НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Махсус репортаж”

“Махсус репортаж”


“Махсус репортаж”“Бына һеҙ кем, журналисмы? Яҙаһығыҙ. Интервью алаһығыҙ. Ә минең ундай һәләтем юҡ. Мин – бур. Һәм мин дә үҙ эшемдә оҫта, талант. Төрмә – минең икенсе өйөм. Инәм дә сығам, инәм дә сығам…”
Енәйәтсе-рецидивист менән асыҡ һөйләшеү. Тапшы­рыуҙы тыңлаусылар уны хәтерләйҙер. Кеҫә бурҙарын то­тоу­ҙа ҡатнашҡаныбыҙҙы, хатта ҡулынан эләктереп, үҙен стенаға терәп ҡуйыуыбыҙҙы һөйләгәйнек инде һеҙгә. Беҙгә травматиканан атып ҡасҡан енәйәтсене ҡыуа төшөүебеҙҙе лә, хәйер һорауҙы бизнесҡа әйләндергән мафия хаҡында ла… Күп ул темалар. Негатив, тиһегеҙме? Юҡ, ысын тормош. Дәлилдәр. Журналист эҙләнеүе. Социаль-ижтимағи проблемалар. Бөгөн беҙгә нимә кәрәк? Ғәҙеллек. Биҙәлмәгән, бөҙрәләтелмәгән ваҡиғалар. Уларҙы асыҡлау юлы.
"Ул насар компания менән буталма, улым". "Мин ул компанияны үҙем ойошторҙом, әсәй…" – тигәндәй, был ваҡиғалар артында – кеше яҙмыштары. Сөнки аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип кенә күрһәтеп, өҫтән-мөҫтән генә йөрөп, ниндәйҙер һығымта яһау юҡ. Тәрән аналитика: ни өсөн ундай юлға баҫҡан? Сәбәптәре ҡайҙа? Яһалмалыҡ юҡ. Дан-шөһрәт йырлау юҡ. Хәйер, үткән тапшырыуҙа кинәйәләп йырланыҡ та инде төрлө тренинг менән кеше башын бутаусылар, аҡса эшләүселәр хаҡында. Халыҡ афе­ристар­ҙы белергә тейеш. Унан алда мәктәптәрҙә аҡса йыйыу тураһында һүҙ барҙы. Геройыбыҙ, биш бала атаһы, асығын тура һалдырҙы: хатта, прокуратура килә, тигән хәбәрҙән һуң бер аҙ йыймай торһалар ҙа, аҙаҡ ике хаҡын сығарып аласаҡтар. Ә иҙән йыуыусыға ата-әсәләр айырым түләргә тейеш. Таҙа йыуһын өсөн!!! Бындай етешһеҙлектәргә нисек күҙ йоморға?! Беҙ бының өсөн Пуаро ла, Шерлок та, мисс Марпл да булырға әҙер.
Адреналин менән эндорфиндар сиктәш урын ул "Махсус репортаж". Мотлаҡ контрастар. Аҙыраҡ ыңғай, аҙыраҡ негатив һәм тулы ысынбарлыҡ. Был аҙналағы "Махсус репортаж"да ла шул ысынбарлыҡ – һүгенеү темаһы. Йәнә лә әлеге шайтан кеүек: барыһы ла уның бар икәнен белә, әммә һирәктәр генә күрә, тигәндәй, күптәр һүгенеүҙән баш тартмай, тик был хаҡта асыҡтан-асыҡ һөйләргә генә теләмәй. Әммә һүгенеүсе герой­ҙарҙы һәм уларға контрҙа тороусыларҙы тапмаһаҡ, "Махсус репортаж" булмаҫ ине. 26 ноябрҙә, шәмбелә, 11 сәғәт 15 минутта һәм киске сәғәт 9-сы 15 минутта эфирҙа – "Махсус репортаж". Гүзәл Ситдиҡованың автор программаһы. Тыңлағыҙ, ҡушылығыҙ, темалар тәҡдим итегеҙ.

Сығыу ваҡыты 2-12-2016, 11:30 | Ҡаранылар: 390
|
  • “Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә
  • Был ҡырағай бала нисек журналист булып китте һуң?
  • Стәрлетамаҡ халҡы туңырмы икән?
  • Аһ, был файҙалы ла, файҙаһыҙ ҙа интернет!..
  • Һеҙгә хәйерселәр мөрәжәғәт итһә, ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM