RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Насар ғәҙәттән арыныу еңелме?

30.11.2017 Насар ғәҙәттән арыныу еңелме?

Насар ғәҙәттән арыныу еңелме?Ҡатын-ҡыҙ ғүмер буйы ябығыу тураһында хыяллан­һа, ир-егетте бер мәсьәлә борсой – нисек итеп тәмәке тартыуҙан баш тартырға? Ташларға йөрьәт итеп тә ҡарайҙар, әммә түҙемлектәре бер нисә аҙнаға ғына етә. Әлбиттә, оҙаҡ йылдар тәмәке ҡоло булып та, һуңынан был алама ғәҙәттән арынырға көс тапҡан ир-егеттәр ҙә бар. Тик ихтыяр көсө ныҡ булғандар ғына бындай һөҙөмтәгә ирешә ала. Тәмәкенән бөтөнләйгә арыныу өсөн нимә эшләргә? Әйҙәгеҙ, белгестәр кәңәшенә күҙ һалып ҡарайыҡ.

Экспресс-ысул
Был программа интернетта, Америка белгестәре тарафынан осоусылар өсөн әҙерләнгән, тип күрһәтелгән. Ул көслө ихтыярлы кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә биш көндә тәмәке тартыу теләгенән арынырға мөмкин.
/Көндәгенән ярты сәғәт алда торорға, 2 – 3 стакан һыу эсергә һәм душта ҡойонорға.
/Иртәнге аш: емеш-еләк йәки һут.
/Иртәнге аштан һуң тын алыу күнегеүҙәрен башҡарырға (танау аша тәрән итеп тын алырға, бер нисә секундҡа һауаны тотоп торорға, һуңынан әкрен генә ауыҙ аша сығарырға).
/Һәр саҡ тәмәке тартҡы килгән осраҡта 2 – 3 стакан һыу йә һут эсергә һәм тын алыу күнегеүҙәрен эшләргә.
/Төшкө аш: йәшелсә салаты, аш, рагу, татлы бәлеш киҫәге, һут.
/Төштән һуң саф һауала йөрөп әйләнергә.
/Киске аш: йәшелсә-емеш, һут.
/Эшһеҙ тормаҫҡа, телевизор ҡарамаҫҡа, араҡы эсмәҫкә, тәмәке тартыусыларҙан алыҫыраҡ йөрөргә.
Иң мөһиме – дүрт көндө үткәреп ебәреү. Бишенсе көнөнә ҡәнәғәтлек тойғоһо, үҙ-үҙеңә ышаныс барлыҡҡа килә, өлгәшкән һөҙөмтәне тағы ла нығытыу теләге арта.

Был насар ғәҙәттән әкренләп арынырға теләүселәр өсөн

/Көнөнә бер ҡаптан артыҡ тәмәке һатып алмағыҙ.
/Һәр саҡ тәмәкенең төрлөһөн алығыҙ.
/Эш урыны янында тәмәке тотмағыҙ.
/Кешеләрҙән һорап тартмағыҙ һәм башҡаларға тәмәке тоҡандырыуҙан да баш тартығыҙ.
/Үҙегеҙ менән шырпы һәм тоҡандырғыс алып йөрөмәгеҙ.
/Тартырға тип тәмәкеһен алғандан һуң ҡабын күҙгә күренмәгән урынға һалып ҡуйығыҙ.
/Бер тапҡыр һурып алғандан һуң тәмәкене һалып тороғоҙ.
/Әкренләп һурмай ғына тар­тырға өйрәнегеҙ.
/Тартып бөткәндән һуң көл һауытын ситкәрәк алып ҡуйығыҙ.
/Бер ҡасан да ас ҡарынға тәмәке тартмағыҙ.
/Тартыу теләге барлыҡҡа килгәс, ун минут ваҡыт үткәс кенә тоҡандырығыҙ. Әкренләп был паузаны оҙайта барығыҙ.
/Сәғәтенә бер тәмәкенән артыҡ тартмаҫҡа күнегегеҙ.
/Әҙерәк тарта башлағандан алып күпме аҡсағыҙ янығыҙҙа ҡалыуын иҫәпләп ҡарағыҙ.
Белгестәр фекеренсә, кинәт кенә ташлауға ҡарағанда был алама ғәҙәттән әкренләп арыныу һөҙөмтәлерәк.

Психолог кәңәше
1. Тәмәкеһеҙ тора алыуығыҙға ныҡлы ышаныу кәрәк. Ниндәйҙер ҡатмарлы проблемаларҙы нисек хәл итеүегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ – был юлы ла еңеү һеҙҙең яҡта булыр.
2. Ҡағыҙға тартыуҙы ташларға нимә сәбәпсе булыуын яҙығыҙ: оҙағыраҡ йәшәргә теләү, ғаиләгеҙгә зыян килтермәү, тәмәкенең еҫенән арыныу, аҡсағыҙҙы экономиялау һ.б.
3. Яҡындарығыҙҙың һәм дуҫтарығыҙҙың сабырлыҡ күрһәтеп, һәр яҡтан һеҙгә терәк булыуын һорағыҙ.
4. Тәмәкенән бөтөнләй арынасаҡ көнөгөҙҙө билдәләп ҡуйығыҙ.
5. Спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлағыҙ, һәр көн иртәнге зарядка эшләргә онотмағыҙ.
6. Көнөнә бер-ике тапҡыр йәйәү йөрөп килегеҙ.
7. Көн һайын 3 – 5 минут дауамында тын алыу күнегеүҙәрен үтәгеҙ.
8. Тәмәке тартыуҙы әҙ-әҙләп кәметә барығыҙ.
9. Тартҡығыҙ килгән һайын һорап алыу өсөн, тәмәкегеҙҙе берәйһенә биреп ҡуйығыҙ.
10. Тешегеҙҙе көн һайын яҡшы итеп таҙартығыҙ. Уларҙың нисек итеп көндән-көн матурая барыуына иғтибар итегеҙ. Бер-ике айҙан, бер йылдан һуң уларҙың нисек булырын күҙ алдына килтерегеҙ.
11. Күп һыу эсегеҙ. Ул организмдан никотинды сығарырға һәм тартыу теләген баҫырға ярҙам итер.
12. Йыл һайын Ер шарында миллионлаған кешенең тартыуын ташлауы хаҡында уйлағыҙ. Улар булдыра алған икән, тимәк, һеҙҙең дә ҡулығыҙҙан киләсәк.

Халыҡ дауаһы
Эвкалипт япрағы. Бер ҡалаҡ япраҡҡа 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, бер ҡалаҡ бал һәм глицерин өҫтәргә. Ошо төнәтмәне 3 – 4 аҙна буйы көнөнә 5 – 7 тапҡыр 50 мл эсергә.
Һоло. Таҙартылмаған һолоно ваҡларға һәм бешереп, ашағандан һуң 2 – 3 сәғәт үткәс, сәй урынына эсергә (киске сәғәт 9-ҙан һуң төнәтмәне эсергә кәңәш ителмәй).
Сода. Ауыҙҙы даими рәүештә аш содаһы иретмәһе (200 мл һыуға бер ҡалаҡ сода) менән сайҡатып торорға.
Киптерелгән ананас. Һәр саҡ тарт­ҡы килгән һайын бер-ике киҫәк киптерелгән ананасты ярты балғалаҡ балға ҡушып сәйнәргә.
Алма диетаһы. Өс көн буйы тик алма менән кипкән ҡара икмәк кенә ашарға һәм үлән сәйе эсергә.
Үләндәр төнәтмәһе. Ҡара ҡарағат, бөтнөк үләне һәм мәтрүшкә япрағын (1:2:2 нисбәтендә) бергә ҡушып бутарға. Өс ҡалаҡ ҡатнашмаға 0,5 л ҡайнар һыу ҡойоп, 45 минут буйы термоста төнәтергә. Көнөнә 2 – 3 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда яртышар стакан эсергә мөмкин. Шулай уҡ тартҡы килгәндә ауыҙҙы сайҡатырға ла ярай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…