НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Күҙ етмәгән ергә һүҙ етә

Күҙ етмәгән ергә һүҙ етә


Күҙ етмәгән ергә һүҙ етә
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» һәм «Ашҡаҙар» каналдары үҙҙәренең даими тыңлаусыларына яҡшы таныш булған күренекле публицист һәм журналист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың радио фондында һаҡланған тапшырыуҙарынан төҙөлгән аудиодиск әҙерләне. Унда авторҙың иҡтисад, сәйәсәт, социаль тормош, әхлаҡ, мәҙәниәт кеүек ғәйәт мөһим өлкәләргә ҡағылышлы йөҙҙәрсә тапшырыуының бер нисә тиҫтәһен генә индерә алдыҡ.
Ярты быуаттан күберәк ғүмерен киң мәғлүмәт сараларында эшләүгә биргән тәжрибәле журналистың ҡыҙыҡһыныу даирәһе киң. Башҡорт һәм рус телендә ижад итеү ағайыбыҙға донъялыҡтың күп мәсьәләләренә берҙәй үк тәүәккәллек менән мөрәжәғәт итергә форсат бирә. Марсель Ҡотлоғәлләмовтың яҙмалары, беренсенән, ҡәҙимге радио тыңлаусыларға республикабыҙ, ил тарихының ҡайһы бер осорҙарын хәтер­ҙә тоторға ярҙам итһә, икенсе йәһәттән, йәш ижадсылар өсөн дә оҫталыҡ әсбабы булыр һымаҡ. Күпте күргән, күпте кисергән, дәүерҙәрҙе сағыштырыу мөмкинлегенә эйә, уҡымышлы, фекерле, бай телле олпат журналистың һәр тапшырыуы мәғлүмәт сығанағы ла. Ветеран бөгөн дә сафта, ҡәләменә лә, микрофонға ла ял бирергә уйламай ҙа. Сентябрь уртаһында етмеш бишен тултырған Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның тәүге лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марсель Әҡсән улы Ҡотлоғәлләмов, әүәлгесә, «Юлдаш» һәм «Ашҡаҙар» радиоһы эфирында ҡала, телевидениела ла йыш ҡунаҡ, гәзит-журнал сәхифәләренән дә китмәй.
«...Көн иткән донъябыҙ – киң баҫыу һымаҡ. Унда төрлөһө бар. Яланда шайтан таяғы йәки бүтән ҡый-сый үҫмәһен, ер кешеләр туйыныр ризыҡ бирһен өсөн, уны һөрөргә, ашларға, бураҙнаға орлоҡ һибергә, һуғарырға – тәрбиәләргә кәрәк. Кеше күңеле, зиһене, зауығы ла шундай уҡ тәрбиәгә мохтаж». Ҡәләмгир һәм һүҙ оҫтаһының әйткәнендә хаҡлыҡ барҙыр ул…
Миләүшә ҒӘЛИЕВА.

Сығыу ваҡыты 16-09-2016, 11:55 | Ҡаранылар: 246
|
  • Иң яҡшы журналист кем булыр?
  • 2014 йылдың иң яҡшы журналистары билдәләнде
  • Ә һин “Юлдаш” һәм “Ашҡаҙар” өсөн тауышыңды бирҙеңме?!
  • Ә һин “Юлдаш” һәм “Ашҡаҙар” өсөн тауышыңды бирҙеңме?!
  • Байрамдар, иҫтәлекле көндәр, юбилейҙар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM