RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

24.01.2018 “Самауыр янында”

“Самауыр янында”
Былтыр Мәскәүҙә үткән фестивалдә бер юлы 1800-гә яҡын кешене самауыр сәйе менән һыйлағандар. Был ваҡиға Гиннесс рекордтар китабында рәсми теркәлгән.
Меңәрләгән кешене самауыр янына “Юлдаш” радиоһы ла туплай. Мәскәү фестиваленән айырмалы, төшкө сәйгә йыйылыусылар һанына сикләүҙәр ҡуйылмай. Беҙҙең йырлы табында урын һәммәһенә лә етерлек. “Самауыр янында” проекты тыңлаусыларҙы йәнле ҡорға туплай, төрлө тема буйынса уй-фекерен етереү мөмкинлеге бирә. Тормош, йә­шәйеш, йәмғиәт, тәрбиә, әхлаҡ, кеше яҙмыштары, тә­биғәт, һаулыҡ, социаль мәсьәләләр – төшкө ҡорҙа күтәрелгән темалар төрлөлөгө менән айырылып тора. “Самауыр янына” ҡунаҡтар ҙа саҡырыла. Быйылғы тәүге осрашыу Башҡортос­тандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов менән булды. Тыңлаусыларға яратҡан йырсылары, артистары, яҙыу­сылары менән әңгәмәләшеү, һорау яуҙырыу мөмкинлеге артабан да биреләсәк. “Са­мауыр янында” күрергә теләгән ҡунаҡтар исемлеген тыңлаусылар үҙҙәре лә тәҡдим итә ала. Беҙҙе “Бәй­лә­неш­тә” социаль селтәрендә эҙләгеҙ. Әйткәндәй, радионың асыҡ төркөмөндә тапшырыу­ҙар темаһы менән алдан таныштырып барабыҙ. Ошонда уҡ төрлө уйын, кон­курстар үткәрелә.
Хөрмәтле дуҫтар, быйылғы йылда ойоштороласаҡ ижади ярыштарҙың береһенә әҙерлекте әле үк башларға тәҡдим итәбеҙ. Ғаиләгеҙ менән самауырлы табында фотоһүрәткә төшөгөҙ. Ҡы­ҙыҡлы, үҙенсәлекле сюжетлы эш авторҙарына матур бүләктәр әҙерләйбеҙ. Алхәбәрҙәрҙе кү­ҙәтеп барығыҙ.

Гүзәл ЗАРИПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы