RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Юлдаш” килен төшөрә

02.02.2017 “Юлдаш” килен төшөрә

“Юлдаш” килен төшөрә“Юлдаш” радиоһында әлегә тиклем ишетелмәгән һәм күрелмәгән ваҡиға – беҙ килен төшөрәбеҙ! Геройҙарыбыҙ – Лира һәм Азат. Улар бер-береһен бала саҡтан яҡшы белә. Икеһенең дә олатай-өләсәйҙәре Мәләүез районының Аптраҡ ауылында йәшәй. Улар янына ял итергә ҡайтып йөрөгән йәштәр дуҫлашып китә, дуҫлыҡ хистәре оло мөхәббәткә әүерелә. Күмертау ҡалаһы ҡыҙы Лира Мөҡсимова әле Өфө авиация техник университеты студенты, 4-се курста белем ала. Мәләүез егете Азат Һөйәрғолов иһә “Газпромнефте­химсалауат” ойошмаһында машинист булып эшләй. Йәштәрҙең яратҡан шөғөлдәре, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары күп. Шул иҫәптән улар радио тыңларға ла ярата. Шуға ла Азат яратҡан радиоһы үткәргән концертта һөйгәненә өйләнешергә тәҡдим яһарға була ла инде. Былтыр үткән “ЮлдашХит” концертында уның сәхнәнән әйтелгән: “Лира, мин киләсәк тормошомдо һинең менән бәйләргә теләйем. Миңә кейәүгә сығырға ризаһыңмы?” – тигән һүҙҙәре бар тамашасыны аптыратты ла, һоҡландырҙы ла. Һәр хәлдә, концертҡа килеүселәр егеттең ҡыйыулығын, кейәүгә сығыу тәҡдименең үҙенсәлекле булыуын баһаланы. Лира ла бындай тәҡдимдән баш тарта алманы. Ғашиҡтар көнөндә “Юлдаш” ра­диоһы тура эфирҙа уларҙы ҡауыштырырға һәм туй үткәрергә ниәтләй. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Юлдаш” радиоһының асыҡ төркөмөндә Азаттың Лираға тәҡдим яһаған мәлен мәңгеләштергән видеояҙма 7 мең “лайк” йыйһа, тура эфирҙа йәш­тәр­ҙе өйләндерәсәкбеҙ. Йәштәргә бәхет теләп, уларға “лайк”тар ҡуйығыҙ. Тулы мәғлүмәт “Юлдаш” радиоһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендә.

Гүзәл ЗАРИПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы