НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Милләтебеҙгә хеҙмәт итеүселәрҙе данлаусы тапшырыу

Милләтебеҙгә хеҙмәт итеүселәрҙе данлаусы тапшырыу


Милләтебеҙгә хеҙмәт итеүселәрҙе данлаусы тапшырыу
Ҡайһы осор ижадсыларының исемдәрен атамайыҡ, уларҙың һәр береһе һайлаған һөнәренә тоғролоғо менән беҙҙе ғәжәп итә һәм һоҡландыра. Милләткә хеҙмәт итеүе, милләтте һөйөүҙәре менән бүтән­дәр­ҙең күңел усағын дөрләтә алған шәхестәребеҙ менән нисек ғорурланмайһың да, нисек уларҙың исемдәрен телгә алмайһың ти инде? Тап шундай әһелдәр һәм оҫталар менән таныштыра тыңлаусыларҙы “Сәхнәгә арналған ғүмер” тапшырыуы. Төрлө быуын вәкилдәре, төрлө яҙмыштар менән осрашабыҙ беҙ был проектта. Тарих менән шәхес айырылғыһыҙ төшөнсә булып уҡмаша. Сәхнә тураһында һүҙ йөрөткәндә, Башҡорт дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалған, уны оло бейеклеккә күтәрешкән режиссерҙар һәм актер­ҙар алдында баш эйәбеҙ. Бигерәк тә өс кешенең хеҙмәте оло хөрмәт менән телгә алыныуы осраҡлы түгел. Улар – Вәлиулла Мортазин, Шәйех­зада Бабич, Хәбибулла Fәбитов. Мортазин-Иманский театр сәнғәте өлкәһендәге бер маяҡ булып ҡаласаҡ. Ҡорос ихтыярлы, тынғыһыҙ режиссер, художество етәксеһе тәүге күсмә театрҙы булдыра, 12 артистан торған труппа 1924 йылда республиканы арҡырыһы-буйына гиҙә. Тәүге йылда 26 мең тамашасыны хеҙмәтләндерһә, икенсе йылына инде был һан 96 меңгә барып етә. Күсмә театр XX быуат урталарына тиклем башҡорт ауылдары буйлап гастролдә йөрөй.
Мәкәрим Әҙһәм улы – Башҡорт театрында тәүге профессиональ режиссер, Өфөлә асылған музыка техникумының театр бүлегендә эш башлаған махсус белемле тәүге педагог. Совет осороноң, ул заманда атап йөрөтөлгәнсә “яңы тормошто” төҙөүсе тәүге ҡарлуғастарҙың береһе, уның идеяларын йәне-тәне менән яҡлаусы һәм алға әйҙәүсе.
Мәһәҙиев килеү менән театр үҫешенең яңы этабы башлана. Сәхнәгә ғүмерҙәрен арнаған шәхестәр араһында Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың халыҡ артисы Fималетдин Минһажевтың исеме үҙәк урында тора. Иң оло быуын актеры Минһажев үткән быуаттың 20-се йылдарынан алып ғүмеренең аҙағына тиклем театр сәхнәһенә тоғролоҡ һаҡлай. Әлбиттә, театрға бөтән ғүмерен арнаған оҫталарыбыҙ күп. Уларҙан айырмалы рәүештә, Fималетдин Минһажев профессиональ сәхнәлә уҡый-яҙа белмәгән килеш эш башлай. Етмәһә, ҡолаҡҡа ҡатыраҡ була, олоғая төшкәс, һаңғыраулана, ләкин был сир ҙә уның оҫталығына ҡамасау була алмай. Бер генә тамашасы ла халыҡ артисының насар ишетеүен белмәй.
Инде нисәмә быуын алмашынһа ла, беҙ башҡорт театрының асыш-табыштары менән һоҡланабыҙ. Үҙебеҙ өсөн яңы исемдәр асабыҙ. Һәр дәүер театр тормошона үҙ төҙәтмәләрен индерә, шуға ла сәхнәгә арналған ғүмерҙәр гөл-сәскәнән генә торған, тип раҫларға йыйынмайбыҙ. Золом ҡорбандарын, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар­ҙы ла хәтерҙә тотабыҙ. Иң мөһиме, ҡайһы осор ижадсыларын ғына алмайыҡ, һәр береһенең һайлаған һөнәренә тоғролоғон күрербеҙ. Милләткә хеҙмәт итеүҙәре, милләтте һөйөүҙәре менән бүтәндәрҙең күңел усағын дөрләтә алған шәхестәребеҙ тормошон бәйән итә лә инде “Сәхнәгә арналған ғүмер” тапшырыуы.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Сығыу ваҡыты 30-05-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 57
|
  • Сәхнәгә арналған ғүмер
  • “Сәхнәгә арналған ғүмер”
  • Йәш тулҡын ҡушыла дарьяға
  • Башҡорт театры сәнғәте үҫтереүсеһенең хәтер кисәһе
  • Яңы миҙгелгә яңы көс, дәрт һәм илһам менән!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM