НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәге 2019 йылда республика башлығын һайлауҙа эшен дауам итә

Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәге 2019 йылда республика башлығын һайлауҙа эшен дауам итә


Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәге 2019 йылда республика башлығын һайлауҙа эшен дауам итә
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы «Башинформ» агентлығының матбуғат үҙәгендә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарға йомғаҡ яһаны. Һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеү һәм йәмәғәт матбуғат үҙәктәре ойоштороу тәжрибәһе Өфөлә 2016 йылдан ҡулланыла. Быйыл 9 сентябрҙә Йәмәғәт матбуғат үҙәге өсөнсө тапҡыр эшләне. Белгестәр Йәмәғәт матбуғат үҙәге 2019 йылда Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ла ойоштороласағын билдәләне.

«Шулай уҡ йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда артабан бөтә һайлау процесында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан йәмәғәт күҙәтеүселәре ҡатнашыуы тураһында республика законына төҙәтмә ҡабул ителергә тейеш», — тип һөйләне палата рәйесе Ольга Панчихина.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы етәксеһе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәдйәнова һүҙҙәренсә, Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге дуҫтарса мөхитте һәм «нон-стоп» режимында һөнәри эште бөтә белгестәр, политологтар, журналистар, блогерҙар һәм башҡа һайлау процесында ҡатнашыусылар билдәләне.

«Беҙгә берҙән-бер етмәгән нәмә – ул йәш быуын менән эшләү. Республиканың Йәмәғәт палатаһы 2019 йылғы һайлауҙа эште яҡшыртыу буйынса ошо һәм башҡа йүнәлештәр буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә», — тип билдәләне Ғәлиә Мөхәмәдйәнова.

Сығыу ваҡыты 11-09-2018, 16:32 | Ҡаранылар: 63
|
  • Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политологтар брифинг уҙғарҙы
  • Өфөлә Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшен башланы
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы
  • Йәмәғәт палатаһы республиканың яңырыуында ҡатнаша
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM