НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә

“Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә


“Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә
1 сентябрь. Салт аяҙ, матур кис. Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан. “Сәләм, студент!” байрамы. Алып барыусыларыбыҙ һәм эстрада “йондоҙҙары” ҡатнашлығында сағыу тамаша, күңелле уйындар, матур бүләктәр. Иҫегеҙгә төштөмө хәҙер? Эйе-эйе, эфирҙың яңы миҙгелен меңдәрсә тыңлаусыһын йыйып, өфөләргә ҙур байрам ойоштороп асыу – “Юлдаш” өсөн хәҙер изге йола. Ике ваҡиғаны тура килтереп, йырҙар тыңлап, рәхәтләнеп аралашып, халыҡҡа матур ял бүләк итеп, “Беҙ – бергә!” тигән девизыбыҙға тоғролоҡто тағы бер раҫланыҡ.
Радиобыҙҙың төп йүнәлеше үҙгәреш кисермәне. Йәғни “Юлдаш” элеккесә мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы булып ҡала. Шулай ҙа тапшырыуҙар теҙмәһендә яңылыҡтар байтаҡ. Эфирҙы, ғәҙәттәгесә, өс сәғәтлек “Иртәнсәккәй тороп” күңел асыу программаһы башлай. Төп маҡсаты – юлдаштарыбыҙҙы яңы көнгә, яҡшы кәйефкә көйләү. Унан ҡайһы бер рубрикалар төшөп ҡалһа, “Телһөйәр”, “Сәләмәт булайыҡ”, “Бөгөн модала”, “Беҙҙең кино”, “Иртәнге аш”, “Ба­ла­лар һөйләй” кеүек яңылары килде. “Китап донъяһы”, айырым программа форматына күсеп, “Атайсал”, “Тормош сифаты”, “Иҡтисад һәм донъя”, “Иман” кеүек үҙ урындарын ышаныслы тотҡан тапшырыуҙар һыҙатына баҫты. Күптәрҙең радионы ил-донъя хәлдәре тураһында хәбәрҙар булыу өсөн тыңлауы сер түгел. Беҙҙең эфирҙа яңылыҡтар һәр сәғәт башында яңғырай, киске һигеҙҙә – йомғаҡлау сығарылышы.
Тыңлаусылар көндөҙгө сәғәт бер тулыр алдынан һәм киске туғыҙ тулыр алдынан ҡыҫҡа ғына, әммә файҙалы мәғлүмәткә эйә рубрикаларға ла иғтибар иткәндер. “Минең Башҡортостаным”, “Башҡортостан – дуҫлыҡ иле” тип аталғандарын “Исемдәр” тупланмаһы дауам итә. Һәм артабан шулай яңынан-яңы ҡыҙыҡлы теҙмәләр алмашынып торасаҡ.
Көндөҙгө икенсе ун минутта – төшкө ял, йәнле аралашыу ваҡыты. Эш көндәрендә тыңлаусыларыбыҙҙы “Самауыр янында”, шәмбе-йәкшәмбелә “Ял итәйек бергәләп” тапшырыуҙарында көтәбеҙ.
“Асыҡ студия” программаһы, һәр саҡтағыса, көнүҙәк ижтимағи-сәйәси һәм социаль мәсьәләләргә бәйле һөйләшеүгә ҡорола. Ул эш көндәре киске сәғәт 7-се 15 минутта тура эфирҙа бара.
Дүшәмбе-кесе йомала сыҡҡан “Инглизәр” үҙен тиҙ танытты. Сит телде өйрәнергә теләүселәр уны һәр кис көтөп алғанын беләбеҙ. Ә икенсе бер сара эфирыбыҙҙы йырҙар менән байытыуға ҡағыла: кесе йома һәм шәмбелә йыр премьераларын тәҡдим итәбеҙ. Айҙың дүртенсе йәкшәмбеһенә иһә “Ике йондоҙ” тапшырыуы өҫтәлде. Төрлө өлкәлә танылыу яулаған замандаштарыбыҙ ижад, хеҙмәт, ижтимағи эшмәкәрлек хаҡында әңгәмә ҡора. Йәмғиәттәге киҫкен проблемаларҙы күтәргән “Махсус репортаж” “Юлдаш” эфирына йәнә әйләнеп ҡайтты. Программа айына бер тапҡыр шәмбелә сыға.
Бына шулай, заман заңын тойоп, көрсөккә лә бирешмәй, уңға-һулға тайшанмай, эфир тулҡындарында үҙ юлыбыҙҙы ярабыҙ.

Сығыу ваҡыты 9-11-2016, 17:14 | Ҡаранылар: 687
|
  • «Сәләм, студент!»
  • Хаттар яҙҙым ултырып...
  • Юлдаш телеканалы яңы миҙгелде башлай
  • “Юлдаш” радиоһының тапшырыуҙар программаһы (9 – 15 июнь)
  • Программа радио "Юлдаш"
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM