НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Әллә илап алаһы, әллә йырлап алаһы...”

“Әллә илап алаһы, әллә йырлап алаһы...”


“Әллә илап алаһы, әллә йырлап алаһы...”
«Юлдаш» радиоһында һәр йома һайын билдәле йырҙың ошо һүҙҙәре яңғырай. Улар «Көн йыры»н тыңларға саҡыра, тормошта осраған ҡыйынлыҡтарҙан бергә көлөп алырға әйҙәй.
«Иртәнсәккәй тороп» тапшырыуында «Көн йыры» рубрикаһы бына инде ярты йыл эфирға сыға. Ошо ваҡыт эсендә уның интернет селтәрендәге яҙмаларын меңәрләгән кеше ҡараған. Иртәнге эфирҙы алып барған егеттәр хеҙмәт аҙнаһының аҙаҡҡы көнөндә аҙнала булған иң мөһим ваҡиғаға бағышлап йыр башҡара. Маҡсат – билдәле көйҙәргә ижад ителгән был йырҙар тыңлаусыны берсә уйландырырға, берсә көлдөрөргә тейеш.
Йыр эфирҙа ғына яңғырамай, ә студияла уҡ видеоға төшөрөлөп, «Юлдаш» радиоһының рәсми төркөмөндә урын ала. Яҙмаларҙың барыһын да #КөнЙыры хэштегы буйынса «Бәйләнештә» социаль селтәрендә табырға була. Видео­яҙмаларҙың таралғаны, ҡараусыларҙың һаны буйынса баһалағанда, егеттәрҙең былтыр туған тел мәсьәләһенә арналған йыры бәхәсһеҙ беренселекте яулай. Уны 218 меңдән ашыу кеше ҡараған.
«Салауат Юлаев» хоккей командаһының оҙайлы ғына уңышһыҙ серияһынан һуң сығарылған йыр ҙа бар егеттәрҙең репертуарында. Уны 30 меңдән ашыу кеше ҡараған. Ил башлығының Ҙур матбуғат конференцияһында уны «бабай» тип атағандан һуң егеттәр шунда уҡ йыр ижад итте. Өсөнсө урында килгән был яҙма, әйткәндәй, күрше төбәктәрҙә лә киң тарал­ған. Спорт, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, сәйәсәт – егеттәрҙең тәнҡит ырғағынан бер тема ла ысҡына алмай.
Ә уҙған аҙнанан «Иртәнсәккәй тороп» тапшырыуын алып барған Йәмил, Филүс һәм Ғәзиз яңы алым ҡуллана башланы. «Көн йыры»ның көйөн саҡырылған профессиональ музыканттар студияла уйнай. Мәҫәлән, һуңғы йырҙарҙың береһе «Йә­таған» төркөмөнөң милли уйын ҡоралдарына ҡушылып башҡарылды. Был аҙнала иһә «Көн йыры» ниндәй мәсьәләне көйгә һалып, тәнҡит утында тотор? «Юлдаш» радиоһы тулҡындарында йомала 9 сәғәт 45 минутта тыңлағыҙ.
Ғәзиз Әбделмәнов.

Сығыу ваҡыты 14-02-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 167
|
  • “Юлдаш” та – Яңы йыл
  • Алмашайыҡ!
  • “Юлдаш”та – яңы миҙгел!
  • «Юлдаш» радиоһы тәҡдим итә – «Ике йондоҙ»
  • Яңы тауыштар, яңы моңдар…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM