RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Дауалаусы йорт хайуандары

03.01.2018 Дауалаусы йорт хайуандары

Дауалаусы йорт хайуандары
Йорт хайуандарының хужаларын төрлө ауырыуҙан дауалай алыу һәләте хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Шулар араһында иң билдәлеһе – бесәй. Әгәр ҙә хужаһы уның менән яҡшы мөнәсәбәттә икән, был йорт хайуаны хужаһының ауырт­ҡан урынын табып, дауалау һәләтенә эйә. Мыраулай-мыраулай шул урынға ятып, үҙ тәне менән йылыта һәм һөҙөмтәлә ауыртыу баҫыла. Ауырыуҙың хәле насар булғанда, бесәйҙең бер нисә сәғәт буйы уның янынан китмәүе ихтимал. Статистика буйынса, бесәй яратыусылар табиптарға мыраубайы булмағандарға ҡарағанда биш тапҡырға әҙерәк мөрәжәғәт итә.

1. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан.
Бесәйҙәрҙең кешеләрҙе йөрәк өйәнәгенән һәм гипертония кризынан ҡотҡарыуы тураһында бик күп ваҡиға билдәле. Ул хатта йөрәк өйәнәген алдан иҫкәртә ала, тиҙәр. Ә инфаркт кисергән кеше бер нисә минут буйы яратҡан бесәйен һыйпаһа, уның ҡан баҫымы һәм йөрәк тибеше нормалләшә.
2. Ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарынан.
Бесәйҙе һыйпау аш эшкәртеү өсөн дә яҡшы. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын ҡыҫҡа йөнлө бесәйҙәр яҡшыраҡ дауалай икән.
3. Стрестан һәм арыуҙан.
Бесәйҙәр арыуҙы, баш ауыртыуын баҫыр­ға, пульсты көйләргә, ҡан баҫымын төшөрөргә һәләтле. Иң яҡшы психотерапевт һәм невропатологтар – оҙон йөнлө бесәйҙәр. Улар йоҡоһоҙлоҡтан, юҡ-барға көйөп барыу­ҙан, депрессиянан интегеүсе кешеләргә ярҙам итә. Ҡара бесәйҙәр кешенең кире энергияһын башҡа төҫлөләргә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк ала. Һары бесәйҙәр үҙҙәре ыңғай энергия бирә. Күкһел-көлһыу төҫтәгеләре тынысландыра, аҡ бесәйҙәр – бөтә күрһәткес буйынса ла иң яҡшы дауалаусылар.
4. Иммунитетты күтәреү өсөн.
Көн һайын бесәй мыраулауын тыңлау иммунитетҡа ла ыңғай йоғонто яһай. Ғалимдар фаразлауынса, уның мыраулауы ультратауыш менән дауалауға оҡшаш: яралар­ҙың бөтәшеүен, һөйәктәрҙең нығыныуын, туҡымаларҙың үҫеүен тиҙләтә. Фарсы бесәй­ҙәре быуындар һыҙлауын һәм остеохондроз билдәләрен баҫырға һәләтле.
5. Ғүмерҙе оҙайтыу өсөн.
Геронтология институты ғалимдары үткәргән тикшереү күрһәтеүенсә, ғүмер буйы бесәй тотҡан кешеләр, уртаса алғанда, 10,3 йылға оҙағыраҡ йәшәй. Уларҙың ҡан баҫымы күрһәткесе һәм ҡандағы холестерин кимәле лә яҡшыраҡ.
6. Бесәй – иң яҡшы диагност.
Биоэнергетиктар фекеренсә, бесәй – ысын мәғәнәһендә энергомәғлүмәт приборы. Әгәр ҙә ул хужаһының башына ята икән, тимәк, уның йә башы йыш ауырта, йә гипертония менән интегә. Ә инде һул яҡ ҡалаҡ һөйәгенә йә яурынға ятһа, был йөрәк менән ниндәйҙер проблема булыуын аңлата. Бесәй бил тирәһен һайлаһа, тимәк, бөйөрҙө тикшертеү мөһим. Ә гипотониктарҙың бесәйе күберәк уның аяҡ осона ятырға ынтылыр.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тубыҡты нисек дауаларға?

19.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Тубыҡты нисек дауаларға?


Балаларығыҙҙы бәләкәй сағынан сикләгеҙ

Тән ағзаларындағы айырым нөктәләргә баҫып, ауыртыу-маҙарҙан ҡотолоп була

Нисек бер көндә диспансерлаштырыу үтергә?

Эстә һауа ҡайҙан  йыйыла?

14.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Эстә һауа ҡайҙан йыйыла?


Тағы бер тапҡыр лимондың файҙаһы хаҡында

Нимә ул полиомиелит? Балаларҙы был сирҙән нисек һаҡларға?

Киҙеүҙән һәм һалҡын тейеүгә ҡаршы

Бала менән беренсе етди һөйләшеү

10.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Бала менән беренсе етди һөйләшеү


“Кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатмын”

Сәстәр нимә тураһында һөйләй?

08.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Сәстәр нимә тураһында һөйләй?


Гайморитты дауалайбыҙ

07.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Гайморитты дауалайбыҙ