НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һүҙ тамыры тәрәндә

Һүҙ тамыры тәрәндә


Һүҙ тамыры тәрәндә
Йәйҙең йәмле көндәренә йәм өҫтәп, “Юлдаш” радиоһында милләт рухы булған туған телебеҙҙең камиллығы, байлығы тураһында телсе-ғалимдарыбыҙ, белгестәр ҡатнашлығында “Рухиәт” тапшырыуының сираттағылары яҙылды. Был яҙмаларҙың әһәмиәте бик ҙур, улар­ҙың һәр ҡайһыһы уҡыу әсбабы булырҙай.
Халҡыбыҙ иң боронғоларҙан һаналып, туған телебеҙҙең дә тамыры тәрәндә, ҡөҙрәте лә сикһеҙ. Һүҙ ҡөҙрәтен һәм тылсымын раҫлап, “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡаҙығы” тигән халыҡ мәҡәле киң таралған. Бер һүҙ менән кешенең күңелен иретергә лә, йөрәген әрнетергә лә мөмкин. Хатта илдәр араһындағы хәл- ваҡиға, мөнәсәбәттәрҙе лә һүҙ ҡөҙрәте билдәләп, татыу­лаштырырлыҡ та, дошманлаштырырлыҡ та көсө бар. Илдәр менән илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе лә һүҙ ҡөҙрәте билдәләй. Был – боронғо хәҡиҡәт. Һүҙ ҡөҙрәтенә беҙҙең эраға тиклем йәшәгән грек философы Аристотель дә ныҡ иғтибар иткән. Һүҙҙәрҙе икегә бүлеп ҡарай ул. Беренсеһе – әҫәр туҡымаһындағы шиғри яңғырашлы һүҙҙәр. Икенсеһе – шулар араһындараҡ торған битараф һүҙҙәр, ти телсе ғалимдар. Хәҙер һөйләштә һирәк ҡулланылған ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тағы ла тәрәнәйтергә була. Шулай уҡ сит илдәр­ҙән һөйләшебеҙгә инеп нығынған һүҙҙәребеҙ ҙә байтаҡ. Улар күберәк ер-һыу атамаларында, көндәлек кәрәк-яраҡ исемдәрендә йыш осрай. Ислам дине таралғандан һуң, кеше исемдәренә бәйлеләре лә матур яңғырашлы һәм мәғәнәлеләре күп. Һөйләшкәндә бер кем дә ул турала уйламай, нығынған һүҙҙәр үҙенән-үҙе теҙелә. Шулай уҡ иран телдәренә бәйлеләрен баш ҡалабыҙға Мешхед, Кум ҡалаларынан килгән ғалимдарҙан яҙҙыр­ҙыҡ. “Баш­ҡортса өйрәнгәндә һәр дәрестә фарсы-башҡорт телендәге тиҫтәләгән уртаҡ һүҙҙәрҙе яҙабыҙ”, – тине улар.
Яҙма варианттары рәсми сайтта ла була. Телебеҙҙең тәрән тамырҙары күптән иҫбатланған. Сал тарих төпкөлөнән килгән был тамырға үткер балта менән дә, тутыҡ балта менән дә күп сапҡандар, әммә телебеҙ йәшәй! Беҙҙең өсөн иң мөһиме – үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа үҙебеҙ балта сапмайыҡ. Телебеҙҙе ҡәҙерләйек һәм һаҡлайыҡ.
В. СИТДИҠОВА.

Сығыу ваҡыты 29-06-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 128
|
  • Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас
  • “Телһөйәр”. Бәхеш тә, бәһшәт тә туған телебеҙ хаҡында
  • “Юлдаш” тәҡдим итә: “Телһөйәр”
  • Сихри гөлдө – башҡорт телен ҡоротмайыҡ!
  • Атай ҡулдары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM