НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һуҡмағыбыҙ ҡасан оло юлға сығыр?

Һуҡмағыбыҙ ҡасан оло юлға сығыр?


 Һуҡмағыбыҙ ҡасан оло юлға сығыр?
Диалектикала һандың сифатҡа әйләнеү законы бар. Экологияға арналған йыл быуат башынан бирле өсөнсөгә әйләнеп ҡайта.

Бәлки, уның ҡабатланып тороуы яйлап бул­һа ла аңыбыҙға экологик мәҙәниәтте һеңдерә барыр? Исемле йылда Рәсәйҙә экологик мәсьәләләр­ҙе хәл итеүгә 300 миллиард һумға яҡын аҡса тотоноласаҡ. Тормош алға барған һайын, ул проблемалар арта һәм ҡатмарлаша ғына. Әҙәм балаһына көнкүрешен, ялын, ижадын, хеҙмәт шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ, еңелерәк итергә тырышыу хас. Бер яҡтан был – прогрестың этәргес көсө. Миҙалдың икенсе яғында – шуның һөҙөмтәһе: ер, һыу, һауаның етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарынан зыян күреүе. Хәйер, алдынғы Европа илдәрендә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм яңынан ҡулланыу яйға һалына. Швецияның баш ҡалаһы Сток­гольмда йорттарҙы йылытыу өсөн яғыулыҡ һатып алынмай, ә ҡый-ҡалдыҡ ҡына тотонола. Швейцарияла, үҙҙәренең көнкүреш ҡалдыҡтарын тулыһынса эшкәртеп бөтөп, сит илдәр­ҙән һатып алыуҙы хәстәрләй­ҙәр. Беҙҙең өсөн был ғәмәлдәр әкиәт кеүек яңғырай. Хәйер, Рәсәй тураһында һүҙ йөрөтмәгәндә лә, үҙебеҙҙең республикала ла ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу тәжрибәһе бар. Ул Стәрлетамаҡта ойошторолдо, ләкин артабан закон, тәртип, система кимәленәсә үҫешә алмауы үкенесле.
Быйылғы исемле йыл айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә төп иғтибарҙы йүнәлтеүҙе күҙҙә тота. Илдә уларға ҡарата халыҡтың ҡы­ҙыҡһыныуы арта, сәбәбе – экологик туризмдың йәйелдерелеүе. Ҡур­саулыҡтарҙы үҫтереү, солоҡ ҡортон һаҡлау буйынса Башҡортос­танда ет­ди саралар планлаштырыла. Урман­дарҙы йәшәртеү, ишәйтеү ҙә – мөһим йүнәлеш. Гүзәл тәбиғәтебеҙ ҡосағында ял ойоштороу, туристарҙы йәлеп итеүҙе алдынғы индустрия кимәленә күтәреү – заманса дәүләт сәйәсәтен үткәреүҙе талап иткән өлкә. Был мәсьәләләр "Юлдаш" ра­диоһында тиҫтә йылдан ашыу "Йә­шел бишек" программаһында яҡтыртыла килде, ә быйыл "Экоһуҡмаҡ" тип аталған айлыҡ радиожурналда сағылыш таба. Экологик мәҙәниәтебеҙ, аңыбыҙ әле тар һуҡмаҡ хәлендә генә. Халыҡтың тирә-яҡ мөхит торошо, тәбиғәттең хәленә ҡағылышлы проблемаларҙы алға ҡуйыуы шул һуҡмаҡтың тиҙерәк оло юлға әйләнеренә өмөт тыуҙыра. Тапшырыуҙы айҙың һәр дүртенсе дүшәмбеһе иртәнге 11 сәғәт 15 минутта һәм киске 9-сы 15 минутта тыңлағыҙ. Яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта ла тыңларға мөмкин.
Адресы: юлдашфм.рф

Сығыу ваҡыты 3-04-2017, 16:00 | Ҡаранылар: 157
|
  • Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты
  • Объективта – экология
  • Тирә-яҡҡа һөйөү менән бағайыҡ
  • «Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ»
  • Өфө мәктәптәренә - сүп-сар өсөн яңы контейнерҙар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM