НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 6

Һин йәш, мин дә йәш, Беҙ моңдаш һәм фекерҙәш!
Медиа // 5-09-2016, 12:57


Һин йәш, мин дә йәш, Беҙ моңдаш һәм фекерҙәш!Бына ике йыл рәттән "Юлдаш Plus" йәштәр интернет радиоһы хәҙерге башҡорт йәштәре менән бергә яңы бейеклектәргә үрләй. Эйе, ысынлап та, әле генә "Юлдаш" радиоһы асып ебәргән "ҡустыһы" – "Юлдаш Plus"ҡа ла ике йәш тулып китте....

Йәш "Юлдаш"тарыбыҙ күңеленә һалынған "Күпер"
Медиа // 31-08-2016, 13:15


Йәш  "Юлдаш"тарыбыҙ  күңеленә һалынған  "Күпер"
"Ҡороласаҡ әңгәмәбеҙ, яңғыраясаҡ йырҙарыбыҙ менән һеҙҙең күңелдәргә күпер һуҙыр­ға әҙербеҙ!" – тип сәләмләй һеҙҙе "Юлдаш"радиоһында барыусы "Күпер" тапшырыуы.
Ә инде "Күпер"ҙең тарихына күҙ һалһаҡ... 2000 йылда "Юлдаш" йыр-моң каналы асылғас, "Тамыр" студияһына ла тура эфирға сығыу мөмкинлеге бирелде. Шулай итеп, 2000 йылдың 25 сентябренән радио тарихында тәүге тапҡыр балалар тура эфирға сығып, ололар менән бергә тапшырыуҙар алып бара башланы. Студия ҡунаҡтары ла шулай уҡ балалар – үҙҙәренең проблемалары, уңыштары, ҡаҙаныштары тураһында һөйләр һүҙҙәре, бүлешер хәбәрҙәре күп уларҙың.
...

"Юлдаш" каналының Баймаҡ студияһы һөйләй
Медиа // 29-08-2016, 12:13


"Юлдаш"  каналының Баймаҡ  студияһы һөйләй"Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының Баймаҡ студияһы республика райондарында асыл­ған тәүге филиал булды. Ул 2013 йылдың көҙөндә беренсе тапҡыр эфирға сыҡты һәм бөгөнгәсә уңышлы эшләп килә. Баштан уҡ айырым штат тотоу тураһында һүҙ булманы. Сөнки радиостудия Баймаҡ телевидениеһы базаһында эш башланы һәм уның тәүге алып барыусылары булып урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны....

Рухиәтебеҙ һағында тороусылар
Медиа // 15-08-2016, 11:31


Рухиәтебеҙ  һағында тороусылар
Рухиәт – беҙҙе йыйыусы, туплаусы, халҡыбыҙҙың аңына ла, ҡанына ла һеңгән көс. Ата-олатайҙарыбыҙ ниндәй генә заманда ла йыр-моңдан, шиғри һәм йор һүҙҙән айырылмаған, ғүмерлек юлдашы иткән. Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, нескәлектәрен, камиллығын байытыу, үҫтереүгә арналған тапшырыуҙар рухиәт күгебеҙҙең иркенлеген, сағыу йондоҙҙары булыуын дәлилләй. Илһөйәрлек һәм рухиәттең нигеҙ башы – ғаиләлә, артабан –мәктәп һәм мөхит. Өлгө булыусылары – ағинәйҙәр мәктәбе һәм аҡһаҡалдар булмышы. Ғилем һәм фән эйәләре иһә – ысын рухиәт һағында тороусылар....

Донъяны башҡортса тыңлағыҙ!
Медиа // 8-08-2016, 21:58


Донъяны башҡортса тыңлағыҙ! Юлдашфм.рф һәм yuldashfm.ru . “Юлдаш” радиоһының рәсми сайтын ошо адрестар буйынса таба алаһығыҙ. Унда каналдың эшмәкәрлеге бар тулылығында яҡтыртыла. Эфирға сыҡҡандан һуң һәр тапшырыу шунда уҡ сайтҡа ҡуйыла. Күтәрелгән темаға фекер алышыу, комментарий ҡалдырыу мөмкинлеге бар, үҙегеҙгә оҡшаған сығарылышты дуҫтарығыҙ менән бүлешә алаһығыҙ. Бының өсөн социаль төркөмдәрҙең төймәһенә баҫыу ҙа етә....

Үҙеңде лә уйла, илеңде лә буйла
Медиа // 1-08-2016, 10:18


Үҙеңде лә уйла, илеңде лә буйла
Халҡыбыҙҙа борон-борондан ил-көн тойғоһо көслө һәм быны бөгөн дә тик хупларға ғына кәрәк, тигән ныҡлы уйҙамын. Һәр кемдең азат, үҙ яҙмышы өсөн үҙе яуаплы икәне һәм башҡа, дөйөм алғанда, дөрөҫ, раҫлауҙар булһа ла, шулай....

Яңылыҡ иҫке һуҡмаҡты тапамай
Медиа // 22-07-2016, 12:04


Яңылыҡ иҫке  һуҡмаҡты  тапамай
Тормошто нимә байыта? Әлбиттә, ваҡиғалар. Төрлөһө була уларҙың, үҙебеҙгә генә ҡағылғандары ла, тотош йәмғиәтебеҙҙә сағылғандары ла. Яҡшыһы ла, яманы ла. Арба тәгәрмәсенә уралып, ғүмер буйы эйәреп барғандары ла, кипкән бысраҡ һымаҡ, ваҡыт үтеү менән ҡойолоп ҡалғандары ла... Уларын да, быларын да ҡаплап, яңы ваҡиғалар, йәғни яңылыҡтар өҫтәлә килә. Ана шул яңылыҡтарҙы иң беренселәрҙән булып халҡыбыҙға еткереүсе – “Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар” бүлеге.
...

Халыҡ, ил тарихы – киләсәккә изге аманат
Медиа // 17-07-2016, 22:42


Халыҡ, ил тарихы – киләсәккә изге аманат Заман рухын ҡайһылайтып тотоп ҡалырға? Уның бөгөнгө тын алышын, ваҡиғалар ағышын алдағы көндәрҙә нисек сағылдырыр ға мөмкин? Кеше бының өсөн күп сара үҙләштергән: хәреф графикаһын ҡулланып һүрәтләү, рәсем яһау, таш һындар эшләү, фотоға, киноға төшөрөү һ.б. Шул сараларҙың иң тәьҫирлеләренең береһе – тауыш яҙмаһын уйлап сығарыу – ҙур асыш була. Фонотека, йәғни тауыш яҙмалары бүлеге – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының мөһим тармағы. Ул рухи ҡомартҡылар байлығын яңыртыу, туплау, тәртиптә тотоу өсөн яуаплы. “Алтын фонд” менән эш итеүҙә һанлы технологияға күсеү яңы һулыш бирҙе, яҙмаларҙың сифаты яҡшырҙы, уларҙы етештереү заманса тиҙлеккә яраҡлашты....

Хәбәрсенең һәр эш көнө – яңы тормош бите
Медиа // 8-07-2016, 10:16


Хәбәрсенең һәр эш көнө – яңы тормош бите Радиола эш башлауым "Юлдаш" каналы асылыу осорона тура килде, был хеҙмәттәшлеккә ун биш йыл да булып киткән. Бар республика тыңлаған радио каналында мин әҙерләгән материалдар яңылыҡтар сығарылыштарында, шулай уҡ "Даирә" программаһында яңғырай. Шундай мөмкинлек биргән "Юлдаш" радиоһына сикһеҙ рәхмәтлемен. Район халҡын, әлбиттә, иң тәүҙә үҙҙәре йәшәгән мөхиттәге хәбәрҙәр ҡыҙыҡһындыра, шунан ғына – республика һәм ил хәлдәре. Урында яңылыҡтарҙың төрлөһө бар, әммә бөтә республика өсөн ҡыҙыҡлы сюжеттар эҙләйем. Мәҫәлән, фермерҙың миллион һумлыҡ грант алыуы, йә булмаһа, сағыу байрам тураһындағы репортаж халыҡтың йәшәйешен сағылдыра....

“Атайым тураһында һөйләгеҙ”
Медиа // 6-07-2016, 10:06


“Атайым тураһында һөйләгеҙ”Ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәйҙәргә арналған тапшырыу­ҙар бихисап, ә бына атайҙар хаҡында һөйләгәндәре һирәк. Йәмғиәттә ирҙәрҙең абруйын арттырыу, атай тәрбиәһе, уның уңыш серҙәре тураһында бәйән итеү маҡсатында 2014 йылда “Юлдаш” радиоһында “Атайым тураһында һөйләгеҙ” тип аталған тапшырыуҙар шәлкеме сыға башланы. Ул беҙҙең аранан киткән, үҙенән һуң яҡты эҙ, күркәм эштәр ҡалдырған, атаһының ғына түгел, тотош милләтенең улы булған уҙамандар тураһында....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM