НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Юлдаш» йыры – 2017» яңы йырсыларҙы көтә

«Юлдаш» йыры – 2017» яңы йырсыларҙы көтә


 «Юлдаш» йыры – 2017» яңы йырсыларҙы көтә
«Юлдаш» йыры» баштан уҡ ҡатнашыусыларының үҙенсәлекле, күп яҡлы булыуҙары менән йәлеп итте. Теш табибы Нәғим Ғәлин, Тольяттиҙан инженер Хәтижә Ғиниәтова, зоотехник Фәрит Йосопов, төҙөүсе Дилбәр Нурғәлиев ҡына ни тора! Тағы ла инженерҙар, эшҡыуарҙар, балта оҫталары, уҡытыусылар, ашнаҡсылар, спортсылар, юристар һ.б. Улар тәүге аҙымдарын тап «Юлдаш» йыры»нда яһап, ҡанат нығытты.

Беренсе йылда Рәфис Сирусин йәнле тауыш менән сығып, башҡорт халыҡ йырын һуҙғандан һуң, зал бер нисә минутҡа тын ҡалды. Икенсе йыл уҡытыусыһы Динар Ласынов килеп етте һәм гран-при алды. Бөгөн моңло йырҙары менән әсир иткән Фәнис Сирбаевты еңгәһе тәҡдим итте. «Үҙе һәләтен бер ҙә күрһәтмәй, билдәлелек артынан йөрөй торған кеше түгел, ҡыҙыҡ өсөн генә тыңлап ҡарағыҙ инде», – тип үтенде. Тәүҙә беҙ шаҡ ҡаттыҡ, унан – жюри. Барыһының да һүҙе бер булды: был талант элек ҡайҙа йөрөгән? Илдар Жамаловтың ағаһы шылтыратты: ҡусты йырлай, тик баҙнатһыҙ. Шул уҡ йылда беренсе урын алып, Учалыға ҡайтып китте, бөгөн яңғыҙ концерттар бирә. Фәнис тә йылына ике-өс яңы йыр ебәрә, һәр йыры юғары кимәлдә, халыҡсан. Быйыл шиғырҙар китабы ла донъя күрҙе. Һүҙҙәрен үҙе яҙһа, көйө башлыса Вилүр Мәүлитовтыҡы. Конкурста Муса Смаков, Нәсип Һаҡмаров йырҙары, башҡалар, тапалмаған автор йырҙары, ҡатнашыусылар үҙҙәре ижад иткән үҙенсәлекле композициялар яңғырай. Шуғалыр ҙа концерт залдары тулы була. «Яңы йырсыларҙы, халыҡсан йырҙар тыңлап, кинәнеп ҡайтабыҙ», – тип килә тамашасы. Ә ҡатнашыусылар кимәле йылдан-йыл үҫә бара. Тамашасы ҡыуана, уларҙы һайлаған жюри ҡыуана, беҙ ҡыуанабыҙ. Проекттың тағы бер көслө яғы: беҙ лауреаттарға ҡанат ҡуябыҙ һәм ирекле ижадҡа осорабыҙ. Талаптар юғары, әммә һәләтлеләрҙең йырҙарын яҙҙырырға булышлыҡ итәбеҙ. Голливуд күлдәктәрен талап итеп яфаламайбыҙ, үҙебеҙ матур кейенеү буйынса ярҙам күрһәтәбеҙ. Улар беҙҙең ғаилә ағзаһына, коллективтың бер өлөшөнә әйләнә. Әҙерлек мәшәҡәттәре, юл сығымдары, күнекмәләр, интервьюлар, тулҡынланыуҙар яйлап артта ҡала. Иң мөһиме, ҡатнашыусыларҙың күбеһе: «Ниһайәт, мин дә йырланым, ҙур сәхнәгә сыҡтым, нисәмә йылдар күңелемдә ят­ҡан, йөрәгемдә йәшәгән хыялымды тормош­ҡа ашырҙым», – тип шатлана. Иң мөһиме, «Юл­даш» йыры»нан һуң улар өсөн тормоштарының яңы осоро башлана. Үҙеңде табыуҙан да әһәмиәтлерәк нимә бар?! Конкурста ҡатна­шыу­сыларҙың үҙҙәренән һуң килеүселәргә теләге бер: «Ҡыйыуыраҡ булығыҙ!». Әйткәндәй, «Юлдаш» йыры – 2017» үҙ ишектәрен асты. Ҡыйыуыраҡ булығыҙ! Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел!

Гүзәл СИТДИҠОВА

Сығыу ваҡыты 20-02-2017, 14:13 | Ҡаранылар: 704
|
  • Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел
  • Бөртөкләп йыйыла алтын
  • Теләктәрҙән хыялдарға тик бер аҙым – “Юлдаш” менән
  • Киләсәккә йыр менән
  • «Юлдаш» йыры» таланттар аса
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM