НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Яҙмыштарҙа – ил тарихы» тапшырыуы тәҡдим итә

«Яҙмыштарҙа – ил тарихы» тапшырыуы тәҡдим итә


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы» тапшырыуы тәҡдим итә ХХ быуаттың беренсе яртыһындағы тормошо һәм эшмәкәрлеге менән яҙмышы ил тарихына бәйле булған ҡайһы шәхесте алһаҡ та, илебеҙҙең ҡайһы өлкәһен миҫалға килтерһәк тә, Башҡортостан тарихында әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Улар араһында Муллайән Халиҡов та бар. Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ тарихына арналған «100 йыллыҡҡа – 100 шәхес» проектына бүздәктәр ҙә ҡушылды. Район үҙәгендә I Республика ғилми-ғәмәли конференцияһының финал өлөшө – Халиҡов уҡыуҙары үтте.
М. Халиҡов хеҙмәт юлын башланғыс мосолман мәктәбе уҡытыусыһы, китапханасы булып башлай. Темәстә 6 йыллыҡ Башҡорт башланғыс училищеһында уҡытҡан осорҙа ул Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә.
1922 йылда М. Халиҡовҡа Оло Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе вазифаһын ышанып тапшыралар. 1925 йылдың аҙағында ул Мәскәүгә эшкә китә. РСФСР Финанс комиссариатының Бюджет идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 1937 йылдың 25 июлендә, совет власына ҡаршы террористик эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. Ике айҙан һуң Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атыла. Егерме йыл үткәс, 1958 йылдың 28 ғинуарында, шул уҡ Коллегияның ҡарары менән аҡлана... Милли-азатлыҡ хәрәкәтендәгеләрҙең яҙмышы шулай бер-береһенә оҡшаш. Уларҙың да тормош юлы өйрәнеүҙе талап итә.
I турға уҡыусылар конференцияға тәҡдим ителгән темалар буйынса үҙҙәренең ғилми эштәрен ебәргән. Һайлап алынған эштәрҙең иң яҡшылары тип табылғандарының авторҙары ғына Бүздәккә саҡырылған. Конференцияның икенсе өлөшөндә уҡыусылар, секцияларға бүленеп, практик эштәрен күрһәтте. Эҙләнеү эштәре «Ғаиләм тарихы», «Районымдың билдәле шәхестәре», «М. Халиҡов һәм уның көрәштәштәре», «Башҡорт милли хәрәкәтендә Халиҡовтың роле» тип аталды. Сараның һуңғы өлөшө – иң күңеллеһе – конференцияла ҡатнашыусылар­ҙы тәбрикләү тантанаһы. Уҡыусы­ларҙың һәр береһен сәхнәгә саҡырып, Шөһрәтнамәләр тапшырылды. Мәктәп уҡыусылары араһында республика кимәлендә тәүге тапҡыр ойошторолған М. Халиҡов уҡыуҙары тамам. Башҡа шәхестәребеҙ буйынса ла яҡташтары менән бергәләп атҡарыр эштәр байтаҡ әле. Башланған эш – дауамлы. Конференция хаҡында «Юлдаш» радиоһында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында бәйән иткән «Яҙмыштарҙа – ил тарихы» тапшырыуында тыңларға мөмкин.

Венера СИТДИҠОВА.

Сығыу ваҡыты 20-02-2018, 06:30 | Ҡаранылар: 238
|
  • Халҡым, тип йәшәүсе ғалим
  • Бәхил бул, ғалим!
  • Республиканың көслө, ҡеүәтле белем биреү үҙәге
  • Билдәле шәхес төбәгенә сәйәхәт
  • “Көндәлек” – халыҡ-ара конкурс финалында!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM