НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Юлдаш» тәҡдим итә: «Юлдаш»лы кис»

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Юлдаш»лы кис»


«Юлдаш» тәҡдим итә: «Юлдаш»лы кис»
“Юлдаш” радиоһының билдәле девизы – “Беҙ бергә!” Радиобыҙ кескәй генә балаларҙан башлап, үҫмер, йәш кеше, өлкәндәр өсөн дә ҡыуаныс, йыуаныс биргән, көндәлеген биҙәгән дуҫ булыу­ҙы маҡсат итә.

Әммә интернет киң йәйелгән ваҡытта милләт өсөн хәүефле осор башланды, йәштәр сит мәҙәниәткә әүрәй, радионың да йәш аудиторияһы юғалып ҡалғандай. Был иһә, иртәме-һуңмы, “мин башҡорт балаһы” тигән үҙаңды юғалтыуға килтереү ихтималлығы менән хәүефле.
“Ҡайҙа беҙҙең милләт киләсәгенә битараф булмаған, милли мираҫты үҙ ҡулына алырлыҡ, алдынғы ҡарашлы йәштәр?” – был йәмғиәтебеҙҙе борсоған иң ҙур һорауҙарҙың береһе.
Быйылғы миҙгелдән радио эфирына сыға башлаған “Юлдаш”лы кис” программаһы тап ошондай йәштәрҙе барлауға, төрлөһө төрлө ерҙә йәшәгән, төрлөһө төрлө ҡыҙыҡһыныулы егет-ҡыҙҙарҙы берләштереүгә арнала. Эфир киңлектәрендәге йәнле әңгәмәне Нурия Кинйәбаева һәм Венер Фәйзуллин алып бара, тауыш режиссерҙары уны йәш ижадсылар­ҙың йырҙары менән биҙәргә тырыша.
Ысынлап та, кемдәр бар һуң йәштәр араһында, улар кемгә эйәрә, кем уларҙың бөгөнгө кумиры? Милләтте донъя кимәлендә танытырлыҡ артис­тар, эшен асҡан йүнселдәр, сәйәсәт өлкәһендә лидерҙарыбыҙ бармы? Әллә улар һәр нәмәнән сүп эҙләүселәр, һәр ваҡиға арҡаһында тауыш сығарыусылармы, әләм тотоп һәйкәл аҫтына йүгереүҙән артмаймы? Донъя тәгәрмәсе тиҙ әйләнә, ағымда өлгөрҙәр еңә, тимәк, үҙен үҫтереүҙә ныҡ эшләгәндәр генә уңышҡа өлгәшә. “Юлдаш”лы кис” тыңлаусыларҙы шундай йәш геройҙар менән таныштырып бармаҡсы. Әүҙем аралашыу­ға ҡоролған киске эфирыбыҙҙа ошондай йәштәр һәм халыҡ араһында күпер һуҙырға, фекер алышыу булдырырға тырышасаҡбыҙ. Радио тыңлаусыны иһә ҡыҙыҡлы әңгә­мәләр­ҙең уртаһында булырға, бергәләшеп төрлө һорауға яуап эҙләргә, кистәрҙе күңелле үткәрергә саҡырабыҙ.
Программа киске сәғәт туғыҙҙан унға тиклем һәр дүшәмбе, шаршамбы һәм кесе йомала сыға. Интернеттағы адресыбыҙ – юлдашфм.ру. Беҙ бергә!

Нурия

Сығыу ваҡыты 13-10-2018, 07:30 | Ҡаранылар: 41
|
  • Дәрт-дарман, илһам һәм көс – бүләк итә «Юлдаш Plus»
  • “Юлдаш”та – яңы миҙгел!
  • Һин йәш, мин дә йәш, Беҙ моңдаш һәм фекерҙәш!
  • «Юлдаш +» бейетте тек бейетте!
  • “Юлдаш” өсөн көн дә тауыш бирәйек!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM