RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу

05.12.2017 Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу

Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыуАлоэның 250-гә яҡын төрө билдәле. Нигеҙҙә, Америкала һәм Африкала үҫә. Бында улар ағас бейеклегенә, 2 – 4 метр­ға тиклем барып етә. Беҙҙә үҫкән гөлдәр иһә улай бейек булмай, әммә иҫ киткес шифалы. Был гөл тураһында төрлө легендалар йәшәй. Берәүһе буйынса, ул ожмах баҡсаһында үҫкән. Күп кенә халыҡтар уның тылсымлы көскә эйә булыуына ышана. Мәҫәлән, Африкала бәлә-ҡазанан һаҡлаһын һәм уңыш килтерһен өсөн һабағын торлаҡ ишегенә элеп ҡуялар. Мексикала, һарымһаҡ менән берлектә, улар йортто һаҡлау көсөнә генә түгел, ә матди хәлде яҡшыртыу үҙенсәлегенә лә эйә тигән ышаныу йәшәй.
Дауалау маҡсатында алоэны Боронғо Мысырҙа уҡ ҡулланыуҙары раҫланған. Уның шифалы үҙенсәлектәре хаҡында боронғо Рим ғалимы Плиний Старший яҙмаларында һүрәтләнә, һутын доктор Диоскорид уңышлы файҙалан­ған. Мысыр ханбикәләре Нефертити менән Клеопатра бит һәм тән тиреһе матурлығы өсөн ҡулланған.
Был үҫемлектең сығышы сит илдән булһа ла, беҙҙең яҡтарҙа ла киң таралған. Уны ҡала фатир­ҙарында ла, ауыл йорттарында ла осратыр­ға мөмкин. Дауалау маҡсатында, нигеҙҙә, япрағының һуты файҙаланыла. Уның шифаһы иҫ киткес ҙур: микробтарға, елһенеүгә, склерозға ҡаршы көрәшеү, ҡанды туҡтатыу, яраны бөтәштереү, эсте йомшартыу көсөнә эйә. Иммунитетты күтәрә, туҡымаларҙың тарҡалыуына юл ҡуймай.
Халыҡ медицинаһында уны ҡулланыу буйынса рецептар күп.
Яраға һәм ҡырҡылған урындарға. Зыян күргән урынға алоэ һутына манылған марля ябып, бинт менән нығытып бәйләп ҡуйығыҙ. Уны көн һайын алмаштырып торорға онотмағыҙ.
Янған һәм өшөгән урындарға. Гөлдөң япрағын ваҡ итеп турап, ауыртҡан урынға ябырға мөмкин. Тәүге ике-өс көндә уны көнөнә ике тапҡыр яңыртып торорға, артабан көнөнә бер тапҡыр ҙа етә.
Йыш танау ҡанап йонсотҡанда. Ашарҙан 15 минут алда көнөнә бер тапҡыр 1,5 – 2 см оҙонлоғондағы алоэ япрағын ашарға. Дауаланыу курсы – 10 көн.
Пародонтоз, стоматит, гингивиттан. Бер өлөш алоэ һутына 5 өлөш һыу ҡойоп болғатырға һәм көнөнә 2 – 3 тапҡыр ауыҙҙы сайҡатырға.
Күҙгә арпа сыҡҡанда. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр күҙ ҡабағына алоэ һуты һөртөргә.
Киҫкен ринит (тымау) булғанда. Көнөнә 3 – 5 тапҡыр танауға 4 – 6 тамсы яңы һығылған һутын тамыҙырға.
Эс ҡатыуҙан. Япрағының 2/3 стакан онтағына бер стакан шыйыҡ бал ҡушып, ҡараңғы урында өс көн төнәтергә. Һыуытҡыста һаҡлап, көн һайын иртәнсәк бер ҡалаҡ ҡабырға һәм һыу ҡушып йоторға.
Ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһынан. 0,5 стакан ваҡ итеп туралған алоэ япрағына бер стакан шәкәр ҡушып, болғата-болғата ҡараңғы урында 2 – 3 көн төнәтергә. Һуңынан бер стакан кагор ҡушып, тағы ла бер тәүлек тоторға. Шифалы дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ун минут алда берәр ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – 4 – 6 аҙна.
Атеросклероздан. Көнөнә ике-өс тапҡыр ашар­ҙан 15 минут алда бер балғалаҡ алоэ һуты эсергә. Дүрт аҙна эскәндән һуң ун көн ял итеп алырға һәм яңынан дауам итергә.
Экземанан. Көнөнә ике-өс тапҡыр 5 – 7 минут­ҡа тәндең зарарланған өлөшөнә алоэ һуты һеңдерелгән салфетка һалырға.
Алоэны косметик маҡсатта ла йыш ҡулланалар. Уны төрлө крем, май, лосьон, гелдарҙың составында осратырға мөмкин. Өй шарттарында төрлө битлектәр эшләргә була.


Алоэ япрағының һутын һығып алыр алдынан 12 тәүлек буйы ҡараңғыла, 4 – 8 градус та тотоп алалар. Ошондай шарттарҙа унда йәрәхәттәрҙең бөтәшеү процесын тиҙләтеүсе биологик әүҙем матдәләр туплана тип иҫәпләнә. Дауаланыу өсөн 3 – 4 йәшлек үҫемлектең 10 – 15 см оҙонлоҡтағы япраҡтарын алырға кәңәш ителә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…