НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 4

Атайым тураһында һөйләгеҙ
Медиа // 6-03-2017, 11:15


Атайым тураһында һөйләгеҙ
Атайҙың әйткәндәре һәр ваҡыт хәтерҙә. Бала саҡта аңлап та, баһалап та етмәгән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәһең. “Юлдаш” радиоһында өсөнсө йыл рәттән эфирға сыға килгән “Атайым тураһында һөйләгеҙ” тапшырыуы ла атайҙар васыяты, атай­ҙар аманаты, атайҙар тәрбиәһе тураһында. Беҙҙең аранан киткән, үҙенән һуң яҡты эҙ, күркәм эштәр ҡалдырған, атаһының ғына түгел, тотош милләтенең улы булған уҙамандар программа геройҙары итеп һайлана....

Пирамида кеүек күп ҡырлы
Медиа // 28-02-2017, 08:30


Пирамида кеүек күп ҡырлы
Пирамиданы һәр кем күҙ алдына килтерәлер. Юҡ-юҡ, Мысырға тартмай әле күңел. Миҫал өсөн генә. Пирамиданы бер яғынан тороп ҡараһаҡ, нимә күрәбеҙ?

Әлбиттә, өсмөйөш. Ә туп-тура, өҫтөнән? Шаҡмаҡ, квадрат, тиерһегеҙ. Дөрөҫ тә һымаҡ, тик пирамида тигәндәренең шаҡмаҡ та, өсмөйөш тә түгел икәнлеген беләбеҙ. Тимәк, реаль картинаны күҙ алдына баҫтырыу өсөн ана шул пирамиданы бер тапҡыр булһа ла әйләнеп сығырға кәрәк....

«Юлдаш» йыры – 2017» яңы йырсыларҙы көтә
Медиа // 20-02-2017, 14:13


 «Юлдаш» йыры – 2017» яңы йырсыларҙы көтә
«Юлдаш» йыры» баштан уҡ ҡатнашыусыларының үҙенсәлекле, күп яҡлы булыуҙары менән йәлеп итте. Теш табибы Нәғим Ғәлин, Тольяттиҙан инженер Хәтижә Ғиниәтова, зоотехник Фәрит Йосопов, төҙөүсе Дилбәр Нурғәлиев ҡына ни тора! Тағы ла инженерҙар, эшҡыуарҙар, балта оҫталары, уҡытыусылар, ашнаҡсылар, спортсылар, юристар һ.б. Улар тәүге аҙымдарын тап «Юлдаш» йыры»нда яһап, ҡанат нығытты.
...

Халҡыбыҙҙың аҫыл йыр мираҫын еткереүсе “Хазина”
Медиа // 6-02-2017, 12:10


Халҡыбыҙҙың  аҫыл йыр мираҫын еткереүсе “Хазина”
Тәүлек әйләнәһе эшләгән “Юлдаш”тың эфир йөкмәткеһенең күп өлөшөн төрлө йүнәлештәге йыр-моң биләй. Заманса тел менән әйткәндә, музыкаль контенттың үҙенсәлеге уның төрлөлөгө менән билдәләнә. Халыҡ йырҙары ла, классик һәм инструменталь көйҙәр ҙә, йәштәр зауығына тура килгән рок һәм поп, дискотека музыкаһы, заманса стилдәге йырҙар, урта быуын күңеленә яҡын ретро көй-моңдар ҙа бар. Бөгөн һүҙ халыҡ йырҙары тураһында....

“Юлдаш” килен төшөрә
Медиа // 2-02-2017, 11:03


“Юлдаш” килен төшөрә“Юлдаш” радиоһында әлегә тиклем ишетелмәгән һәм күрелмәгән ваҡиға – беҙ килен төшөрәбеҙ! Геройҙарыбыҙ – Лира һәм Азат. Улар бер-береһен бала саҡтан яҡшы белә. Икеһенең дә олатай-өләсәйҙәре Мәләүез районының Аптраҡ ауылында йәшәй. Улар янына ял итергә ҡайтып йөрөгән йәштәр дуҫлашып китә, дуҫлыҡ хистәре оло мөхәббәткә әүерелә. Күмертау ҡалаһы ҡыҙы Лира Мөҡсимова әле Өфө авиация техник университеты студенты, 4-се курста белем ала. Мәләүез егете Азат Һөйәрғолов иһә “Газпромнефте­химсалауат” ойошмаһында машинист булып эшләй. Йәштәрҙең яратҡан шөғөлдәре, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары күп. Шул иҫәптән улар радио тыңларға ла ярата. Шуға ла Азат яратҡан радиоһы үткәргән концертта һөйгәненә өйләнешергә тәҡдим яһарға була ла инде. Былтыр үткән “ЮлдашХит” концертында уның сәхнәнән әйтелгән: “Лира, мин киләсәк тормошомдо һинең менән бәйләргә теләйем. Миңә кейәүгә сығырға ризаһыңмы?” – тигән һүҙҙәре бар тамашасыны аптыратты ла, һоҡландырҙы ла. Һәр хәлдә, концертҡа килеүселәр егеттең ҡыйыулығын, кейәүгә сығыу тәҡдименең үҙенсәлекле булыуын баһаланы. Лира ла бындай тәҡдимдән баш тарта алманы. Ғашиҡтар көнөндә “Юлдаш” ра­диоһы тура эфирҙа уларҙы ҡауыштырырға һәм туй үткәрергә ниәтләй. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Юлдаш” радиоһының асыҡ төркөмөндә Азаттың Лираға тәҡдим яһаған мәлен мәңгеләштергән видеояҙма 7 мең “лайк” йыйһа, тура эфирҙа йәш­тәр­ҙе өйләндерәсәкбеҙ. Йәштәргә бәхет теләп, уларға “лайк”тар ҡуйығыҙ. Тулы мәғлүмәт “Юлдаш” радиоһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендә.

Гүзәл ЗАРИПОВА....

“Сәләмәт булайыҡ” йәғни сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошло!
Медиа // 23-01-2017, 12:24


“Сәләмәт булайыҡ” йәғни сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошло!
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Уны һатып алып та, бүләк итеп тә булмай. Һау-сәләмәт булыу иң элек кешенең үҙенә бәйле. Ә һалҡын тейеүҙе, киҙеүҙе алдан иҫкәртеп буламы? Ошо һәм сәләмәтлеккә ҡағылышлы башҡа мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, тыңлаусыларыбыҙҙы сәләмәтлек серҙәре менән таныштырыу, уларға табип-белгес кәңәштәрен еткереү, сирҙәр­ҙе иҫкәртеү маҡсатында "Юлдаш" радиоһында "Сәләмәт булайыҡ" проекты ойошторолдо. Ул эфир тулҡындарына йома көн "Иртәнсәккәй тороп" проектында сыға, тулыраҡ тапшырыу булып һәр икенсе дүшәмбе көндөҙгө 11 сәғәт 15 минутта һәм киске 8 сәғәт 15 минутта донъя күрә.
Һаулығыбыҙҙы нисек кенә һаҡлар­ға тырышһаҡ та, барыбер табиптарға һәм аҙым һайын теҙелеп торған дарыуханаларға мөрәжәғәт итмәйенсә йәшәй алмайбыҙ. Дарыуҙарға көндән-көн хаҡтар арта, уларҙың арзан аналогтары бармы? Ниндәй дарыуҙарға өҫтөнлөк бирергә? Киҙеүҙе ни өсөн табиптар антибиотиктар менән дауаларға кәңәш итмәй? Сығарылыштарҙа ошондай көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелеп, өлкәне яҡшы белгән табиптар ярҙамында бергәләп яуаптар эҙләйбеҙ. Төшөнкөлөккә бирелеүҙән, стрестан һәм хәүефләнеүҙән дарыу төймәһе йәки башҡа дауа ярҙамында ғына түгел, ә күңелде күтәрерлек, йылылыҡ өҫтәүсе төрлө ысулдар менән дә ҡотолорға мөмкин. Сырхауҙың сәбәбе – хәрәкәт һәм кәрәкле витаминдар етмәү. "Сәләмәт булайыҡ" рубрикаһының алдағы сығарылыштарында ошо хаҡта ла ишетербеҙ.
Әҙәм балаһы сирләгәндә генә һаулыҡтың иң ҙур байлыҡ икәнен хәтергә төшөрөүсән. Табип сирҙе дауалай, ә сәләмәтлекте һәр кем үҙе булдыра. Сәләмәт кеше – матур кеше. Әгәр инде күңелебеҙ "ауырый" икән – тәнебеҙ ҙә интегә. Һәр яҡлап сәләмәт булайыҡ! Һеҙҙән һорауҙар менән хаттар көтәбеҙ. Тапшырыуҙарҙы uldashfm.ru адресы буйынса беҙҙең рәсми сайтта ла тыңларға мөмкин.
Сәриә Рамазанова.
...

“Зирәк”, йәғни белемлене көтә бүләк
Медиа // 17-01-2017, 16:23


“Зирәк”, йәғни белемлене көтә бүләк
Бына инде күп йылдар “Юлдаш” тулҡындарында “Тамыр” студияһының “Зирәк” уйыны елә һәм йомробаш малай менән ҡыҙҙарға бүләктәрен өләшә....

“Мәҙәни майҙан”
Медиа // 11-01-2017, 15:45


“Мәҙәни майҙан”Беҙҙең халыҡ йыр-бейеүгә айырыуса маһир моңло халыҡтарҙың береһе. Әммә бөгөн башҡа яҡҡа иҫкән ел, икенсе төрлө үҫеш йүнәлеше, ҡанундар (иҡтисад, баҙар, етеш көнкүреш артынан сабыу) күп осраҡта рухи ҡиммәттәребеҙҙе юғалтыуға, кешенең күңел донъяһы ярлыланыуына, ә милләтебеҙҙе милләт иткән шәхестәребеҙгә ҡарата иғтибар кәмеүгә килтерҙе. Билдәле ижадсылар­ҙың да эше коммерцияға нигеҙләнде, сараһыҙҙан аҡса эшләүгә ынтылыуға, ошо үлсәмдең алдан йөрөүенә этәргес булды....

Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел
Медиа // 13-12-2016, 12:30


Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел
йәки “Юлдаш” йыры” конкурсы ҙур майҙанға саҡыра

Тормошто йыр-моңһоҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул – күңелебеҙҙә, булмышыбыҙҙа, тәбиғәтебеҙҙә. Күптәр, тормошон ҙур сәхнә менән бәйләмәһә лә, матур йырлай, тауыштары иҫ киткес моңло, әммә улар, ғәҙәттә, баҙнатһыҙ була, хыялын күңел түренә йәшерә лә, йәшәй бирә.
Шундай замандаштарыбыҙға "Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ҙур хыялын тормошҡа ашырыр­ға ярҙам итә, һәүәҫкәрҙәрҙе ҙур майҙанға алып сыға, өр-яңы исемдәр аса. Бының өсөн "Юлдаш" йыры" асыҡ республика конкурсына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыу­сылар­ҙы билдәләгән "Юлдаш" йыры – 2017" бәйгеһе йәй көнө үк старт алғайны. Маҡсаты – һәләтле үҙешмәкәр йырсыларҙы халыҡҡа сығарыу, башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу, композиторҙар һәм йырҙар автор­ҙарының эшмәкәрлеген пропагандалау, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү....

“Иләү”
Медиа // 6-12-2016, 15:45


“Иләү”1989 йылдың 1 июнендә балаларҙы яҡлау көнөндә эфирҙа беренсе "Иләү" тапшырыуы яңғырай. Хәҙер бик күп телерадиотапшырыуы булған "Тамыр" каналына тап шул көндә нигеҙ ташы һалына ла инде. Тәүге "Иләү"ҙә ҡурсаҡ театры артистары Рәмилә Ҡобағошова – күп нәмәне белергә ынтылған Йәшәмеш, Миңлеғаян Сафина – тәрбиәсе Ынйыҡай, Салауат Ишмөхәмәтов – Ыҡ-мыҡ исемле робот-тимерйән ролендә сығыш яһай. Тапшырыуҙың авторы Луиза Фархшатова, режиссеры Альбина Закирова һәм тауыш операторы Рәүфәнә Ҡашҡарова. Ә кескәйҙәр өсөн тапшырыу­ҙың бәләкәй алып барыусылары, тәүге ҡарлуғастары – Флүзә менән Йәлил Фархшатовтар, Айгөл Иҙрисова, Азат Саҙрыев, Лилиә Миндейәрова…...


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM