НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 7

“Зирәк”, йәғни белемлене көтә бүләк
Медиа // 17-01-2017, 16:23


“Зирәк”, йәғни белемлене көтә бүләк
Бына инде күп йылдар “Юлдаш” тулҡындарында “Тамыр” студияһының “Зирәк” уйыны елә һәм йомробаш малай менән ҡыҙҙарға бүләктәрен өләшә....

“Мәҙәни майҙан”
Медиа // 11-01-2017, 15:45


“Мәҙәни майҙан”Беҙҙең халыҡ йыр-бейеүгә айырыуса маһир моңло халыҡтарҙың береһе. Әммә бөгөн башҡа яҡҡа иҫкән ел, икенсе төрлө үҫеш йүнәлеше, ҡанундар (иҡтисад, баҙар, етеш көнкүреш артынан сабыу) күп осраҡта рухи ҡиммәттәребеҙҙе юғалтыуға, кешенең күңел донъяһы ярлыланыуына, ә милләтебеҙҙе милләт иткән шәхестәребеҙгә ҡарата иғтибар кәмеүгә килтерҙе. Билдәле ижадсылар­ҙың да эше коммерцияға нигеҙләнде, сараһыҙҙан аҡса эшләүгә ынтылыуға, ошо үлсәмдең алдан йөрөүенә этәргес булды....

Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел
Медиа // 13-12-2016, 12:30


Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел
йәки “Юлдаш” йыры” конкурсы ҙур майҙанға саҡыра

Тормошто йыр-моңһоҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул – күңелебеҙҙә, булмышыбыҙҙа, тәбиғәтебеҙҙә. Күптәр, тормошон ҙур сәхнә менән бәйләмәһә лә, матур йырлай, тауыштары иҫ киткес моңло, әммә улар, ғәҙәттә, баҙнатһыҙ була, хыялын күңел түренә йәшерә лә, йәшәй бирә.
Шундай замандаштарыбыҙға "Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ҙур хыялын тормошҡа ашырыр­ға ярҙам итә, һәүәҫкәрҙәрҙе ҙур майҙанға алып сыға, өр-яңы исемдәр аса. Бының өсөн "Юлдаш" йыры" асыҡ республика конкурсына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыу­сылар­ҙы билдәләгән "Юлдаш" йыры – 2017" бәйгеһе йәй көнө үк старт алғайны. Маҡсаты – һәләтле үҙешмәкәр йырсыларҙы халыҡҡа сығарыу, башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу, композиторҙар һәм йырҙар автор­ҙарының эшмәкәрлеген пропагандалау, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү....

“Иләү”
Медиа // 6-12-2016, 15:45


“Иләү”1989 йылдың 1 июнендә балаларҙы яҡлау көнөндә эфирҙа беренсе "Иләү" тапшырыуы яңғырай. Хәҙер бик күп телерадиотапшырыуы булған "Тамыр" каналына тап шул көндә нигеҙ ташы һалына ла инде. Тәүге "Иләү"ҙә ҡурсаҡ театры артистары Рәмилә Ҡобағошова – күп нәмәне белергә ынтылған Йәшәмеш, Миңлеғаян Сафина – тәрбиәсе Ынйыҡай, Салауат Ишмөхәмәтов – Ыҡ-мыҡ исемле робот-тимерйән ролендә сығыш яһай. Тапшырыуҙың авторы Луиза Фархшатова, режиссеры Альбина Закирова һәм тауыш операторы Рәүфәнә Ҡашҡарова. Ә кескәйҙәр өсөн тапшырыу­ҙың бәләкәй алып барыусылары, тәүге ҡарлуғастары – Флүзә менән Йәлил Фархшатовтар, Айгөл Иҙрисова, Азат Саҙрыев, Лилиә Миндейәрова…...

“Махсус репортаж”
Медиа // 2-12-2016, 11:30


“Махсус репортаж”“Бына һеҙ кем, журналисмы? Яҙаһығыҙ. Интервью алаһығыҙ. Ә минең ундай һәләтем юҡ. Мин – бур. Һәм мин дә үҙ эшемдә оҫта, талант. Төрмә – минең икенсе өйөм. Инәм дә сығам, инәм дә сығам…”
Енәйәтсе-рецидивист менән асыҡ һөйләшеү. Тапшы­рыуҙы тыңлаусылар уны хәтерләйҙер. Кеҫә бурҙарын то­тоу­ҙа ҡатнашҡаныбыҙҙы, хатта ҡулынан эләктереп, үҙен стенаға терәп ҡуйыуыбыҙҙы һөйләгәйнек инде һеҙгә. Беҙгә травматиканан атып ҡасҡан енәйәтсене ҡыуа төшөүебеҙҙе лә, хәйер һорауҙы бизнесҡа әйләндергән мафия хаҡында ла… Күп ул темалар. Негатив, тиһегеҙме? Юҡ, ысын тормош. Дәлилдәр. Журналист эҙләнеүе. Социаль-ижтимағи проблемалар. Бөгөн беҙгә нимә кәрәк? Ғәҙеллек. Биҙәлмәгән, бөҙрәләтелмәгән ваҡиғалар. Уларҙы асыҡлау юлы....

«Иҡтисад һәм донъя» йәки ялҡау бесәй булмайыҡ
Медиа // 18-11-2016, 14:20


«Иҡтисад һәм донъя» йәки ялҡау бесәй булмайыҡ
Иҡтисад – боронғо грек һүҙе. Мәғәнәһен беҙҙеңсәгә әйләндергәндә, «йорт хужалығын алып барыу» төшөнсәһен бирә. Хәҙерге заманда иҡтисадты башлыса аҡса менән бәйләп ҡарау ғәҙәткә ингән. Ә дөйөм алғанда, уның төп функцияһы – халыҡтың тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн кәрәк булған уңайлыҡтарҙы булдырыу. Сөнки иҡтисадһыҙ йәмғиәттең үҫешмәүе барыбыҙға ла яҡшы мәғлүм. Ана шулай ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта бик ябай ғына аңлатыр­ға мөмкин «Иҡтисад һәм донъя» тапшырыуының асылын. Берәүҙәр ауыл хужалығы өлкәһендә бәхетен һынап ҡарай: мал үрсетеп, ер эшкәртеп аҡса табырға өйрәнә. Икенселәре – төҙөлөштә, өсөнсөләре – интеллектуаль бизнеста, дүртенселәре башҡа йүнәлеш таба.
...

“Ике йондоҙ”
Медиа // 14-11-2016, 12:53


“Ике йондоҙ”Сентябрь айынан тәүге аҙымдарын башлаған "Ике йондоҙ" тапшырыуының хикмәте шунда – уны беҙ күнеккәнсә радио хеҙмәткәрҙәре түгел, ә студияға ҡунаҡ дәрәжәһендә килергә өйрәнгән билдәле шәхестәр үҙҙәре ойоштора! Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Сәлимгәрәева менән Риф Сәйфуллин – тапшырыуҙы башлап ебәреүселәр. Радио тыңлаусыларҙы ошо һуҡмаҡтарға, халыҡ теле менән әйткәндә, тап уларҙың еңел аяҡтары менән әйҙәнек....

“Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә
Медиа // 9-11-2016, 17:14


“Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә
1 сентябрь. Салт аяҙ, матур кис. Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан. “Сәләм, студент!” байрамы. Алып барыусыларыбыҙ һәм эстрада “йондоҙҙары” ҡатнашлығында сағыу тамаша, күңелле уйындар, матур бүләктәр. Иҫегеҙгә төштөмө хәҙер? Эйе-эйе, эфирҙың яңы миҙгелен меңдәрсә тыңлаусыһын йыйып, өфөләргә ҙур байрам ойоштороп асыу – “Юлдаш” өсөн хәҙер изге йола. Ике ваҡиғаны тура килтереп, йырҙар тыңлап, рәхәтләнеп аралашып, халыҡҡа матур ял бүләк итеп, “Беҙ – бергә!” тигән девизыбыҙға тоғролоҡто тағы бер раҫланыҡ....

“Тормош навигаторы”быҙ һүнмәһен
Медиа // 14-10-2016, 12:15


“Тормош  навигаторы”быҙ  һүнмәһен Тормош тиктормош түгел, ти халыҡ. Ысынлап та, тормош юлынан һәр кемгә үҙ арбаһын тартып барырға тура килә. Бында тапалған ерҙән үтеүселәр ҙә, яңы һуҡмаҡтар ярыусылар ҙа бар. Әммә барыһын да, тормош юлы таҡырыраҡ, арбалар нығыраҡ булһын, тигән ышаныс-өмөттәр берләштерә. Йөктәр ҙә өҫтәлеп тора. Әҙәмдәр араһында юл саттарында баҙап ҡалғандар ҙа, һаҙлыҡҡа батып, арбаһын сығара алмай ултырғандар ҙа, туҡтауһыҙ йөк тартып барыуҙан ялҡып, арба өҫтөнә ултырып, тәгәрмәс тәгәрәгән яҡҡа барғандар ҙа етерлек... Һәр кемдең үҙ ҡиәфәте.
Тәүтормоштағы һымаҡ уҡ, кеше йәшәргә ынтыла. Әлбиттә, хәҙер йәшәргә тырышыу тигән төшөнсә аҙыҡ-түлек табыу, мәмерйәне йылытыуға ҡайтып ҡалмай, һәр замандың – үҙ талабы. Хоҡуҡи дәүләттә йәшәйбеҙ, ҡанун-нормаларҙы ла теүәл белергә кәрәк. Белем алыу, эш, карьера, ғаилә мөнәсәбәттәре, торлаҡ мәсьәләһе, көндән-көн киңерәк таралған интернет, сәләмәтлек, мутла­шыусылар һәм башҡаһы күп тормошобоҙҙа.
"Юлдаш" радиоһында һәр шишәмбе яңғыраған "Тормош сифаты" рубрикаһы ана шундай төрлө даирәгә ҡағылған темаларҙы үҙ эсенә ала. Бында яңы ҡанундарға бәйле мәсьәләләр тикшерелә, тормош-көнкүреш кимәлен күтәрер яңылыҡтар еткерелә, төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыуға бәйле белгес кәңәштәре яңғырай. Ғөмүмән, тормош боролоштарында юғалып ҡалмаҫ өсөн, замансалап әйткәндә, "тормош навигаторы" тигәнерәк маҡсаттар ҡуйып әҙерләнә рубрикабыҙ. 18 октябрҙә, мәҫәлән, киҙеү, уның быйылғы төрө, һаҡланыу юлдары тураһында әңгәмә ҡорорбоҙ. Уны 11 сәғәт 15 минутта һәм кис 15 минуттан 9 тула тигәндә тыңлағыҙ.
Һәр шишәмбе радиобыҙ тулҡындарында яңғыраған "Тормош сифаты" сығарылышы тормош юлдарына яңы аяҡ баҫҡандарға, ярайһы тәжрибәле булып та, яңылыҡтар алдында баҙап ҡалғандарға, тыңлаусыларыбыҙҙың һәммәһенә үҙенә күрә бер маяҡ, юл күрһәткесе була алһа, бурысыбыҙ үтәлде, тип әйтә алабыҙ. Тормошобоҙ сифатлы булһын.
...

“Китап донъяһы”
Медиа // 7-10-2016, 13:42


“Китап донъяһы”
«Китапһыҙ өй – тәҙрәһеҙ бүлмә», «Китап уҡымаған әҙәм – сәскә атмаған үлән» кеүек ҡанатлы һүҙҙәрҙе халыҡ телендә йыш ишетәбеҙ.

Ысынлап та, күңелең теләгән әҫәр йәнгә рухи аҙыҡ бирә. Шуға ла үткән йыл беҙҙең каналда «Китап донъяһы» тигән рубрика асылғайны. Халыҡ һорауы бу­йынса быйыл уның күләме ҙурайтылды һәм тапшырыу айына ике тап­ҡыр сығасаҡ. Әле эфир­ҙа Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбу­латованың китаптарына күҙәтеү яһалды. Уның әҙә­би майҙанда эре аҙымдар яһауы – «Яҙы­лып бөтмәгән китап», «Янған аттар» романдары – киң ҡатлам уҡыусылар күңеленә хуш килде. Әҙәбиәтсе Гөлфирә Гә­рәева: «Бөгөнгө прозаиктарыбыҙ Т. Ғи­ниәтул­лин, Н. Мусин, Т. Ға­рипова, Ә. Әминев, Р. Камал, Г. Ғиззәтуллина һ.б. араһында Фәрзәнә Аҡбулатова – иң йәше. Әҙибәнең ижады өлгөрөп еткән, быуынға ултырған, тормошҡа ҡарашы осҡорланған, йәшәйеште фәлсәфәүи күҙлектән тороп байҡау, баһалау юғарылығына күтәрелгән мәле. Ки­ләсәктә лә милли прозабыҙ кимәлен билдәләр­ҙәй аҫыл әҫәрҙәр яҙырына өмөтөбөҙ ҙур», – тигән фекерен белдер­ҙе. Әҙибәнең күңел көмбәҙендә тарихи роман баҙлай.
Йылайыр районында йәшәп, әүҙем ижад итеүсе Зөлфирә Ҡаҙаҡ­баеваның гәлсәр күңелендә «Мәрхәмәтле бул­һын яҙмыш» тип аталған өсөнсө китабы өлгөрҙө. Уға, шулай уҡ башҡа прозаиктарҙың сағыу әҫәрҙәренә лә тиҙ арала байҡау булыр.
Шағирә Таңһылыу Ҡарамышева бер-бер артлы ике китабы менән шатландырҙы. Үҙе әйтмешләй, береһе – «Мәң­гелек сәфәр» – аҡыл менән, икенсеһе – «Көҙ йәйе» – йөрәк менән яҙылған. Ысынлап та, тәүгеһендә, исеменән үк күренеүенсә, кеше йә­ненең мәңгелеге, бәндәнең күктәрҙән бирелгән асылы тик изгелеккә, яҡшылыҡҡа ҡоролған булыуы раҫлана. Уҡыу­сылар был китаптың тормошта юғалып ҡалмаусылар, көслө рухлылар өсөн тәғәйен булыуын күреп ҡыуаныр, тигән өмөттәбеҙ. Ә «Көҙ йә­йе»ндә әбейҙәр сыуа­ғына бәрәбәр яҡты кисерештәр өҫтөнлөк итеүе, китап көтөлмәгән поэтик табыштарға ифрат бай булыуы хаҡында һөйләрбеҙ.
Шулай уҡ драматургиябыҙҙағы яңы исемдәр, әҙәби-эстетик за­уыҡ менән һуғарылған пьесалар ҙа күҙ уңында булыр.
Китап яратҡан кешене тормош ҡытыршылыҡтары, төрлө проблемалар ҡурҡытмай. Киреһенсә, сәм уята, йәшәү һуҡмаҡтарын табырға өйрәтә, еңеүгә илһамландыра. Башҡорт, рус, донъя әҙә­биәте классиктарының әҫәрҙәре хаҡында йыл әйләнәһе хәбәрҙар булырға теләһәгеҙ, «Ки­тап донъяһы»на рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Әнисә Муллағолова....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр
  • Балсы ҡулынан бал тамыр



  • Радио Юлдаш FM