НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡына һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡына һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте


Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡына һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте
Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов брифинг үткәрҙе. Унда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға булған һайлауҙар йомғаҡтарына фекерен белдерҙе һәм төбәк халҡына тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте.

— Республика халҡына һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтәһем килә. 3 миллион һайлаусынан 1,5 миллионы тиерлек участкаларға килде, үҙ тауыштарын бирҙе. Был, бер төркөм субъекттарҙа һайлаусыларҙың килеүе саҡ 20-30 проценттан артҡанда, бөгөнгө ысынбарлыҡта яҡшы һөҙөмтә. Ә беҙҙә 50 процентҡа яҡын, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ул, һис шикһеҙ, һайлауҙарға ысынлап та яуаплы, етди ҡараған һайлаусыларыбыҙҙың, граждандарыбыҙҙың ҡаҙанышы. Был осраҡта Башҡортостан Республикаһы өсөн ҡыҙарырға тура килмәй. Ул яҡшы, лайыҡлы һөҙөмтә.

Тауыш биреүселәрҙең 60 проценты тиерлек «Берҙәм Рәсәй»ҙе һайланы, тип билдәләне республика етәксеһе. Бынан тыш, партия 55 бер мандатлы һайлау округында тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 46-47 мандат ала.

— «Берҙәм Рәсәй»ҙән бер мандатлылар ҙа һәйбәт эшләне: халыҡты өндәне, кешеләр менән аралашты, тормоштоң нимә икәнлеген кабинеттан ғына күҙәтмәне, ә уның эсендә ҡайнаны, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Власть партияһы Башҡортостан Республикаһы парламентында алдынғылығын һаҡлап ҡала. Ул үҙенә бер төрлө тотороҡлоҡто аңлата, шул иҫәптән төрлө кимәлдәге мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 79 депутат – «Берҙәм Рәсәй», 15-е – КПРФ, етәүһе – ЛДПР, бишәүһе «Ғәҙел Рәсәй» исеменән эш алып барасаҡ.

- Мин бәләкәй партиялар өсөн дә борсолдом. «Рәсәй патриоттары», «Йәшелдәр» ҙә биш процентлыҡ сикте үтеүен теләнем. Әммә уларҙыҡы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етмәне. Шуға ҡарамаҫтан, улар парламентта буласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был сираттағы тапҡыр Башҡортостан Республикаһы үҙенең һайлау системаһында әле уҡ һайлау алды көрәшен һәм һайлауҙарҙы заманса алып барыу төрҙәренә иҫәп тотоуын билдәләй. Беҙ һайлауҙарҙа ҡатнашыу ғына түгел, унда еңеү кеүек мөмкинлектәр төрлөлөгө булған заманса биләмә статусына тағы ла нығыраҡ тап киләбеҙ. Әйткәндәй, республика етәксеһе булараҡ минең өсөн дә был бик мөһим һәм яҡшы һөҙөмтә.

Сығыу ваҡыты 11-09-2018, 16:33 | Ҡаранылар: 41
|
  • Беҙ депутаттарҙан әүҙем һәм намыҫлы эш көтәбеҙ – Рөстәм Хәмитов
  • Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» 58,39% тауыш йыя
  • Рөстәм Хәмитов: «Һайлауҙар ғәҙел, яҡшы, тыныс шарттарҙа уҙҙы»
  • Һайлауҙар ваҡытынан алда үтәсәк
  • Халыҡ сәйәси хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM