НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 2

«Тамыр»лы «Юлдаш»
Медиа // 6-06-2018, 07:00


«Тамыр»лы «Юлдаш»
Һағынып көткән йәйге каникул башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Балаларҙың күбеһе ял лагерҙарына, олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа китә. Ә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр каналы «Юлдаш» радиоһында барған тапшырыуҙарында уларҙың ялын, сәйәхәттәрен, яңы асыштарын йәй көндәрендә лә яҡтыртып барасаҡ....

Милләтебеҙгә хеҙмәт итеүселәрҙе данлаусы тапшырыу
Медиа // 30-05-2018, 08:00


Милләтебеҙгә хеҙмәт итеүселәрҙе данлаусы тапшырыу
Ҡайһы осор ижадсыларының исемдәрен атамайыҡ, уларҙың һәр береһе һайлаған һөнәренә тоғролоғо менән беҙҙе ғәжәп итә һәм һоҡландыра. Милләткә хеҙмәт итеүе, милләтте һөйөүҙәре менән бүтән­дәр­ҙең күңел усағын дөрләтә алған шәхестәребеҙ менән нисек ғорурланмайһың да, нисек уларҙың исемдәрен телгә алмайһың ти инде? Тап шундай әһелдәр һәм оҫталар менән таныштыра тыңлаусыларҙы “Сәхнәгә арналған ғүмер” тапшырыуы. Төрлө быуын вәкилдәре, төрлө яҙмыштар менән осрашабыҙ беҙ был проектта. Тарих менән шәхес айырылғыһыҙ төшөнсә булып уҡмаша. Сәхнә тураһында һүҙ йөрөткәндә, Башҡорт дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалған, уны оло бейеклеккә күтәрешкән режиссерҙар һәм актер­ҙар алдында баш эйәбеҙ. Бигерәк тә өс кешенең хеҙмәте оло хөрмәт менән телгә алыныуы осраҡлы түгел. Улар – Вәлиулла Мортазин, Шәйех­зада Бабич, Хәбибулла Fәбитов. Мортазин-Иманский театр сәнғәте өлкәһендәге бер маяҡ булып ҡаласаҡ. Ҡорос ихтыярлы, тынғыһыҙ режиссер, художество етәксеһе тәүге күсмә театрҙы булдыра, 12 артистан торған труппа 1924 йылда республиканы арҡырыһы-буйына гиҙә. Тәүге йылда 26 мең тамашасыны хеҙмәтләндерһә, икенсе йылына инде был һан 96 меңгә барып етә. Күсмә театр XX быуат урталарына тиклем башҡорт ауылдары буйлап гастролдә йөрөй....

Беҙ яңылыҡтар еткерәбеҙ
Медиа // 23-05-2018, 07:30


Беҙ яңылыҡтар еткерәбеҙ
Автобуста китеп барабыҙ.
– Ишеттегеҙме әле бер яңылыҡ? Уны “Юлдаш” радиоһынан хәбәр иттеләр. Улар әйткәс, дөрөҫтөр инде, – ти бер апай эргәһендә торған ағайға.
– Эйе, хәбәрҙарбыҙ. Уларға ышанмай кемгә ышанырға инде? Блогерҙар фәстерә. Ә “Юлдаш” халыҡтыҡы бит ул.
Ысынлап та, “Юлдаш” радиоһында ете ҡат тикшерелгән мәғлүмәттәр генә яңғырай.
Яңылыҡтар – һәр мәғлүмәт сараһының йөҙө. Бигерәк тә радионыҡы. Сөнки ул башҡаларға ҡара­ғанда оперативыраҡ.
“Юлдаш” радиоһындағы эфир һәр сәғәт тиерлек яңылыҡтар сығарылышы менән башлана. Журналистар Башҡортостан, ил һәм донъя хәбәр­ҙәрен тәҡдим итә. Ваҡиғаларға, күренештәргә төрлө өлкә белгестәре баһа бирә. Сит илдәр менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Үзбәкстандан Рәилә Ҡәрипова, Чехиянан Ми­ләүшә Годбодь, Италиянан Венера Хурамшина, Миләүшә Сәлимова, Америка Ҡушма Штаттарынан Айгөл Ғимранова-Лайн беҙгә даими мәғлүмәт ебәреп тора.
– Район гәзиттәре лә ярҙам итә, – ти яңылыҡтар хеҙмәте етәксеһе Ирек Әхмәтшин. – Барыһы ла үҙ төбәгендә булған ваҡиғалар хаҡында хәбәр ебәрә. Ҙур рәхмәт! Ә бына Белорет районының “Урал” гәзите журналисы Эльза Мөхәмәҙиева менән Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите хәбәрсеһе Зөлфиә За­һитоваға етеүселәр юҡ әле.
Ҡыҙҙар бик әүҙем. Оператив эшләй белә. Бүтән төбәк журналис­тарын да ижади бәйләнешкә саҡырабыҙ.
Интернет – беҙҙең төп ярҙамсыбыҙ. Ер шарының әллә ҡайһы мөйөшөнән тауышлы мәғлүмәтте йәшен тиҙлегендә алабыҙ. Беҙҙең өсөн тауыштар төрлөлөгө мөһим. “Юлдаш” республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары менән дә элемтә булдырған. Әммә үтә “ябыҡ”, мәғлүмәт менән уртаҡ­лашыр­ға, хеҙмәткәрҙәренең комментарий биреүҙәрен теләмәгән ойошмалар ҙа бар.
“Юлдаш” радиоһы халыҡ өсөн эшләй, шуға ла “Халыҡ хәбәрселәре”нең күп булыуын хуплайбыҙ. Яңылыҡтарығыҙ булһа, беҙгә хәбәр итегеҙ. Телефоныбыҙ: 8(347) 262-88-02. Бәйләнештә социаль төркөмөндә “Халыҡ хәбәрсеһе: ваҡиғалар, яңылыҡтар, хәбәрҙәр” тигән бүлек асҡанбыҙ. Унда ла мәғлүмәт ҡалдырырға мөмкин.
Юлдашфм.рф һәм yuldashfm.ru “Юлдаш” радиоһының рәсми сайтын ошо адрестар буйынса таба алаһығыҙ. Яңылыҡтар таҫмаһы даими яңыртыла. Донъя, ил һәм республика хәбәрҙәрен бирә барабыҙ. Яңылыҡтарыбыҙҙа – сәйәсәт, иҡтисад, аналитика, көн картинаһы. Байтаҡ мәғлүмәт сараһы беҙҙең мәғлүмәтте ҡуллана һәм тарата. Ябай ғына итеп әйткәндә, “Юл­даш”тың рәсми сайты үҙе лә айырым мәғлүмәт сығанағына торошло.
Аҙна дауамында булған мөһим ваҡиғаларға, күренештәргә “Даирә” тапшырыуы анализ яһай.
Һәр сәғәт башында, ә йәкшәмбе көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм киске 9-ҙа “Даирә”не тыңламай ҡалмағыҙ. Ваҡиғалар ағышын беҙҙең менән күҙәтегеҙ. Яҡшы хәбәрҙәр генә ишетергә яҙһын.
Зөһрә АРСАЕВА....

Тауыштарҙа – заман һулышы
Медиа // 17-05-2018, 07:00


Тауыштарҙа – заман һулышы
“Колхозға радио килгән!” – шундай хәбәр йәшен тиҙлеге менән бөтә баҫыуға таралып та өлгөрҙө. Һылыу менән Сәхипъямал еңгәләр­ҙе башҡаларға ҡарағанда ла радио күберәк шатландырҙы. Улар… ҙур ашҡыныу менән ҡайтырға сыҡты. Бына клуб! Ниҙер уйнаған кеүек, гармун тауышы ла ишетелә. Ләкин бында артистар ҙа, гармунсы ла юҡ ине. Был тауыш…бер торбанан килә икән. Нимәлер пыш-пыш итте лә, теге торбанан һөйләшкән тауыштар ишетелә башланы.
– Хәҙер йыр –“Шәл бәйләнем”.
Сәхипъямал еңгәнең шатлығынан күҙҙәренән йәш бөртөктәре сыҡты”.
“Башҡортостан” газетаһы, 1936 йыл, 6 октябрь һанында донъя күргән мәҡәләлә радионың ул заман өсөн ниндәй ҙур яңылыҡ, хатта шаҡ ҡатырғыс күренеш булғаны сағыла....

«Геройҙарым менән бергә уйланам»
Медиа // 7-05-2018, 09:29


«Геройҙарым менән бергә уйланам»
7 май – Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө

Беҙҙең журналистика төркөмөнән бер нисә кеше бер юлы радиоға эшкә барҙы. Яғымлы, сағыу тауышлы, ярайһы уҡ киң эрудициялы, яңы ғына ҡулдарына диплом алыу­ҙарына ҡарамаҫтан, радиола үҙ кеше булып өлгөргән ҡыҙҙар­ҙың журналистиканың был өлкәһендә үҙ урынын табыуына шигебеҙ ҙә юҡ ине. Ошо ҡыҙҙар араһында Асҡын районынан Зөһрә Арсаева «Башҡортостан» радиоһының «Даирә» ижад берекмәһендә эш башланы. Бөгөн уны эфир тулҡындарында радио тыңлаусылар «Асыҡ студия» тапшырыуында халыҡҡа социаль әһәмиәтле, көнүҙәк проблемалар­ҙы яҡтыртҡан, төрлө мәсьәләне асыҡлауға ҡыйыу тотонған журналист, «Юлдаш» радиоһының алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы булараҡ белә. Үҙенсәлекле, ихлас әңгәмәләр ҡора белгән хәбәрсе, тыңлаусыларҙың күңел кисерештәренә яуап биргән тапшырыуҙар авторы. Һөнәри байрамы уңайынан Зөһрә радиожурналистика серҙәре менән бүлеште, бергәләп уның күңел кисерештәрен барланыҡ, уйландырған ваҡиғалар хаҡында һөйләштек.

...

“Йырҙың йыртығы юҡ”, тиһәләр ҙә…
Медиа // 24-04-2018, 08:00


“Йырҙың йыртығы юҡ”, тиһәләр ҙә…
Күңелемдә йәнә йыр тумалды,
Йыр тыуыуы − үҙе мөхәббәт.
Йыр тыуғанға, ерҙәр ҡотло, моңло,
Мөхәббәт ул − үҙе мәрхәмәт!
Ысынлап та, йыр-моң беҙҙе йәшәтә, илһамландыра, дәртләндерә. Һәр кем, олоһо-кесеһе, күңел торошона ауаздаш йырҙарҙы радио аша тәүлек әйләнәһенә тыңлай ала. Улар араһында ниндәй генә көй юҡ, йырсылар ҙа, башҡарыусылар ҙа бихисап. “Юлдаш” тулҡындарында ла йыш ҡына яңы йырҙар донъя күрә. Сөнки радиоға һәр кем үҙенең ижад емешен килтерә ала, бының өсөн юлдар асыҡ… Әммә был һәр йырҙы тота килеп эфирҙан тыңлай алыу тигән һүҙ түгел. Һәр эштең үҙ тәртибе була. “Юлдаш” радиоһы яңы йырҙарҙы эфирға биреү маҡсатында һайлап алыу өсөн ай һайын художество советы ойоштора. Бында күренекле композитор, шағир һәм йырсылар ҡатнаша. Улар йырҙың һүҙҙәренә, тема, йөкмәтке, рифмаһына иғтибар итә, шулай уҡ шиғри юлдарҙың көй менән бәйләнешле булыуын тикшерә. Арта­бан аранжировкала музыка ҡоралдарының дөрөҫ һәм урынлы ҡулланылыуы, йырсының башҡарыу кимәле һәм яҙманың сифаты баһалана. Килгән яҙ­маларҙа йыр авторҙары – шағир һәм композиторҙың исем-шәрифе мотлаҡ ҡуйылырға тейеш. Тап “Юлдаш” тул­ҡындары аша йырҙарын халыҡ иғтибарына еткерергә теләүселәр тулы мәғлүмәтте радионың рәсми сайтында таба ала. Килгән яҙмалар рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай....

Батырлыҡ, еңеү һәм мөхәббәт хаттары
Медиа // 18-04-2018, 07:00


Батырлыҡ, еңеү һәм мөхәббәт хаттары
“Шакирәкәйем, һылыуым, һин минең берҙән-берем, татлы хыялым, өмөтөм, ышанысым. Мин һине һағынып, һарғайып, утлы юлдар буйлап һаман да алға барам. Барған һайын һинән алыҫлашам. Был ҡәһәрле һуғыш тағы күпмегә барыр? Беҙҙең аралар тағы күпмегә оҙонайыр?
Әгәр мин донъяла йәшәйем икән, ҡайтырмын. Беҙ бергә булырбыҙ.
Сәләм менән, Ильяс. 1945 йыл, февраль”.
...

“Атайсал”да – ауыл проблемалары, йәшәйеше
Медиа // 11-04-2018, 06:00


“Атайсал”да –   ауыл проблемалары, йәшәйеше
Ҡайҙа барма – ерҙә матурлыҡтар,
Беҙ шул ерҙә тыуып үҫкәндәр…

Башҡортостан ауылдары хаҡында уйлағанда, Назар Нәжмиҙең йырға әүерелгән ошо шиғыры күңелгә яғыла. Ауылдарға сыҡһаң, тик ана шул матурлыҡты күрге килә: һәр ауылға шыма юлдар илтә... Тирә-яҡта – тулҡындарын уйнатҡан туҡ башаҡтар диңгеҙе. Халыҡ үҙ ҡулынан килгән, дәрт иткән эш-шөғөлөн егәрле, ихлас алып барғас, ауылдар йорт-ҡураларҙың ныҡлығы, төҙөклөгө, матурлығы менән балҡый, хөр тормош хөкөм һөрә... Ысынбарлыҡ, әлбиттә, бүтәнсәрәк, барыһы ла ал да гөл түгел. Эшһеҙлек – ауылдарыбыҙҙың бәкәленә һуҡҡан төп мәсьәлә, уны хәл итеүҙе күп ир-ат Себер яҡтарында эҙләй. Йә, Башҡортостан ауылдарында мал үрсетеп, умарта тотоп, итен-майын, балын әлеге лә баяғы Себер тарафтарына юлланып һатыу яйын ҡараусылар бар. Ауыр­ғазы районының Үтәймулла ауылынан шундай сараһын тапҡан ир-уҙаман тәжрибәһе менән “Атайсал” тапшырыуында уртаҡлашҡайны....

Ҡәҙерле дуҫтар!
Медиа // 3-04-2018, 07:00


Ҡәҙерле дуҫтар!
Еребеҙгә гөрләп яҙ килгәндә, йөрәк түрендә иң йылы хистәр бөрөләнә, уның һәр һулышы күңелде ҡанатландыра, йәшәйешкә йәм өҫтәй. Күңелегеҙҙә булған хистәрегеҙҙе яҡын кешеләрегеҙгә ваҡытында еткерергә онотмағыҙ. Был тәңгәлдә «Юлдаш» радиоһы ярҙамға килә һәм әйтеп бөтөрә алмаған хис-тойғоларығыҙҙы, изге теләктәр­ҙе йыр-бүләккә ҡушып, һеҙҙең ғүмер байрам табындарын йәмләргә ашыға....

«Юлдаш»та «Тамыр» гөрләй
Медиа // 28-03-2018, 07:00


«Юлдаш»та  «Тамыр» гөрләй
1989 йылдың 1 июнендә, балаларҙы яҡлау көнөндә беренсе «Иләү» тапшырыуы эфирға сыға. Хәҙер бик күп телерадиотапшырыуы булған «Тамыр» каналына тап шул көндө нигеҙ ташы һалына ла инде. «Иләү» – балаларҙың күп һорауына яуап биреүсе танып-белеү тапшырыуы, үҙенә күрә бер энциклопедия ул. Зөлфиә Даянова әҙерләп алып барған тапшырыу дүшәмбенән йомаға тиклем киске сәғәт 10-сы 15 минутта эфирға сыға....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)



  • Радио Юлдаш FM