RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Башҡорттар» тапшырыуы Рәсәйҙе иңләй

14.03.2018 «Башҡорттар» тапшырыуы Рәсәйҙе иңләй

«Башҡорттар» тапшырыуы Рәсәйҙе иңләйЫрымбурҙар, Сәлимә апайыбыҙ беҙҙеке, тиһә лә, Һамар еренә таштай батҡан, өлкә өсөн бик күп оло хеҙмәт түккән шәхес ул. «Юлдаш» радиоһындағы сираттағы тапшырыуҙа тап уның эшмәкәрлегенә бәйле асылыр Һамар башҡорттарының тормош-көнкүреше.
2017 йылға тиклем Ырымбур өлкәһендә «Каруанһарай» гәзите сығарылып килде. Әлегә ул нәшер ителеүҙән ваҡытлыса туҡтап тора. Силәбелә, киреһенсә, күпмелер ваҡыттан һуң «Уралым» гәзите яңынан баҫыла башланы һәм Силәбе өлкәһе телевидениеһында айына ике тапҡыр шул уҡ исемдәге телепрограмма эфирға сыға. Ә Һамар өлкәһендә инде бына 17 йыл «Ырғыҙ» гәзите донъя күрә.
«Ырғыҙ» гәзитенең алмаштыр­ғыһыҙ баш мөхәррире – Ырымбур өлкәһенең Яйыҡ ауылы ҡыҙы, ғүмере буйы Һамар ҡалаһында йәшәүсе Сәлимә Басир ҡыҙы Краснова- Игенбәтова. Ул баш мөхәррир генә түгел, үҙе журналист та, корректор ҙа, баҫманың бағыусыһы ла. Сөнки өлкә хакимиәтенән аҡса бүленмәгән саҡтарҙа нәшриәткә үҙ кеҫәһенән сығарып аҡса түләгән осраҡтары ла бар. Шулай уҡ уның фекерҙәштәре Минғәзим Мәмбәтов, Ғәбделбар Сәүгәнов, Игорь Краснов баҫмаға һәр ваҡыт ихлас ярҙам итә. 2007 йылдан башлап «Беҙ – башҡорттар» тип аталған журнал да сығаралар. Уны төбәк-ара баҫма тигәндә лә хата булмаҫ. Сөнки Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы уның бер һаны Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе һуғыш ветерандарына арналған. Сәлимә Басир ҡыҙы шәхсән үҙе ҡарт яугирҙар тураһында бик күп мәғлүмәт йыйған. Ырымбурҙа Каруанһарай бинаһын, мәсетен төҙөгәндә Сәлимә Игенбәтованың ҡартатаһы ҡатнашҡан. Уны был мөһабәт архитектура ҡомартҡыһының яҙмышы ныҡ борсой. Ырымбур ҡалаһына юлы төшкән һайын Каруанһарай мәсетенә инергә тырыша. Тынғыһыҙ милләттәшебеҙ – үҙ еренең, халҡының арҙаҡлы ҡыҙы. Ырымбурҙа ла, Һамарҙа ла уны хөрмәт итәләр. Башҡортостандан ситтә лә, милләтем, тип янған, әүҙем эшмәкәрлек алып барған ошондай шәхестәргә таяна ла инде беҙҙең халыҡ.
10 мартта иртәнге сәғәт 10-сы 10 минутта һәм ҡабатлап киске сәғәт 10-сы 10 минутта «Юлдаш» тулҡындарында «Башҡорттар» тапшырыуын тыңлағыҙ.
Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы