НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Пирамида кеүек күп ҡырлы

Пирамида кеүек күп ҡырлы


Пирамида кеүек күп ҡырлы
Пирамиданы һәр кем күҙ алдына килтерәлер. Юҡ-юҡ, Мысырға тартмай әле күңел. Миҫал өсөн генә. Пирамиданы бер яғынан тороп ҡараһаҡ, нимә күрәбеҙ?

Әлбиттә, өсмөйөш. Ә туп-тура, өҫтөнән? Шаҡмаҡ, квадрат, тиерһегеҙ. Дөрөҫ тә һымаҡ, тик пирамида тигәндәренең шаҡмаҡ та, өсмөйөш тә түгел икәнлеген беләбеҙ. Тимәк, реаль картинаны күҙ алдына баҫтырыу өсөн ана шул пирамиданы бер тапҡыр булһа ла әйләнеп сығырға кәрәк. Тормошта ла шулай бит. Ниндәй ҙә булһа яңылыҡ йә хәл-ваҡиғаны тәүҙә хис менән ҡабул итәбеҙ. Ул мөһим булмаһа, онотола, башҡаһы инде, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң ҡабат-ҡабат уйға һалып, бөтөнләй икенсе төрлөрәк булып тойола. “Юлдаш” радиоһында һәр йәкшәмбе эфирға сығып килгән “Даирә” аналитик тапшырыуы ла алда яҙылғандарға ауаздаш, йәмғиәтебеҙ тормошондағы ваҡиғалар­ҙың иң мөһимдәрен барлап, анализлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Осон, олонон ғына түгел, тамырын да күрергә тырыша программаны әҙерләүселәр. Сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт, спорт... Тормошобоҙға йоғонто яһағандары, биҙәктәр өҫтәгәне, үксәләге сөйәл һымаҡ баҫҡан һайын ауыртҡандары... Төрлөһө бар ваҡиғаларҙың. Төп иғтибар йәмғиәтебеҙҙе борсоған, халыҡҡа яҡыныраҡ булған тема­ларға бирелә.
...Бер малай йыйып барған аҡсаһына туңдырма һатып алған, уны тәмләп тә өлгөрмәгән, икенсеһе, көслөрәге, тартып алып ашаған. Ғәҙелме? Юҡ, ғәҙел түгел, тиер күптәр. Ә туңдырманы тартып алған малай көн дә турникта тартылған, тәнен нығытҡан. Талап алыуҙан да тартынмай. Тәрбиәһе шундай. Уның үҙ дөрөҫлөгө. Уныңса, шулай ғәҙел. Көсһөҙ малай үҙен яҡлай алмағанға үҙе ғәйепле. Быны ла дөрөҫ, ғәҙел тиергә мөмкин... Йәмғиәтебеҙҙәге һәр ваҡиғаны төрлө яҡлап баһалап була. Бында ла ҡараштарҙың төрлө булыуы мөмкин. Ана шул яғы – пирамида һымаҡ күп ҡырлылығы менән мауыҡтырғыс ул беҙҙең “Даирә”. Аҙна ваҡиғалары, уларға беҙҙең баһаны һәр йәкшәмбелә, байрам көндәренән тыш, “Юлдаш” тулҡындарында иртәнге сәғәт 11-ҙә һәм киске сәғәт 9-ҙа тыңлағыҙ.

Илнар ӘХМӘТГӘРӘЕВ.

Сығыу ваҡыты 28-02-2017, 08:30 | Ҡаранылар: 196
|
  • “Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә
  • Яңылыҡ иҫке һуҡмаҡты тапамай
  • Хәбәрсенең һәр эш көнө – яңы тормош бите
  • ӘЛЛӘ БУЛДЫ, ӘЛЛӘ БУЛМАНЫ…
  • Уңыш хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM