RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел

13.12.2016 Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел

Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел
йәки “Юлдаш” йыры” конкурсы ҙур майҙанға саҡыра

Тормошто йыр-моңһоҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул – күңелебеҙҙә, булмышыбыҙҙа, тәбиғәтебеҙҙә. Күптәр, тормошон ҙур сәхнә менән бәйләмәһә лә, матур йырлай, тауыштары иҫ киткес моңло, әммә улар, ғәҙәттә, баҙнатһыҙ була, хыялын күңел түренә йәшерә лә, йәшәй бирә.
Шундай замандаштарыбыҙға "Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ҙур хыялын тормошҡа ашырыр­ға ярҙам итә, һәүәҫкәрҙәрҙе ҙур майҙанға алып сыға, өр-яңы исемдәр аса. Бының өсөн "Юлдаш" йыры" асыҡ республика конкурсына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыу­сылар­ҙы билдәләгән "Юлдаш" йыры – 2017" бәйгеһе йәй көнө үк старт алғайны. Маҡсаты – һәләтле үҙешмәкәр йырсыларҙы халыҡҡа сығарыу, башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу, композиторҙар һәм йырҙар автор­ҙарының эшмәкәрлеген пропагандалау, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү.
Конкурсҡа Башҡортостан Республикаһынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән башҡорт һәм татар телдәрендә йырлаған 16 йәштән 60 йәшкә тиклемге һәүәҫкәрҙәр, шулай уҡ ҡатнашыусылар башҡарыуында үҙ яҙмаларын тәҡдим иткән йыр авторҙары саҡырыла.
Бәйге өс этапта бара. Тәүге тур – 1 сентябрҙән 1 март­ҡа тиклем, икенсеһе – 1 апрелдән 1 июнгәсә, өсөнсө тур сентябрь, октябрь айҙарында үтә. Унда ҡатнашыу өсөн:
ирекле яҙылған анкета-ғариза;
өс әҫәрҙең фонограммаһы (башҡорт халыҡ йыры, патриотик рухлы әҫәр һәм үҙегеҙ һайлаған йыр) тәҡдим ителә.
Беренсе турҙа ойоштороу комитеты икенсе турға үтеүсе кандидаттарҙы билдәләй. Уның һөҙөмтәһе буйынса рәсми жюри ябыҡ ултырышта икенсе турға тәҡдим ителгән яҙмаларҙы тыңлай, ә өсөнсө турҙа һығымталар яһала һәм еңеүселәр ҡатнашлығында гала-концерт уҙғарыла. Өсөнсө турға үтеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
Ойоштороу комитеты ҡарары менән үҙ яҙмалары булмаған башҡарыусыларға "Башҡортостан" дәүләт телерадиостудияһында түләүле нигеҙҙә йыр яҙҙырыу мөмкинлеге бирелә.
Бәйләнеш өсөн телефондар:
(347) 246-81-03, 273-40-87, 295-98-79.
Адрес: 450076, Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1,
"Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы.
Электрон адреc: yuldash.2017@yandex.ru
Йыр-моңға ғашиҡтар, һеҙҙе ижад бәйгеһендә көтәбеҙ. Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел!










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы