НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Халҡыбыҙҙың аҫыл йыр мираҫын еткереүсе “Хазина”

Халҡыбыҙҙың аҫыл йыр мираҫын еткереүсе “Хазина”


Халҡыбыҙҙың  аҫыл йыр мираҫын еткереүсе “Хазина”
Тәүлек әйләнәһе эшләгән “Юлдаш”тың эфир йөкмәткеһенең күп өлөшөн төрлө йүнәлештәге йыр-моң биләй. Заманса тел менән әйткәндә, музыкаль контенттың үҙенсәлеге уның төрлөлөгө менән билдәләнә. Халыҡ йырҙары ла, классик һәм инструменталь көйҙәр ҙә, йәштәр зауығына тура килгән рок һәм поп, дискотека музыкаһы, заманса стилдәге йырҙар, урта быуын күңеленә яҡын ретро көй-моңдар ҙа бар. Бөгөн һүҙ халыҡ йырҙары тураһында.

…Мәшһүр “Урал”да – халҡыбыҙҙың илһөйәрлек фиҙакәрлеге, “Сәлимәкәй”ҙә – ҡатын-ҡыҙ матурлығы, “Азамат”та – ил терәге булған ҡаһарман ир-егет яҙмышы… Иң оло рухи-мәҙәни мираҫыбыҙҙы тәшкил иткән, халҡыбыҙҙың күңел байлығын көҙгөләгеләй сағылдыр­ған, кисергән-күргәнен мәңгеләштергән, тарихи хәтерен һаҡлаған, тормош тәжрибәһен, көнитмеш фәлсәфәһен уҡмаштырған башҡорт халыҡ йырҙары “Юлдаш” тулҡындарында туҡтамай яңғырауына – айырым иғтибар. Ауыр тетрәнеүҙәрҙән йөрәктәрен иңрәтеп тә, ғәзиз ер-илдәренә һоҡланыуҙан әҫәрләнеп тә, саф мөхәббәттән ҡанатланып та тыуған йырҙарыбыҙ ижад ителгәндән бирле бер нисә быуат саллан­ған, тормош сылбырында әллә нисә тиҫтә быуын алмашынған. Әммә уларҙың ҡиммәте бер заманда ла кәмемәй. “Юлдаш” каналы – башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен, моң хазинаһындағы йырҙарын пропагандалаусы ла, ҙур фондҡа туплап һаҡлаусы ла. Бында һәр шәмбе иртәнге ун сәғәт егерме минутта һәм киске һигеҙенсе ун биш минутта башҡорт халыҡ йырҙарына арналған “Хазина” тапшырыуы сыға. Алып барыусыһы Урал Ниғмәтуллин халҡыбыҙҙың йыр мираҫы гәүһәр­ҙәренең тарихы, ижад ителеү шарттары, һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар, исемдәре йырҙарға инеп киткән шәхестәр хаҡында бәйән итә. Халыҡта борон-борондан йырҙы башҡарыу алдынан уның тарихын һөйләү йолаһы булған. “Юлдаш” йолаларға тоғро, хазинаға тиң ынйыларҙы йыйып халыҡ күңеленә һала бара. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта ла таба алаһығыҙ. Адресы – yuldashfm.ru

Сығыу ваҡыты 6-02-2017, 12:10 | Ҡаранылар: 259
|
  • Марсель йырлай башҡорт йырҙарын
  • Йәш "Юлдаш"тарыбыҙ күңеленә һалынған "Күпер"
  • Халыҡ, ил тарихы – киләсәккә изге аманат
  • Халҡыбыҙ ижадын мәңгеләштереүсе
  • «Юлдаш+» музыка каналы үҙ тыңлаусыларын көтә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM