НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Самауыр янында» йыйылайыҡ

«Самауыр янында» йыйылайыҡ


«Самауыр янында» йыйылайыҡ
Был донъяла самауыр сәйенә еткән эсемлек юҡтыр, моғайын. Башҡортостанда йәшәүсе һәр бер кешенең бының менән килешеренә иманыбыҙ камил. Беҙҙең халыҡта элек-электән сәйләү йолаһы йәшәй. Сәйле табынды боронғо заман­дар­ҙа ла, беҙҙең көндәрҙә лә йәмле иткәне – матур әңгәмә. Беҙҙә сәй табынында хуш еҫле эсемлектән ауыҙ итеүселәр һөйләшеп-гәпләшеп ваҡыт үткәрә.
“Юлдаш” радиоһында төш ваҡытында эфирға сыҡҡан интерактив тапшырыу ҙа тап “Самауыр янында” тип атала. Төшкө ҡорҙа тыңлаусыларыбыҙҙы оло радиотабын артына йыйып, йәнле эфирҙа һөйләшеү ойошторабыҙ. Тормош, йәшәйеш, йәмғиәт, тәрбиә, әхлаҡ, кеше яҙмыштары, тәбиғәт, һаулыҡ, социаль мәсьәләләр – был әңгәмәләр төрлөлөгө менән айырылып тора. Тыңлаусыларыбыҙҙың улар­ҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандыра. Юлдаштарыбыҙ, теге йәки был тема буйынса фекерен белдерә, бәхәсләшә, берәү әйткәнде икенсеһе тулыландыра, хәтирәләре менән бүлешә, кәңәш бирә, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Шылтыратыуҙарҙы республика райондарынан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан, хатта сит илдәрҙән дә ҡабул итәбеҙ. Элегерәк, тапшырыу тураһында һөйләгәндә: “Инәйҙәр менән сәй эсәбеҙ”, – тип үҙ-ара шаяртып ала торғайныҡ. Сөнки әңгәмәселәребеҙҙең күбеһе өлкән быуын тыңлаусылары ине. Хәҙер иһә самауыр сәйен хужабикәләр генә түгел, эш кешеләре лә, олпат ағайҙар ҙа, йәштәр ҙә үҙ итә. Ҡайһы берҙә бәләкәстәр, мәктәп уҡыусылары менән дә аралашабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, йырлы самауыр эш-мәшәҡәттәрҙән бер аҙға ғына булһа ла айырылып ял итеү урынына әйләнде.
Яңы ижади миҙгелдә беҙ тыңлаусыларыбыҙға “Башҡортостан райондары” тип аталған проект тәҡдим иттек. Сығарылыштарҙы, төрлө районға бағышлап, ошо төбәктә тыуып үҫкәндәр менән аралашабыҙ. Төрлө өлкәлә алдынғылыҡҡа ирешкән замандаштарыбыҙ, республика райондарының тарихы, иң матур урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышабыҙ. Әлшәй, Балаҡатай, Ғафури, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Ейәнсура, Баймаҡ, Илеш, Хәйбулла, Ҡалтасы, Асҡын, Ишембай, Саҡмағош райондарына арналған сығарылыштар айырыу­са йәнле үтте. Беҙҙе тағы ла Туймазы, Шаран, Дыуан, Мәсетле, Белорет, Федоровка яҡтары көтә. Билдәле, 40 минутлыҡ тапшырыуҙа тотош район тураһында һөйләү мөмкин түгел. Шуға ла тыңлаусыларыбыҙҙың һорауы буйынса беҙ был радиосәфәрҙәрҙе артабан да ойоштороп, Башҡортостандың гүзәл райондарын ҡабат-ҡабат урарбыҙ, тип торабыҙ.
Самауыр янына ҡунаҡтар ҙа йыш килә. Билдәле йырсылар, артистар, әҙиптәр йырлы табында ҙур ихласлыҡ менән беҙҙең һәм тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. “Осрашыуҙан һуң дәртләнеп, ҡанатланып ҡайтабыҙ”, – ти улар. Был ихлас әңгәмәләр фондта һәм “Юлдаш” радиоһының рәсми сайтында һаҡлана. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов, күренекле ғалим Әхмәт Сөләймәнов менән булған әңгәмәләр баҡыйлыҡҡа күскән олуғ шәхестәребеҙҙең радиоға биргән һуңғы интервьюлары булды.
Дүшәмбенән йомаға тиклем “Самауыр” ҡайнай. Икенсе ун минутта беҙ тыңлаусыларыбыҙҙы йырлы та­бын­ға саҡырабыҙ. Тура эфир телефондары: 8 (347) 273-88-66, 273-68-47.

Сығыу ваҡыты 17-05-2017, 14:09 | Ҡаранылар: 306
|
  • “Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Программа радио "Юлдаш"
  • Әйҙәгеҙ, һабантуйға!
  • «Һабантуй – 2013» үткәреү графигы билдәле булды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM