙ уның хыялындағы ҡыҙ булмауҙан башлап, тағы ла мең сәбәп табылыуы мөмкин. Әгәр ҙә ир кеше һеҙҙе кәләше итеп күрмәй икән, уны мәңгелеккә онотор­ға ғына ҡала. Ваҡытығыҙҙы әрәм итмәй, яңы мөнәсәбәттәргә юл асыу дөрөҫ булыр.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бала менән беренсе етди һөйләшеү

10.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Бала менән беренсе етди һөйләшеү


Сәстәр нимә тураһында һөйләй?

08.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Сәстәр нимә тураһында һөйләй?


Гайморитты дауалайбыҙ

07.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Гайморитты дауалайбыҙ


Файҙалы эсемлектәр

06.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Файҙалы эсемлектәр


Юл япрағы

04.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Юл япрағы


Дәфнә дауаһы

01.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Дәфнә дауаһы


Йүтәлдән ҡотол

30.11.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Йүтәлдән ҡотол