НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Китап донъяһы”

“Китап донъяһы”


“Китап донъяһы”
«Китапһыҙ өй – тәҙрәһеҙ бүлмә», «Китап уҡымаған әҙәм – сәскә атмаған үлән» кеүек ҡанатлы һүҙҙәрҙе халыҡ телендә йыш ишетәбеҙ.

Ысынлап та, күңелең теләгән әҫәр йәнгә рухи аҙыҡ бирә. Шуға ла үткән йыл беҙҙең каналда «Китап донъяһы» тигән рубрика асылғайны. Халыҡ һорауы бу­йынса быйыл уның күләме ҙурайтылды һәм тапшырыу айына ике тап­ҡыр сығасаҡ. Әле эфир­ҙа Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбу­латованың китаптарына күҙәтеү яһалды. Уның әҙә­би майҙанда эре аҙымдар яһауы – «Яҙы­лып бөтмәгән китап», «Янған аттар» романдары – киң ҡатлам уҡыусылар күңеленә хуш килде. Әҙәбиәтсе Гөлфирә Гә­рәева: «Бөгөнгө прозаиктарыбыҙ Т. Ғи­ниәтул­лин, Н. Мусин, Т. Ға­рипова, Ә. Әминев, Р. Камал, Г. Ғиззәтуллина һ.б. араһында Фәрзәнә Аҡбулатова – иң йәше. Әҙибәнең ижады өлгөрөп еткән, быуынға ултырған, тормошҡа ҡарашы осҡорланған, йәшәйеште фәлсәфәүи күҙлектән тороп байҡау, баһалау юғарылығына күтәрелгән мәле. Ки­ләсәктә лә милли прозабыҙ кимәлен билдәләр­ҙәй аҫыл әҫәрҙәр яҙырына өмөтөбөҙ ҙур», – тигән фекерен белдер­ҙе. Әҙибәнең күңел көмбәҙендә тарихи роман баҙлай.
Йылайыр районында йәшәп, әүҙем ижад итеүсе Зөлфирә Ҡаҙаҡ­баеваның гәлсәр күңелендә «Мәрхәмәтле бул­һын яҙмыш» тип аталған өсөнсө китабы өлгөрҙө. Уға, шулай уҡ башҡа прозаиктарҙың сағыу әҫәрҙәренә лә тиҙ арала байҡау булыр.
Шағирә Таңһылыу Ҡарамышева бер-бер артлы ике китабы менән шатландырҙы. Үҙе әйтмешләй, береһе – «Мәң­гелек сәфәр» – аҡыл менән, икенсеһе – «Көҙ йәйе» – йөрәк менән яҙылған. Ысынлап та, тәүгеһендә, исеменән үк күренеүенсә, кеше йә­ненең мәңгелеге, бәндәнең күктәрҙән бирелгән асылы тик изгелеккә, яҡшылыҡҡа ҡоролған булыуы раҫлана. Уҡыу­сылар был китаптың тормошта юғалып ҡалмаусылар, көслө рухлылар өсөн тәғәйен булыуын күреп ҡыуаныр, тигән өмөттәбеҙ. Ә «Көҙ йә­йе»ндә әбейҙәр сыуа­ғына бәрәбәр яҡты кисерештәр өҫтөнлөк итеүе, китап көтөлмәгән поэтик табыштарға ифрат бай булыуы хаҡында һөйләрбеҙ.
Шулай уҡ драматургиябыҙҙағы яңы исемдәр, әҙәби-эстетик за­уыҡ менән һуғарылған пьесалар ҙа күҙ уңында булыр.
Китап яратҡан кешене тормош ҡытыршылыҡтары, төрлө проблемалар ҡурҡытмай. Киреһенсә, сәм уята, йәшәү һуҡмаҡтарын табырға өйрәтә, еңеүгә илһамландыра. Башҡорт, рус, донъя әҙә­биәте классиктарының әҫәрҙәре хаҡында йыл әйләнәһе хәбәрҙар булырға теләһәгеҙ, «Ки­тап донъяһы»на рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Әнисә Муллағолова.

Сығыу ваҡыты 7-10-2016, 13:42 | Ҡаранылар: 486
|
  • Уҡып рәхәтләнегеҙ
  • Стәрлетамаҡтар – Өфө сәхнәһендә
  • «Мәңгелек сәфәр»
  • Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең лайыҡлы вариҫы
  • Балалар йортонда – китап туйы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM