RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы тауыштар, яңы моңдар…

22.03.2017 Яңы тауыштар, яңы моңдар…

Яңы тауыштар,  яңы моңдар…
Әҙәм балаһының күңеле, булмышы йыр-моң менән һуғарылған. Күптәр тормошон ҙур сәхнә менән бәйләмәһә лә, матур йырлай, тауыштары иҫ киткес моңло. Арабыҙҙа үҙе өсөн генә йырлап йөрөгән бик һәләтле кешеләргә ҡарап, ни эшләп артист булманы икән, тип аптырайбыҙ. Иң халыҡсан радио ойоштор­ған “Юлдаш” йыры” конкурсы йәштәргә оло сәхнәгә старт булһа, өлкәндәргә йәшлек хыялдарын тормош­ҡа ашырырға ярҙам итә. Унда йыр-моңға ғашиҡ төрлө һөнәр эйәләре үҙҙәрен халыҡҡа танытыу мөмкинлеген ала. Йылдан-йыл конкурс популярлаша, проект үҫешә. Бәйгелә еңеүселәр онотолмай.
Уларҙың йырҙары радио тулҡындарында даими яңғырай. "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре уларҙың артабанғы ижади үҫешен күҙәтеп бара. Яңы йырҙарын тәҡдим итә, тапшырыуҙарға, эфирҙан тыш үткәрелгән сараларға, акцияларға саҡыра.

"Юлдаш" йыры – 2017" республика конкурсы 1 сентябрҙә старт алыу менән ҡатнашырға теләк белдереүселәр һаны бихисап йыйылды. 1 мартҡа тиклем төбәктәрҙә генә ишетелгән, һирәк яңғыраған йырҙар, үҙенсәлекле тауыштар, башҡарыу алымы менән айырылып торған һәүәҫкәр ижадсылар конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Үткән аҙнала ойоштороу комитеты икенсе турға үтеүсе кандидаттарҙы билдәләне. Күңелдәгеһен йыр-моң аша еткергән был замандаштарыбыҙҙың йырҙарын радио тыңлаусыларыбыҙ дүшәмбенән йомаға тиклем 11 сәғәт 15 минутта һәм ҡабатлап киске сәғәт 9-сы 15 минутта "Юлдаш" тулҡындарында ишетә ала. Икенсе турҙан һуң профессиональ композитор, шағир, музыкант, йырсыларҙан торған мәртәбәле жюри ябыҡ ултырышта килгән яҙмаларҙы тыңлай һәм өсөнсө турға үтеүселәрҙе һайлай. Конкурс география йәһәтенән күптән Башҡортостан сигенән сығып китте. Быйыл да Рәсәй ҡалаларынан, алыҫ себер тарафтарынан, Татарстандан, республиканың төрлө төбәгенән килгән һәләтле ҡатнашыусылар менән осрашырбыҙ. Ярыш булғас, уның еңеүсеһе лә билдәләнә, йәғни өсөнсө турҙа гала-концертта һығымталар яһала, тамашасыларға халыҡ араһынан сыҡҡан моңло йырсыларҙың концерты тәҡдим ителә. Был турға үткән ҡатна­шыу­сылар­ға оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, яңы йырҙар яҙҙырыла. Конкурс, һәүәҫкәр ижадсыларға иғтибар менән бергә, халыҡ ижадына, тамырҙарыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уята. Билдәле булыу, хыялдарыңды тормошҡа ашырыу өсөн бер ҡасан да һуң түгеллеген дәлилләй.
С. Рамазанова.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы