НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Юлдаш” иҫкәртә: “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!”

“Юлдаш” иҫкәртә: “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!”


“Юлдаш” иҫкәртә: “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!”
Заман технологиялары үҫешкән осорҙа йәшәһәк тә, күптәрҙең сәләмәтлеккә ҡағылышлы ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белмәүе ихтимал. Сөнки бәлә ишегебеҙҙе ҡаҡмай тороп, беҙ уларға әллә ни әһәмиәт бирмәйбеҙ.
Көндәр һалҡынайыу менән киҙеү миҙгеле етеүе борсоуға һала. Сөнки грипп йылдан-йыл көслө, хроник ауырыуҙарға юлыҡтырған эҙемтәләре менән бергә килә. Прививка эшләтергәме, юҡмы? Сирҙән вакцинаһыҙ ҡотолоу юлы бармы? Бөгөн ҡайһы бер ата-әсә балаһына прививка эшләтеүгә ҡырҡа ҡаршы. Медицина алға киткән заманда күп кенә ҡурҡыныс сир юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа прививкалар булмаған заманда кешеләрҙең төрлө ауырыуҙан күпләп ҡырылыуы тураһында оноторға ярамай. Был сирҙәр­ҙең юҡлығы сабыйҙарҙы тәүге көнөнән вакцинациялауға бәйле бит. Урамда ишеткән уйҙырмаларға ышанып, үҙебеҙҙең, ба­лаларыбыҙҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйырға ашыҡмайыҡ.
Ошондай һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарҙы үҙ эсенә алған “Сәләмәт булайыҡ” сығарылышы “Юлдаш” радиоһы аша радио тыңлаусыларға ентекле мәғлүмәт бирә. Табип-белгестәрҙең дауаланыу буйынса биргән ябай кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу бер кемгә лә зыян итмәҫ. Эфир тулҡындарына яңы миҙгелдә был проект айҙың беренсе һәм өсөнсө аҙна дүшәмбеһендә 11 сәғәт 15 минутта, киске сәғәт 9-сы 15 минутта сыға.
Сәләмәт булыу кешенең үҙенә бәйле. Шуға күрә лә һаулыҡты бала саҡтан һаҡларға, нығытырға кәрәк. Үҙеңә талапсанлыҡты кәметмәү мөһим, көн дә атҡарылырға тейешле ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белеү һәм уларҙы үтәргә өйрәнеү зарур. Был йәһәттән дә “Сәләмәт булайыҡ” тапшырыуы тыңлаусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ни тиһәк тә, сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ.
Ә һеҙ таштарҙың дауалау көсө барлығына ышанаһығыҙмы? Әйтәйек, аҡыҡ ташы кире тойғоларҙан һаҡлай, кешенең рухи донъяһын көйләүгә булышлыҡ итә. Йәшмә биҙгәк һәм эпилепсияны дауалай. Боронғо гректар, йәшмәнән эшләнгән һауыттан эскәндә төрлө ауырыуҙан сихәт табырға мөмкин, тип һанаған. Был ышаныумы әллә ысынбарлыҡмы? Медицина күҙлегенән табиптар ниндәй ҡарашта?
“Сәләмәт булайыҡ” рубрикаһының киләһе сығарылышында ошо хаҡта ишетерһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарығыҙҙы ла еткерә алаһығыҙ. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ. Тапшырыуҙы yuldashfm.ru адресы буйынса беҙҙең рәсми сайтта ла тың­ларға мөмкин.

С. РАМАЗАНОВА.

Сығыу ваҡыты 23-10-2017, 07:00 | Ҡаранылар: 66
|
  • Прививка яһатырғамы, юҡмы?
  • «Юлдаш» иҫкәртә – һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа!
  • “Сәләмәт булайыҡ” йәғни сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошло!
  • “Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә
  • Тымауҙы ла ваҡытында дауалау мөһим
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM