НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Беҙҙең милли йолалар

Беҙҙең милли йолалар


Беҙҙең милли йолалар
Ҡошто – оя, илде йола тотоп тора, тигән телсе-ғалим, шағир Рәшит Шәкүр. Халҡыбыҙ борон-борондан һәр эште матур йолаға әйләндереп, ябай ғына күренештән дә ҙур байрам яһап йәшәй белгән. Заманалар үҙгәр­һә лә, күркәм йолаларыбыҙҙың юғалмауы – шатлыҡлы күренеш. Бөгөн уларға ҡарата иғтибар артыуын күҙәтәбеҙ. Һуңғы ваҡытта онотолған ҡайһы бер боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙергә тырышҡан төбәктәр ҙә күп. “Юлдаш” радиоһы тыңлаусыларына “Беҙҙең милли йолалар” тип аталған махсус сығарылыш тәҡдим итә. Тәүге тапшырыуҙар көҙ һуңына, ҡыш башына тура килгән йолаларға бағышланды. Һуғым ашы, ҡаҙ өмәһе, һалдат оҙатыу йолалары иғтибар үҙәгенә алынды.
Артабанғы сығарылыштарҙа ла миҙгел йолалары тураһында мәғлүмәт биреүҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, тормош-көнкүреш, туй, бала ты­уыуға бәйле йолалар тураһында һөйләп, халҡыбыҙҙа онотола барған йолаларҙы ла телгә “Йолала­рыбыҙ – алтын ҡомарт­ҡы. Онотмайыҡ! Онотторма­йыҡ!” “Юлдаш” радиоһы журналистары ошондай девиз менән эшләй. Сығарылышты көн һайын көндөҙгө сәғәт 1 тула 13 минуттан һәм киске сәғәт 9 тула 13 минуттан тыңлағыҙ.

Гүзәл ЗАРИПОВА.

Сығыу ваҡыты 12-12-2017, 07:00 | Ҡаранылар: 387
|
  • “Юлдаш”та – яңы миҙгел!
  • «Юлдаш» радиоһы тәҡдим итә – «Ике йондоҙ»
  • Иҡтисадсы булмаһағыҙ ҙа, уға битараф ҡалмағыҙ
  • “Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә
  • Һин йәш, мин дә йәш, Беҙ моңдаш һәм фекерҙәш!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM