RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

14.11.2017 Бер тоҡ һоло

Бер тоҡ һолоИнәйем улын ерләгәндән һуң бик ҡаты ауырый башланы: аяҡ-ҡулдары ҡалтырай, көскә атлап йөрөй, баҫып торғанда ла берәй нәмәгә таяна. Шул саҡ уға танышы бер рецепт тәҡдим иткән: «Һиңә һоло ғына ярҙам итәсәк. Бер тоҡ һоло ал һәм уны күренгән урын­ға ҡуй. Көн һайын өс литр һыуға 9 ҡалаҡ һоло һалып, шуны бер сәғәт талғын утта бешер, төнгөлөккә плитаның ситендә ҡалдыр, шул килеш быҡһын. Көндөҙ күпме теләйһең, шул тиклем ошо төнәтмәне эсергә мөмкин. Иң мөһиме – эсеп бөтөргә кәрәк».
Инәйем шулай итте лә. Тоҡтоң яртыһы бөтөүгә аяҡ-ҡулдары ҡалтырау­ҙан туҡтаны, аҙымдары ышаныслыраҡ була башланы. Шуға ҡарамаҫтан, тоҡтағы һоло бөткәнсе төнәтмәне эсеүен дауам итте. Инәйем 90-ды үткәнсе йәшәне. Ғүмер буйы шул танышына рәхмәт уҡыны. Ошо хәлде иҫләп, мин дә һоло менән ҡыҙыҡһынғайным. Һоло В төркөмө витаминдарына, ферменттарға, шифалы минераль матдәләргә бай. Уның төнәтмәһе менән, ысынлап та, нервы системаһын, йөрәкте, бауырҙы, ашҡаҙан-эсәк трактын дауалайҙар. Һоло һаламы төнәтмәһенән ванналар фалиждан, ревматизмдан, дерматиттан ярҙам итә.

Хәлиҙә.
Салауат районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бала менән беренсе етди һөйләшеү

10.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Бала менән беренсе етди һөйләшеү


Сәстәр нимә тураһында һөйләй?

08.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Сәстәр нимә тураһында һөйләй?


Гайморитты дауалайбыҙ

07.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Гайморитты дауалайбыҙ


Файҙалы эсемлектәр

06.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Файҙалы эсемлектәр


Юл япрағы

04.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Юл япрағы


Дәфнә дауаһы

01.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Дәфнә дауаһы


Йүтәлдән ҡотол

30.11.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Йүтәлдән ҡотол