НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йырҙан да шәп бүләк юҡ
Медиа // 15-11-2018, 07:00


Йырҙан да шәп бүләк юҡ
Ҡәҙерле дуҫтар!
Беҙҙең халыҡҡа хис-тойғоларҙы йыр-моң аша әйтеп биреү хас. Тап йыр-моң аша күңел ҡылдарының иң нескәләрен сиртергә, йөрәктә булып та, телгә килеп етә алмағанды аңлатырға мөмкин.
"Юлдаш" радиоһы алып барыусылары көн һайын һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ғүмер байрамдары уңайынан ҡотлай, изге теләктәргә ҡушып, йырлы бүләк тә тапшыра. Көн һайын көндөҙгө сәғәт икенән өскә тиклем башҡорт телендә, дүрттән алтыға тиклем – татар телендә "Ҡәҙерле кешемә" тип аталған музыкаль ҡотлау­ҙар программаһы эфирға сыға. Ҡотлау заказдары бер ай алдан ҡабул ителә башлай.
Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡотлау­ҙы Телеүҙәккә килеп тапшыра ала. Хаттар бүлеге эш көндәрендә иртәнге сәғәт туғыҙҙан бишенсе яртыға тиклем тәнәфесһеҙ эшләй....

“Юлдаш” тәҡдим итә: “Атайсал”
Медиа // 31-10-2018, 06:00


“Юлдаш” тәҡдим итә: “Атайсал”
Йәмғиәттә кешеләр бер уй-фекерҙә, тәртиптә, бер ҡалыпта йәшәмәй, улай йәшәп тә булмай. Берәүҙәр үҙенең көсөн сәйәсәттә һынай, гел алғы һыҙыҡта булыуҙы ярата, икенселәр тыныс тормошта ябай көндәлек мәшәҡәттәр менән сабыр ғына көн күреүҙе үҙ итә. Әүҙем гражданлыҡ позицияһында тороусылар йәки, киреһенсә, миңә ҡағылмай, үҙ ҡалыбымда йәшәйем, тиеүселәр ҙә бар. “Юлдаш” радиоһындағы “Атайсал” тапшырыуы кешеләрҙең ана ошондай төркөмдәргә бүленеүен иҫәпкә алмай, һәр кемгә шәхес булараҡ ҡарауҙы хуплай....

Тапшырыуҙарҙы бергәләп әҙерләйек
Медиа // 25-10-2018, 06:00


Тапшырыуҙарҙы бергәләп әҙерләйек
Сәләм, дуҫтар! Мин – Наҙгөл Сәлихова, «Тамыр» каналының йәш хәбәрсеһе. «Юлдаш» радиоһында «Тау-тау хәбәр» тапшырыуын әҙерләп алып барам. Алып барыусы булыу ҙур хыялым ине, маҡсатыма ирешә алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен....

«Мөхәббәттән йырҙар ҡала»
Медиа // 21-10-2018, 06:00


«Мөхәббәттән йырҙар ҡала»
Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Юлдаш” радиоһында йырҙар һәм көйҙәр эфир ваҡытының 60 – 70 процентын алып тора. Ана шул йыр­ҙарҙың тарихын беләбеҙме? “Мөхәббәттән йырҙар ҡала” сығарылышы ошо һорауға яуап эҙләй....

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Юлдаш»лы кис»
Медиа // 13-10-2018, 07:30


«Юлдаш» тәҡдим итә: «Юлдаш»лы кис»
“Юлдаш” радиоһының билдәле девизы – “Беҙ бергә!” Радиобыҙ кескәй генә балаларҙан башлап, үҫмер, йәш кеше, өлкәндәр өсөн дә ҡыуаныс, йыуаныс биргән, көндәлеген биҙәгән дуҫ булыу­ҙы маҡсат итә....

Радио аша – юрист кәңәштәре
Медиа // 4-10-2018, 07:00


Радио аша – юрист  кәңәштәре
Радиобыҙ үҙ тыңлаусыһының төрлө зауығын ҡәнәғәтләндерергә тырыша. «Юлдаш»ҡа мөрәжәғәт иткән һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт ала. Берәүҙәргә яңы йыр һүҙҙәре кәрәк, икенселәренең яҡындары-туғандарының сабыйҙары тыуыу шатлығы менән уртаҡлашҡыһы, тыуған көндәре менән ҡотлағыһы килә....

"Аҡлы-ҡаралы юлдар"
Медиа // 26-09-2018, 06:00


"Аҡлы-ҡаралы юлдар"
Бер быуат элек, Башҡортостан Республикаһын төҙөү өсөн көрәш йәйелдергән башҡорт милли хәрәкәте тулҡынында төрлө атамала ваҡытлы матбуғат баҫмалары донъя күрә башлай. «Башҡорт», «Башҡорт тауышы», «Башҡорт хөкүмәтенең теле» гәзиттәре, билдәле, ғәрәп графикаһында баҫылған. Туған телдәге матбуғаттың автономия яулау идеяһы байрағы аҫтында халыҡты берләштереүҙәге әһәмиәтен милли хәрәкәт башында торған ҡаһарман йөрәкле заттарыбыҙ бик яҡшы аңлаған. Гәзит аша яңылыҡтар еткерелгән, башҡорт ғәскәре хәлдәре, Башҡорт хөкүмәте сәйәсәте аңғартылған һәм уларға ҡарата бүтән көстәр мөнәсәбәте сағылыш тапҡан. Урыҡ-һурыҡ һаҡланған ул баҫмалар – республикабыҙҙың тарихын яңыса асҡан, дөрөҫлөктө хыянатһыҙ яҡтырт­ҡан ҡиммәтле сығанаҡтар. «Аҡлы-ҡаралы юлдар» теҙмәһендә шул гәзиттәрҙә донъя күргән материалдарҙы яңғыратабыҙ икән, улар бөгөн – тәүге автономияның ҡояш нурынан түгел, ҡанға мансылған ал таңы ваҡиғаларының шаңдауы. Тәүге сығарылыштар 1917, 1918 йылдарҙағы башҡорт гәзиттәре буйынса әҙерләнде....

Егеттәрсә бәхәс, «эйе» лә «юҡ» тимәҫкә, «Сертауыш» һәм башҡаһы
Медиа // 19-09-2018, 07:00


Егеттәрсә  бәхәс, «эйе» лә «юҡ» тимәҫкә, «Сертауыш» һәм башҡаһы
Һәр миҙгелдең үҙ йыры булған кеүек, йырлы радио ла миҙгелдәр менән йәшәй. «Юлдаш»тың эфиры тулҡын булып бер өҙлөкһөҙ ағыла, шуға күрә ундағы үҙгәрештәр ҙә күҙгә, ә дөрөҫөрәге, ҡолаҡҡа артыҡ салынып бармай. Шулай ҙа, сентябрь башынан «Юлдаш» яңыса эшләй, шул иҫәптән иртәнге уятҡыс тапшырыуҙа. Алып барыусылар сафтары үҙгәрешһеҙ ҡалды, халыҡты шул уҡ Филүс, Йәмил һәм Ғәзиз уята. Яңылыҡтар иһә башлыса уйындарға һәм тапшырыу барышындағы сәхифәләргә ҡағыла. Мәҫәлән, шишәмбе көнө егеттәр «Әйтмә һүҙ» уйынында тыңлаусыларҙы иғтибар көсөн һынап ҡарарға саҡыра. Уның шарттары ябай кеүек: ни бары алып барыусылар менән бер минут аралашып, «эйе», «юҡ», «аҡ» һәм «ҡара» тигән һүҙҙәрҙе әйтмәҫкә, ымлыҡтарҙы ысҡындырмаҫҡа. Ысынында иһә, тәжрибә күрһәтеүенсә, был бер минутлыҡ әңгәмәнең аҙағына күптәр етә алмай....

"Юлдаш"та - яңы миҙгел!
Медиа // 6-09-2018, 07:00


"Юлдаш"та - яңы миҙгел!
«Ҡасан эфир тулҡындарында «Иртәнсәккәй тороп» егеттәренең тауышын ишетербеҙ? Филүс, Йәмил, Ғәзизһеҙ иртәләребеҙ күңелһеҙ…» Ошондай хәбәрҙәр беҙҙең «Бәйләнештә» селтәренә ай буйы ағылды. «Иртәнсәккәй тороп» – «Юлдаш» радиоһының иң тыңлаулы проекттарының береһе. Алып барыусыларҙың шаянлығы, һәр ситуациянан сыға белеүе, эрудицияһы, аудиторияны яҡшы тойоуы халыҡты йәлеп итә лә инде. Шуға ла ошондай хәбәрҙәрҙең йыш килеүенә бер ҙә аптырайһы түгел....

“Самауыр янында” йыйылығыҙ
Медиа // 31-07-2018, 07:00


“Самауыр янында” йыйылығыҙ
Йәй – шифалы үләндәр әҙерләү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Башҡортостанда үҫкән ҡырағай үҫемлектәрҙең ике йөҙҙән ашыуы халыҡ медицинаһында ҡулланылыуы билдәле.
Һуңғы осорҙа шифалы үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны артыуын күҙәтәбеҙ. Күптәр һатыу сәйенә ҡарағанда үлән сәйҙәрен өҫтөн күрә. Йәйен самауырҙарға ла “эш” күбәйә. Сәхрәлә туғандар, дуҫтар менән йыйылып сәй эсеүҙәр ойошторола. Йырлы самауыр ихаталағы йәки баҡсалағы өҫтәлдәргә менеп ҡунаҡлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәмле йәйҙе самауырһыҙ, хуш еҫле үлән сәйенән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Йәйҙең ошо һәм башҡа йәмдәрен татып ҡалыу теләге беҙҙең тыңлаусыларҙы радионан бер аҙ ситләштерә, әлбиттә. Әммә был “Юлдаш”ты тыңламайҙар тигәнде аңлатмай. Бары тик тура эфирға шылтыратыусылар, әңгәмәлә ҡатнашыусылар һаны ғына бер аҙ кәмей. Төш ваҡытында эфирға сыҡҡан “Самауыр янында” тапшырыуында күтәрелгән темаларға ҡарата үҙ фекерен тыңлаусыларыбыҙ яҙма рәүештә WhatsApp (әйткәндәй, уның һандары: 8-937-167-54-66) аша еткереүҙе ҡулай күрә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, студия менән элемтәгә баҡсанан, юлдан, көтөүлектән, умарталыҡтан, бесәнлектән, еләклектән дә сығалар. Тоғро дуҫтарыбыҙҙың ялда ла яратҡан радиоһынан айырылмауы ҡыуандыра. Аҙнаһына биш тапҡыр, дүшәмбенән йомаға тиклем, беҙ улар өсөн “Самауыр” ҡайнатабыҙ. Төшкө табында йәйге ял, миҙгел мәшәҡәттәре менән бәйле темалар күтәрелә, ҡунаҡтар саҡырыла. Бер үҡ ваҡытта яңы ижади миҙгелгә лә әҙерлек бара.
Сентябрҙә дуҫтарыбыҙҙы “Самауыр янында” тағы ла бер алып барыусы сәләмләйәсәк. Тапшырыу буйынса теләк-тәҡдимдәр ҡабул итәбеҙ. Электрон почта: guzelzaripova79@mail.ru. Рәхим итегеҙ.

Гүзәл ЗАРИПОВА....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM