НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Атайсал» – битараф булмағандар өсөн

«Атайсал» – битараф булмағандар өсөн


«Атайсал» –  битараф булмағандар өсөнАуыл ерендә йәшәүсе замандаштарыбыҙҙың әүҙем тормош позицияһы, ниндәй шарттарҙа ла үҙенә кәсеп табып, тырышып донья көтөүе, шул уҡ ваҡытта уратып алған мөхиткә битараф ҡалмауы, инициативалы булыуы «Юлдаш» радиоһында донъя күргән «Атайсал» тапшырыуының һәр сығарылышында телгә алына.

Әгәр ҙә бөгөн урындарҙа ошондай әүҙем, маҡсатлылар булмаһа, ауылдың киләсәген күҙаллауы ҡыйын булыр ине. Мәҫәлән, яңыраҡ ғәзиз тыуған еренең яҙмышына, тәбиғәтенә битараф булмаған кешеләр «Таҙа Һаҡмар» акцияһын иғлан итте. Уның ярҙамында төбәктә урынлашҡан йылға-күлдәр буйы, тәбиғи һәйкәлдәр урыны тәртипкә килтерелә, кешеләрҙең тирә-яҡ мөхиткә ҡарата уяулығы, гражданлыҡ позицияһы арта. «Атайсал»дың сираттағы сығарылышы «Таҙа Һаҡмар» акцияһы хаҡында һөйләһә, ауыл ерендәге тырыш кешеләрҙең яҙмышы тураһында бәйән уның киләһендә буласаҡ. Үрге Яйыҡбай ауылында эшҡыуарлыҡтың ниндәй төрө менән генә шөғөлләнмәйҙәр. Йәшәйем, тырышайым тигәндәргә йүне лә, юлы ла сығып тора. Мәҫәлән, ауылда һарыҡ йөнө ҡабул итеп, быйма баҫыу, күпләп мал аҫрап, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеп һатыу кәсебе кире ҡайтты. Ауыл айыҡ тормош юлына баҫа. Бөгөн Баймаҡ райо­нында урындағы кибеттәрҙә спиртлы эсемлектәр һатыуға юл ҡуймаған ауылдар бихисап. Бер ғаилә һымаҡ йәшәгән халыҡтың проблемалары ла бар, әлбиттә. Бөгөн ауыл ерендә юғары калификациялы белгестәр етмәй. Эшсе һөнәрҙәргә, механизатор, тракторсы, хатта мал көтөүгә йәлеп итеү өсөн дә үҙ эшенә яуаплы ҡараған кешеләр талап ителә. Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында был йөктө үҙ иңенә әлеге лә баяғы ҡатын-ҡыҙ һалған. Башҡорт амазонкаһы Ил­сиә Маркина ире Илһам Билалов менән мал көтөргә сыҡты. «Атай­сал» тапшырыуының сираттағы сығарылышы ошо ғаилә хаҡында булыр.
«Юлдаш» тулҡындарында һәр шаршамбыла иртәнге 10 сәғәт 10 минутта һәм киске 7 сәғәт 35 минутта «Атайсал»ды тыңлағыҙ. Тапшырыуҙың яҙмаһы беҙҙең рәсми сайтта. Адресы yuldashfm.ru.

Гөлнур ИШБУЛАТОВА.

Сығыу ваҡыты 30-05-2017, 17:06 | Ҡаранылар: 214
|
  • "Таҙа Һаҡмар" темәстәргә күсте
  • Баймаҡ районы "Таҙа Һаҡмар" акцияһын ҡабул итте!
  • Иҡтисадсы булмаһағыҙ ҙа, уға битараф ҡалмағыҙ
  • "Юлдаш" каналының Баймаҡ студияһы һөйләй
  • Ағинәйҙәр ҙә ҡулдарына тырма алды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM