НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 8

“Юлдаш” тәҡдим итә: “Телһөйәр”
Медиа // 23-09-2016, 13:43


“Юлдаш” тәҡдим итә: “Телһөйәр”
"Юлдаш" радиоһы тулҡындарында донъя күргән "Телһөйәр" рубрикаһы туған башҡорт телен яратыусы, үҙ телендә аралашыусы, уны тағы ла нығыраҡ өйрәнергә, тел байлығын арттырырға теләүсе тыңлаусы өсөн әҙерләнә.
Көндәлек тормошта башҡорт телендә аралашҡан, яҙышҡан кеше лә ул байлыҡты үтә лә самалы ҡуллана. Аҡыл эйәләренә тиң зыялыларыбыҙ төҙөгән һүҙлектәрҙә лә туған телебеҙ хазинаһының бик аҙ өлөшө теркәлгән. Ә ни тиклем гүзәл, тәрән, моңло ул беҙҙең тел! Башҡа телдәрҙә булмаған мәғәнәле һүҙҙәре күпме уның! Ә ни тиклем яңғырашлы был һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәр тулы­һынса телмәребеҙгә инеп, һөйләшебеҙҙә ҡулланылып, яҙған мәҡәләләребеҙҙә, тапшырыу­ҙарыбыҙҙа яңғыраһасы. Улар­ҙың күбеһе телмәрҙән бөтөнләй төшөп ҡалған, ҡайһылары айырым төбәктәрҙәге һөйләштәрҙә генә осрай йәки иҫкергән иҫәпләнә, онотолғандары ла бар. һуңғы йылдарҙа күп һүҙ телмәребеҙгә кире ҡайтарылды, әлбиттә, руссанан тәржемәләрен ҡуллана башланыҡ. Был исемлекте тағы ла киңәйтеү, тап үҙебеҙҙең һүҙҙәрҙе телмәргә индереү маҡсатында эшләнгән сығарылыштарыбыҙҙа һүҙҙәр аңлатмаһы өсөн З. Ураҡсин етәкселегендә төҙөлгән "Башҡортса-русса һүҙлек" ҡулланыла.
Тапшырыуҙы тыңлап барыусылар үҙҙәре үк, ҡабатлауға бер аҙ ваҡыт бүлгәндә, һүҙҙәр тупланмаһының артыуын, үҙ телен белмәүселәрҙә туған телде өйрәнеү теләге тыуыуын, киң ҡулланышта булмаған, хаҡһыҙ онотол­ған һүҙҙәргә, һүҙбәйләнештәргә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килеүен белдерә.
Һөйләгәндәребеҙ урынлы, телмәребеҙ бай, һүҙебеҙ татлы булһын, милләттәштәр.
"Телһөйәр" рубрикаһын "Юл­даш" тулҡындарында һәр дүшәмбе 9 сәғәт 17 минутта һәм 20 сәғәт 45 минутта тыңлай алаһығыҙ.
“Юлдаш” тәҡдим итә: “Телһөйәр”...

“Толпар” ҡуя ҡанат
Медиа // 22-09-2016, 13:30


“Толпар” ҡуя ҡанат
Яңыраҡ Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында "Толпар" III республика балалар һәм үҫмерҙәр теле-кинофестивале шаулап-гөрләп үтеп китте. Фестиваль барышында, конкурста ҡатнашыусы фильмдарҙы ҙур экранда күрһәтеү, уларға баһа биреүҙән тыш, билдәле режиссерҙарҙың фильмдарын ҡарау, телевидение, кино йүнәлештәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды.

Конкурста Санкт-Петербург, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Сибай ҡалаларынан һәм Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ райондарынан 20 йәше тулмаған мәктәп уҡыусылары, студенттар ҡатнашты. "Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм" номинацияһында еңеүсе тип Иҫәнғол ҡыҙы Алена Козлова төшөргән "Үҫмер ғүмере" фильмы, ә төп ролде башҡарыусы Рәфил Әйүпов иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы тип танылды. Нәфис фильмдар араһында Әбйәлил районының Байым ауылы ҡыҙы Илмира Илна­зарованың "Сауап" фильмына етеүсе булманы. Шулай уҡ ошо фильмда уйнаусы Айым Илғыуатова ҡатын-ҡыҙ ролен иң яҡшы башҡарыусы тип табылды. "Иң шәп документаль фильм" тип Өфө ҡалаһынан Зәриә Моратованың "Рәми Ғарипов" фильмы табылһа, анимацион фильмдар араһында Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары төшөргән "Миру – мир" фильмы еңеү яуланы. Өсөнсө йыл "Иң шәп оператор" номинацияһында еңеү яулаусы Ейәнсура районы ҡыҙы Диана Ейәнғолова быйыл "Айлу" фильмы өсөн "Иң яҡшы режиссер" исеменә лә лайыҡ булды. Сценарий буйынса "иң-иң"е тип Стәрлетамаҡ ҡалаһының "В центре" студияһының "Ысын сценарий" фильмы билдәләнде. Ә "Иң шәп идея" өсөн Өфө ҡалаһынан "Идея" киностудияһы бүләкләнде. "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының махсус призы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының "В центре" студияһы "Телепорт" фильмы өсөн бүләкләнде, Катрина Дүшәнбаева "Ысын сценарий" фильмында төп ролдә уйнаусы Анатолий Самковҡа студияла шөғөлләнеү өсөн 15 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
Жюри ағзалары булараҡ, "Тамыр" телеканалы режиссеры, алып барыусы Ләйсән Мәзитова, Башҡортостандың Кинематографистар союзы ағзаһы Катрина Дүшәнбаева, популяр йырсы, актриса Лиана Хәбибуллина, билдәле журналист һәм прозаик Фәрзәнә Аҡбулатова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург Сәрүәр Сурина, Ейәнсура районы музейы директоры Гөлшат Дүшәнбаева саҡырылды. Фестивалде "Ар­ҡайым-продакшн" студияһы Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт, мәғариф бүлектәре, район мәҙәниәт йорто ярҙамы менән ойошторҙо.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Фекерҙәр


Рәфис ҠУЙБАҒАРОВ, фестиваль етәксеһе:
– Йылдан-йыл фестивалдә ҡатнашыу­сылар, ҡунаҡтар, волонтерҙар һаны арта, тик аҡса проблемаһы һаман да шул уҡ кимәлдә ҡала. Аҡса иң мөһиме түгел, ләкин унһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Фестивалде ойоштороп ебәреүемдең төп сәбәптәренең береһе – Башҡор­тостанда медиа-ижадтың, кинематографияның һүлпән үҫешеүе. Балаларҙа киноға, телевидениеға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып, киләсәктә уларҙың профессия һайлауына булышлыҡ итеү, профессиональ кадрҙарҙы арттырыу, яҡшы сифатлы милли киноның күләмен һәм кимәлен күбәйтеү – төп маҡсаттарымдың береһе.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА, журналист һәм яҙыусы, жюри ағзаһы:
– Фестивалде йыл да ҡалдырмаҫҡа тырышам, сөнки кино сәнғәтендә үҙен һынап ҡараусы йәш быуын менән осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Улар ижадсы булып һынлана, үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙарын, уй-ниәттәрен, ынтылыштарын ижад аша еткерә. Йәштәр, үҫмерҙәр ниндәйҙер проблема күтәрә, шатлығын һөйләй йәки йылмайырға саҡыра икән, был тормош үҙе түгелме ни? Улар менән ҡуша беҙ ҙә кино тигән оло донъяны гиҙәбеҙ, араларынан киләсәктә бына тигән режиссерҙар, операторҙар үҫеп сығыр тигән өмөт бар. Конкурста ҡатнаш­ҡан һәр кем кино юлын һайламаҫ, ләкин улар фекерләргә, йәмғиәттә үҙ мөнәсәбәтен сағылдырырға өйрәнә. Был бик һәйбәт!
...

Күҙ етмәгән ергә һүҙ етә
Медиа // 16-09-2016, 11:55


Күҙ етмәгән ергә һүҙ етә
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» һәм «Ашҡаҙар» каналдары үҙҙәренең даими тыңлаусыларына яҡшы таныш булған күренекле публицист һәм журналист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың радио фондында һаҡланған тапшырыуҙарынан төҙөлгән аудиодиск әҙерләне. Унда авторҙың иҡтисад, сәйәсәт, социаль тормош, әхлаҡ, мәҙәниәт кеүек ғәйәт мөһим өлкәләргә ҡағылышлы йөҙҙәрсә тапшырыуының бер нисә тиҫтәһен генә индерә алдыҡ....

«Сәләм, студент!»
Медиа // 9-09-2016, 14:35


«Сәләм, студент!»«Юлдаш» радиоһы – 15 йыл эфирҙа. Ошо ваҡыт арауығында FM – 105.5 тулҡындарында ниндәй генә тапшырыуҙар үтмәне, ниндәй генә проекттар тыңлаусыға еткерелмәне! Быйыл да яңы миҙгелдән яңы тапшырыуҙар, матур йырҙар үҙ тыңлаусыһын һөйөндөрә. Ә «Сәләм, студент!» – коллективтың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашыуын иҫбатлаусы дәлил. Быйыл да ул Өфөнөң Киров районы хакимиәте менән берлектә уҙғарылды.
...

Һин йәш, мин дә йәш, Беҙ моңдаш һәм фекерҙәш!
Медиа // 5-09-2016, 12:57


Һин йәш, мин дә йәш, Беҙ моңдаш һәм фекерҙәш!Бына ике йыл рәттән "Юлдаш Plus" йәштәр интернет радиоһы хәҙерге башҡорт йәштәре менән бергә яңы бейеклектәргә үрләй. Эйе, ысынлап та, әле генә "Юлдаш" радиоһы асып ебәргән "ҡустыһы" – "Юлдаш Plus"ҡа ла ике йәш тулып китте....

Йәш "Юлдаш"тарыбыҙ күңеленә һалынған "Күпер"
Медиа // 31-08-2016, 13:15


Йәш  "Юлдаш"тарыбыҙ  күңеленә һалынған  "Күпер"
"Ҡороласаҡ әңгәмәбеҙ, яңғыраясаҡ йырҙарыбыҙ менән һеҙҙең күңелдәргә күпер һуҙыр­ға әҙербеҙ!" – тип сәләмләй һеҙҙе "Юлдаш"радиоһында барыусы "Күпер" тапшырыуы.
Ә инде "Күпер"ҙең тарихына күҙ һалһаҡ... 2000 йылда "Юлдаш" йыр-моң каналы асылғас, "Тамыр" студияһына ла тура эфирға сығыу мөмкинлеге бирелде. Шулай итеп, 2000 йылдың 25 сентябренән радио тарихында тәүге тапҡыр балалар тура эфирға сығып, ололар менән бергә тапшырыуҙар алып бара башланы. Студия ҡунаҡтары ла шулай уҡ балалар – үҙҙәренең проблемалары, уңыштары, ҡаҙаныштары тураһында һөйләр һүҙҙәре, бүлешер хәбәрҙәре күп уларҙың.
...

"Юлдаш" каналының Баймаҡ студияһы һөйләй
Медиа // 29-08-2016, 12:13


"Юлдаш"  каналының Баймаҡ  студияһы һөйләй"Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының Баймаҡ студияһы республика райондарында асыл­ған тәүге филиал булды. Ул 2013 йылдың көҙөндә беренсе тапҡыр эфирға сыҡты һәм бөгөнгәсә уңышлы эшләп килә. Баштан уҡ айырым штат тотоу тураһында һүҙ булманы. Сөнки радиостудия Баймаҡ телевидениеһы базаһында эш башланы һәм уның тәүге алып барыусылары булып урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны....

Рухиәтебеҙ һағында тороусылар
Медиа // 15-08-2016, 11:31


Рухиәтебеҙ  һағында тороусылар
Рухиәт – беҙҙе йыйыусы, туплаусы, халҡыбыҙҙың аңына ла, ҡанына ла һеңгән көс. Ата-олатайҙарыбыҙ ниндәй генә заманда ла йыр-моңдан, шиғри һәм йор һүҙҙән айырылмаған, ғүмерлек юлдашы иткән. Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, нескәлектәрен, камиллығын байытыу, үҫтереүгә арналған тапшырыуҙар рухиәт күгебеҙҙең иркенлеген, сағыу йондоҙҙары булыуын дәлилләй. Илһөйәрлек һәм рухиәттең нигеҙ башы – ғаиләлә, артабан –мәктәп һәм мөхит. Өлгө булыусылары – ағинәйҙәр мәктәбе һәм аҡһаҡалдар булмышы. Ғилем һәм фән эйәләре иһә – ысын рухиәт һағында тороусылар....

Донъяны башҡортса тыңлағыҙ!
Медиа // 8-08-2016, 21:58


Донъяны башҡортса тыңлағыҙ! Юлдашфм.рф һәм yuldashfm.ru . “Юлдаш” радиоһының рәсми сайтын ошо адрестар буйынса таба алаһығыҙ. Унда каналдың эшмәкәрлеге бар тулылығында яҡтыртыла. Эфирға сыҡҡандан һуң һәр тапшырыу шунда уҡ сайтҡа ҡуйыла. Күтәрелгән темаға фекер алышыу, комментарий ҡалдырыу мөмкинлеге бар, үҙегеҙгә оҡшаған сығарылышты дуҫтарығыҙ менән бүлешә алаһығыҙ. Бының өсөн социаль төркөмдәрҙең төймәһенә баҫыу ҙа етә....

Үҙеңде лә уйла, илеңде лә буйла
Медиа // 1-08-2016, 10:18


Үҙеңде лә уйла, илеңде лә буйла
Халҡыбыҙҙа борон-борондан ил-көн тойғоһо көслө һәм быны бөгөн дә тик хупларға ғына кәрәк, тигән ныҡлы уйҙамын. Һәр кемдең азат, үҙ яҙмышы өсөн үҙе яуаплы икәне һәм башҡа, дөйөм алғанда, дөрөҫ, раҫлауҙар булһа ла, шулай....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр
  • Балсы ҡулынан бал тамыр



  • Радио Юлдаш FM