НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 3

Хит-парад эстрадабыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә
Медиа // 7-02-2018, 08:00


Хит-парад эстрадабыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә«Юлдаш»-хит. Радио хит-парады. Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Филүс Ҡасимов алып барған киске тапшырыу. Ул нимәнән ғибәрәт һуң?
Һәр йомала эфирҙа яңы 7 йыр тыңлаусылар иғтибарына сығарыла, улар үҙ сиратында оҡшаған йырҙарына дүрт аҙна буйы Юлдашфм.ру сайтында тауыш бирә, ай еңеүселәрен билдәләй. Йыл аҙағында, был бәйге гала- концерт менән тамамлана. Бер миҙгелгә 70-тән ашыу яңы йыр тәҡдим ителә. Иң күп тауыш йыйған 30 йыр гала-концертҡа үтә. «Юлдаш»-хит, ижад менән әүҙем шөғөлләнгән профессиональ йырсыларҙы, һәләтле үҙешмәкәр башҡарыусыларҙы, шулай уҡ уларҙың яңы йырҙарын популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.
Конкурстың башҡа маҡсаттары һәм бурыстары:
– башҡорт эстрадаһы үҫешенә йоғонто яһау.
– йыр авторҙарының һәм композиторҙарҙың эшмәкәрлеген пропагандалау, талантлы йыр авторҙарын билдәләү;
– башҡарыусыларҙың һәм йыр авторҙарының ижади үҫешенә булышлыҡ итеү. Һәр йомала, киске сәғәт 10-да, тыңламай ҡалма!...

Төп шарт – ғәҙеллек тантанаһы
Медиа // 31-01-2018, 07:00


Төп шарт – ғәҙеллек тантанаһы
Заман һайлауын киң мәғлүмәт сараларынан тыш үткәреү, ныҡ баҙнатлы уйҙа, бәлки, мөмкиндер, ә ғәмәлдә күҙ алдына килтергеһеҙ ҡатмарлы, әлбиттә. Беренсенән, һайлау тигәндә, етмәһә, тауыш күпселектә туранан-тура бирелгән беҙҙең илдә, үҙе үк асыҡлыҡ күҙҙә тотола, уртаға тап асыҡ эшмәкәрлек менән шөғөлләнәсәк кешеләр сыға; икенсенән, дөйөм мәғлүмәт тә кәрәк: ҡасан була, нисек була, кемдәр була һәм башҡалар. Әлеге һөнәри ҙә, ижтимағи ҙа бурыстың беҙҙә, хәбәрселәрҙә, ятҡанын өҫтәмә белдереп тормайыҡ. Ләкин был эштә лә, айырыуса ошондалыр ҙа, үҙенсәлектәр күп – һайлау кимәле ни тиклем юғарыраҡ, улар шул хәтлем етдиерәк тә. Үҙенсәлектәр тигәндә, яуаплылыҡты ла аңлау дөрөҫ. Ә яуаплылыҡ – һайлауға ҡағылышлы бөтә закон нормаларының теүәл, хәрефкә хәреф үтәлеүе....

“Самауыр янында”
Медиа // 24-01-2018, 07:00


“Самауыр янында”
Былтыр Мәскәүҙә үткән фестивалдә бер юлы 1800-гә яҡын кешене самауыр сәйе менән һыйлағандар. Был ваҡиға Гиннесс рекордтар китабында рәсми теркәлгән....

“Юлдаш” та – Яңы йыл
Медиа // 10-01-2018, 07:00


“Юлдаш” та – Яңы йыл
йәғни “Үткәндәрҙе барлап, Яңы йылға ҡарап…”
Йыл һайын декабрь аҙағында “Юлдаш” радиоһы коллективы радио тыңлаусыларға мөғжизәле һәм тылсымлы байрам әҙерләй.
28 декабрь иртәһе…
“Юлдаш”та байрам, “Үткәндәрҙе барлап, Яңы йылға ҡарап…” исемле яңы йыл марафоны үҙ эшен башланы. Серле һәм мөғжизәле эфир тулҡындары… Шыл­тыратыуҙар, ҡотлауҙар, ҡыҙыҡлы уйындар, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙан бүләктәр – барыһы ла күптән әҙер. Эйе, юлдаштарыбыҙ ҙа әҙер ине. Улар марафон көнөн оло түҙемһеҙлек менән көттө. “Алмаш-тилмәш” проектының һөҙөмтәһе билдәле булып, ат уйнатыуҙарын ишеткәс тә, “Юлдаш” төркөмөнә хәбәрҙәр яуа башланы ғына. Уларҙың һаны-иҫәбе лә юҡ, 68 меңдән ашыу кеше “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмгә инде....

Дәрт-дарман, илһам һәм көс – бүләк итә «Юлдаш Plus»
Медиа // 27-12-2017, 08:00


Дәрт-дарман, илһам һәм көс – бүләк итә «Юлдаш Plus»
Бына нисәнсе йыл рәттән үткәрелеп, матур йолаға әйләнгән йәштәр интернет-радиоһы «Юлдаш Plus» хит–парады быйыл да шаулап-гөрләп үтеп китте. Концерт-дискотека «Өфө уттары» күңел асыу комплексында ойошторолдо....

«Юлдаш»та «Тамыр» һөйләй
Медиа // 20-12-2017, 08:00


«Юлдаш»та «Тамыр» һөйләй
2000 йылда «Юлдаш» йыр-моң каналында «Тамыр» студияһына аҙнаһына бер тапҡыр тура эфирҙа эшләү мөмкинлеге бирелгәс, мөхәррир апай-ағайҙар тәүге тапҡыр балалар менән бергәләп тура эфирға сыға башланы. Был ул саҡта беҙҙең өсөн ҙур яңылыҡ булып торһа, хәҙер инде ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Әлеге ваҡытта радиолағы ете тапшырыуҙың өсәүһе тура эфирҙа сыға....

Беҙҙең милли йолалар
Медиа // 12-12-2017, 07:00


Беҙҙең милли йолалар
Ҡошто – оя, илде йола тотоп тора, тигән телсе-ғалим, шағир Рәшит Шәкүр. Халҡыбыҙ борон-борондан һәр эште матур йолаға әйләндереп, ябай ғына күренештән дә ҙур байрам яһап йәшәй белгән. Заманалар үҙгәр­һә лә, күркәм йолаларыбыҙҙың юғалмауы – шатлыҡлы күренеш. Бөгөн уларға ҡарата иғтибар артыуын күҙәтәбеҙ. Һуңғы ваҡытта онотолған ҡайһы бер боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙергә тырышҡан төбәктәр ҙә күп. “Юлдаш” радиоһы тыңлаусыларына “Беҙҙең милли йолалар” тип аталған махсус сығарылыш тәҡдим итә. Тәүге тапшырыуҙар көҙ һуңына, ҡыш башына тура килгән йолаларға бағышланды. Һуғым ашы, ҡаҙ өмәһе, һалдат оҙатыу йолалары иғтибар үҙәгенә алынды.
Артабанғы сығарылыштарҙа ла миҙгел йолалары тураһында мәғлүмәт биреүҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, тормош-көнкүреш, туй, бала ты­уыуға бәйле йолалар тураһында һөйләп, халҡыбыҙҙа онотола барған йолаларҙы ла телгә “Йолала­рыбыҙ – алтын ҡомарт­ҡы. Онотмайыҡ! Онотторма­йыҡ!” “Юлдаш” радиоһы журналистары ошондай девиз менән эшләй. Сығарылышты көн һайын көндөҙгө сәғәт 1 тула 13 минуттан һәм киске сәғәт 9 тула 13 минуттан тыңлағыҙ.

Гүзәл ЗАРИПОВА....

Алмашайыҡ!
Медиа // 6-12-2017, 06:30


Алмашайыҡ!
2005 йыл. Канада. Кайл Макдональд исемле егет ҡуртымға алынған фатир­ҙа йәшәй һәм үҙ өйө тураһында хыяллана. Бындай уйланыуҙар уны ҡыйыу аҙымға этәрә: Кайл бәләкәй әйберҙәрҙе – ҙурға, арзандарын ҡиммәтерәккә алмаштыра башлай. Ҡыҙыл ҡағыҙ ҡаптырғысты ул ручкаға алмаштыра, уны – ишек тотҡаһына, ишек тотҡаһын – газ мейесенә......

“Әйткәндәй”ҙә әйткәндәрҙе ишетегеҙ
Медиа // 1-12-2017, 08:00


“Әйткәндәй”ҙә әйткәндәрҙе ишетегеҙ
Йәшәйеш ҡанундары шундай, бер үк төрлө тормош һикәлтәләрен төрлө кешеләр төрлөсә үтә. Хатта бер үк кеше шул уҡ һикәлтәне төрлө ваҡытта төрлөсә үтә, тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Кемдер ыңғыраша-зарлана, ҡайһылары, тешен шығырлатып ҡыҫһа ла һыр бирмәй, икенселәре еңел генә артыла, ундайҙар тормош юлынан йылмайып-көлөп кенә атлаған һымаҡ.
Ҡайһылары – урап үтеү юлын, ҡайһылары емереү ысулын эҙләй, ә кемдәрҙер үҙ көсөнә ышанмай, бәләкәй генә һикәлтә төбөндә тапана бирә....

«Көтмәгәндә-уйламағанда»
Медиа // 24-11-2017, 07:00


«Көтмәгәндә-уйламағанда»
«Көтмәгәндә-уйламағанда юлыма осрап, фәлән кеше яҙмышымды ыңғайға бороп ебәрҙе. Уның абруйлы бер һүҙе етте». Шундайыраҡ һөйләшеүҙәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Йәш саҡта яҙмыш фалын һоноусы, бүләк итеүсе шәхестәргә күптәребеҙ рәхмәтле....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай
  • Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде



  • Радио Юлдаш FM