НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » "Аҡлы-ҡаралы юлдар"

"Аҡлы-ҡаралы юлдар"


"Аҡлы-ҡаралы юлдар"
Бер быуат элек, Башҡортостан Республикаһын төҙөү өсөн көрәш йәйелдергән башҡорт милли хәрәкәте тулҡынында төрлө атамала ваҡытлы матбуғат баҫмалары донъя күрә башлай. «Башҡорт», «Башҡорт тауышы», «Башҡорт хөкүмәтенең теле» гәзиттәре, билдәле, ғәрәп графикаһында баҫылған. Туған телдәге матбуғаттың автономия яулау идеяһы байрағы аҫтында халыҡты берләштереүҙәге әһәмиәтен милли хәрәкәт башында торған ҡаһарман йөрәкле заттарыбыҙ бик яҡшы аңлаған. Гәзит аша яңылыҡтар еткерелгән, башҡорт ғәскәре хәлдәре, Башҡорт хөкүмәте сәйәсәте аңғартылған һәм уларға ҡарата бүтән көстәр мөнәсәбәте сағылыш тапҡан. Урыҡ-һурыҡ һаҡланған ул баҫмалар – республикабыҙҙың тарихын яңыса асҡан, дөрөҫлөктө хыянатһыҙ яҡтырт­ҡан ҡиммәтле сығанаҡтар. «Аҡлы-ҡаралы юлдар» теҙмәһендә шул гәзиттәрҙә донъя күргән материалдарҙы яңғыратабыҙ икән, улар бөгөн – тәүге автономияның ҡояш нурынан түгел, ҡанға мансылған ал таңы ваҡиғаларының шаңдауы. Тәүге сығарылыштар 1917, 1918 йылдарҙағы башҡорт гәзиттәре буйынса әҙерләнде.
Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдары – илебеҙ тормошонда үтә лә ҡаршылыҡлы осор. Халыҡты яҡты киләсәк төҙөү маяғы алға әйҙәһә, шул уҡ мәлдә бына-бына башланасаҡ аяуһыҙ эҙәрлекләүҙәр тыны күңелдәргә шом һала. «Башҡортостан» гәзитенең яуаплы редакторы Төхфәт Кәлимуллин (әҙәби псевдонимы Төхфәт Йәнәби) «халыҡ дошмандары» тураһында материалдар сығарғанда бер саҡ үҙенең дә исеме улар араһында мөһөрләнеп ташҡа баҫылыр тигән шиккә бирелмәнеме икән?.. «Башҡортостан» ул заманда, тәбиғи, латин хәрефтәрендә йыйылған. Аҙнаһына алты тапҡыр тулы форматта нәшерләнә, байтаҡ майҙанын рәсми материалдар биләй, улары тиҙ рәүештә руссанан башҡортсаға ауҙарыла, республиканың төрлө урынынан хәбәрҙәр даими килә, тәнҡиткә нигеҙләнгән яҙмалар ҙа күп. Хатта почта һәм телефон бәйләнеше лә насар булған, әҙерлекле журналистарға ҡытлыҡ заман өсөн ғәжәйеп хәл. Ә мәңге уяу НКВД цензураһын иҫкә алғанда, йәндәр өшөр... «Аҡлы-ҡаралы юлдар» теҙмәһен дауам иткән 1936 йылғы «Башҡортостан» гәзите менән танышыу шундай фекерҙәр тыуҙыра. «Аҡлы-ҡаралы юлдар» – гәзит образынан бигерәк, Башҡортостаныбыҙҙың ваҡытлы матбуғатҡа теркәлгән төрлө төҫтәргә ауаздаш үткән-кисергәндәренә ишара.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап «Юлдаш» радиоһында махсус эшләнгән «Аҡлы-ҡаралы юлдар» рубрикаһы көн һайын иртәнге 10 сәғәт 45 минутта эфирға сыға, ҡабатлауы – киске сәғәт 9 тула 25 минуттан. Интернеттағы адресыбыҙ –юлдашфм.ру.

Сығыу ваҡыты 26-09-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 76
|
  • "Юлдаш"та - яңы миҙгел!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Атылды ла һүнде бер йондоҙ
  • Фотолар тарихты һөйләй
  • Ҡатмарлы шарттарҙа яуланған үҙаллылыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM