НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Махсус репортаж»

«Махсус репортаж»


«Махсус репортаж»  «Махсус репортаж» эфир­ҙа 12 йыл. Был дәүерҙә ниндәй генә темалар күтәрелмәне, журналист эҙләнеүҙәре үткәрелмәне, әммә төп ҡағиҙәләр үҙ көсөндә ҡала: халыҡты борсоған, йә, киреһенсә, ул хатта уйламаған, белмәгән сетерекле мәсьәләләрҙә һорауҙарға яуап эҙләү.
Шул уҡ ваҡытта тапалмаған, башҡа бер радиола ла күтәрелмәгән темалар алып, ноу-хау булдырыу. Геройҙар – ошо проблема эсендә ҡайнаған кешеләр. Ысын геройҙар. Тыңлаусылар белә – «Махсус репортаж»да яһалмалылыҡҡа, ялған уйҙырмаларға урын юҡ. Бары тик дәлилдәр нигеҙендә, үткер сығыштар, бәхәс, уйланыу, ҡапма-ҡаршы фекерҙәр ярҙамында маҡсатҡа ирешеү. Тапшырыуҙан һуң шылтыратыусылар күп була. Кемдер рәхмәт әйтә, кемдер үҙен борсоған теманы тәҡдим итә. Ә улар күп – ниндәйҙер кафела насар хеҙмәтләндереүҙән алып, Остап Бендер кимәлендәге мутлашыусыларға тиклем. Шуныһы ҡыуандыра: халыҡ хәҙер үҙ хоҡуҡтарын белә, асығын әйтеп бирә. Мәктәптәрҙәге аҡса йыйыу менән бәйле тап­шырыу­ҙы ғына алайыҡ – атамаларын да кешеләрен дә тура әйттеләр. Йә алимент түләмәүселәрҙе. Йә наркотик һатҡан урындарҙы. Был журналист менән уның тыңлаусыһы араһында барлыҡҡа килгән ышаныс тураһында һөйләй. Сөнки шылтыратыусы, хат яҙыусы тема тәҡдим итеп кенә ҡалмай, үҙе унда ҡатнашырға теләк белдерә, «Махсус репортаж» уға ярҙам итәсәген күҙаллап, аңлы эшләй. Нар­котиктарға бәйле мәсьәлә лә ҡасан ғына әле халыҡ тарафынан нин­дәй­ҙер ҡурҡыныс, яман төшөнсә булып ҡабул ителә, уны инҡар итеүселәр күп ине. Дөрөҫө, улар бөгөн дә етерлек. Йәнәһе, ауылда ла, ҡалала ла юҡ ул бәлә, тип күҙ йомор­ға тырышыусылар. Ә афәт менән күҙгә-күҙ ҡарашҡан ата-әсәләр нимә эшләргә, ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй. Аңлатабыҙ, төбөнә төшөп асыҡлыҡ индерәбеҙ. Бөгөн рәхмәт әйтеүселәр күп. Билдәле, тапшырыуҙа нарко­тик­тар­ға бәйлелеге булғандар үҙҙәре интервью бирә. Һәм беҙгә наркомания, шулай уҡ ВИЧ сирлеләргә ҡарашты үҙгәртергә ваҡыт. Уларға мөһөр һуғырға түгел, улар­ҙы йәмәғәт ҡабул итергә тейеш. Сөнки шприц ҡаҙап подъезд төбөндә йығылып ятҡан наркомандар дәүере үткәндә ҡал­ды. Бөгөн хәүеф төркөмөндә – барыһы ла! Был аҙнала һүҙ тап шул хаҡта барасаҡ. Ғөмүмән, «Махсус репор­таж»­да «Ах, шулай булған икән дә...» – тип хайран ҡалдырырлыҡ, аптыратырлыҡ, йә хатта шок хәленә индерерлек мәлдәр күп була. Һәм һәр һүҙ, һәр сығыш уйланылған һәм тыңлаусы мәнфәғәтенә. Бында, әлбиттә, авторҙың, ижади төркөмдөң ҙур хеҙмәте ята. Шулай уҡ биҙәүсе режиссерҙарҙың ҙур көс һалыуын да иҫәпкә алмай булмай. Ә темалар буйынса беҙ тың­лаусылар­ҙан тәҡдимдәр көтәбеҙ. Ҡыйыу рәүештә хәбәр итегеҙ. «Юлдаш» радиоһы – һеҙҙең өсөн һәм һеҙҙең менән!

Гүзәл СИТДИҠОВА.

Сығыу ваҡыты 1-03-2018, 10:00 | Ҡаранылар: 151
|
  • Заман медицинаһы замансамы?
  • “Махсус репортаж”
  • Был ҡырағай бала нисек журналист булып китте һуң?
  • Күрәҙәсегә барып, гонаһ алмағыҙ
  • Һыуға хаҡ артһа
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM