НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Иҡтисад һәм донъя» йәки ялҡау бесәй булмайыҡ

«Иҡтисад һәм донъя» йәки ялҡау бесәй булмайыҡ


«Иҡтисад һәм донъя» йәки ялҡау бесәй булмайыҡ
Иҡтисад – боронғо грек һүҙе. Мәғәнәһен беҙҙеңсәгә әйләндергәндә, «йорт хужалығын алып барыу» төшөнсәһен бирә. Хәҙерге заманда иҡтисадты башлыса аҡса менән бәйләп ҡарау ғәҙәткә ингән. Ә дөйөм алғанда, уның төп функцияһы – халыҡтың тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн кәрәк булған уңайлыҡтарҙы булдырыу. Сөнки иҡтисадһыҙ йәмғиәттең үҫешмәүе барыбыҙға ла яҡшы мәғлүм. Ана шулай ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта бик ябай ғына аңлатыр­ға мөмкин «Иҡтисад һәм донъя» тапшырыуының асылын. Берәүҙәр ауыл хужалығы өлкәһендә бәхетен һынап ҡарай: мал үрсетеп, ер эшкәртеп аҡса табырға өйрәнә. Икенселәре – төҙөлөштә, өсөнсөләре – интеллектуаль бизнеста, дүртенселәре башҡа йүнәлеш таба.
Кескәйҙәр өсөн бесәй тураһында шиғырҙан өҙөк иҫкә төштө:
Килтерегеҙ сысҡан, ти, ҡайҙа һуң ул ҡасҡан, ти.
Килтерегеҙ хәҙер, ти, мин тоторға әҙер, ти.
Ана шул ялҡау бесәй һымаҡ ятмаған осраҡта ғына йорт хужалығы менән идара итеп, үҙеңде, ғаиләңде ҡарарға, йәмғиәттә башҡаларҙан кәм-хур булмай йәшәргә мөмкин. Тапшырыу геройҙары – миллионер олаталарынан мираҫ алып ҡалғандар түгел, һәр кем үҙ көсө, үҙ аҡылы, тырышлығы менән донъя малын ишәйтергә өлгәшеүселәр. Тапшырыуҙың маҡсаты ла шул – ошондай кешеләрҙе өлгө итеп күрһәтеү, башҡаларҙа: «Ул эшләй алған минең ҡулдан килмәйме ни?!» – тигән сәм уятыу. Ыңғай фекер-ҡараштар ыңғай кәйеф тыуҙыра. Тыңлаусыларыбыҙ араһынан сәмле егеттәрҙе яңы эшкә тотонорға йөрьәт иттереүгә өлгәшелә икән, насар түгел бит. Тик бер иҫкәрмә: Мостай Кәримдең «Өс таған»ында әйтелгәнсә, тура эште кәкре ҡул менән эшләмәйҙәр, йәғни берүк көмөшкә, «фанфурик»тар һатмағыҙ. Ҡырын юлда байып булмай...
Һәр кесе йомала 11 сәғәт 15 минутта һәм ҡабатлап киске 9-сы 15 минутта «Юлдаш» радиоһында «Иҡтисад һәм донъя» тапшырыуы сыға. Микрофон алдында – авторы Байтулла Фәтҡуллин.

Сығыу ваҡыты 18-11-2016, 14:20 | Ҡаранылар: 458
|
  • “Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә
  • “Атайым тураһында һөйләгеҙ”
  • Мәҙәктәр
  • Хеҙмәттәшлекте нисек арттырырға?
  • Башыңды эшләт!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM