НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы
Новости / Рәсәй // 17-12-2011, 15:32


Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин кесе йомала унынсы тапҡыр ил граждандары менән тура телеһөйләшеү үткәрҙе. Владимир Влади­мирович был йоланы ил башлығы булған саҡта, 2001 йылдың 24 декабрендә башлап ебәргәйне, шунан һуң йыл һайын декабрҙә «Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы» тигән программа эфирға сыға....

Бил бирмәне батырҙар
Новости / Спорт // 17-12-2011, 15:00


Өфөлә үткән милли көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә беҙҙең көрәшселәр лайыҡлы еңде
Бил бирмәне  батырҙар
Көрәш – борондан йәшәп килгән алыш төрө. Иң көслө, йылғыр һәм үҙ көсөнә ышаныусан ике батырҙың бил һынашыуын ҡарарға оло майҙанға күмәк халыҡ йыйылыр булған. Әгәр тарихҡа күҙ һалһаң, башҡорттар ғына түгел, татар, ҡаҙаҡ, сыуаш, үҙбәк һәм башҡа милләт халыҡтары ла был спорт төрөн үҙ иткән. Ваҡыт үтеү менән бәйгенең абруйы һис кенә лә кәмемәй. Тормош көндән-көн нисек кенә алға бармаһын, ниндәй генә яңы уйындар һәм ярыштар барлыҡҡа килмәһен, барыбер ата-бабаларҙан ҡалған милли көрәш йәшәп килә, үҫешә һәм яңы үрҙәр яулай....

«Һеҙ йәштәр өсөн лайыҡлы өлгө»
Новости // 17-12-2011, 14:59


Республика йортонда күп бала тәрбиәләгән 60 әсәгә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Төрлө район-ҡалаларҙан килгән бүләкләнеүселәр араһында ябай хужабикәнән алып һауынсылар, хат ташыусылар, тәрбиәселәр, уҡытыусылыр, бухгалтерҙар, хатта директорға тиклем бар. Бүләк­ләнеүселәргә наградаларын һәм аҡсалата премияларын тапшырып, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов әсәләрҙең йәмғи­әттәге ролен юғары баһаланы....

Ҡышҡы ҡояш – мандариндар
Рубрикалар // 17-12-2011, 14:58


Баҙарҙың йәшелсә-емеш һатылған урынына барһаң, мандарин еҫе аңҡып тора. Етте шул, ниһайәт, килеп етте ҡыштың ҡаты һыуыҡтарында ҡояш кеүек йылытҡан тәмле мандариндар ваҡыты! Уға файҙалы булыуы менән дә, тәме менән дә ҡыуандырған хөрмә ҡушыла. Декабрҙең икенсе яртыһы башланыу менән халыҡ ҙур сумкалар тотоп баҙарға, супермаркеттарға йүнәлә. Яңы йыл байрамына алдан әҙерләнеү хәйерлерәк – ай аҙағында сауҙа нөктәләрендә алма төшөрлөк тә урын ҡалмай. Һеҙ ҙә оҙаҡламағыҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, Яңы йыл байрамы алдынан аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ныҡ ҡына күтәрелә торған. Түбәндәге таблицала хаҡтар 13 декабргә ҡарата бер килограмм аҙыҡҡа баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында бирелә.
Хаҡтар – һумда...

Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡ
Гәзиткә яҙылыу // 17-12-2011, 14:57


Бер ваҡыт әтәс ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән. Осоп сығырға көсө етеңкерәмәгән һәм, ярайһы ғына ҡысҡырып, ярҙамға саҡырған. Хужаһы ишетеп килеп сыҡҡан да, ҡошто ҡотҡарыу мөмкин түгеллеген күреп, уйға ҡалған. «Был әтәсем ҡартайып та киткәйне инде, ҡоҙоҡтоң да һыуы кәмеп бара. Әллә бер юлы ике ҡуянды тоторға − иҫке ҡоҙоғомдо күмергә лә яңыны ҡаҙырға, ҡарт әтәсемдән дә ҡотолоп, йәшерәген алырға инде?»...

Таныш булығыҙ – яңы министр
Новости / Башҡортостан // 17-12-2011, 12:42


БР Президенты Рөстәм Хәмитов Сергей Афонинды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары − БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ошоға тиклем БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһында эшләгәйне....

Ҡала хакимиәтендә үҙгәрештәр
Новости / Башҡортостан // 17-12-2011, 12:42


14 декабрҙә Өфө ҡала советы ултырышы үтте. Унда Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланыуы сәбәпле, уның вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Совет ултырышында БР Хө­күмәте Премьер-министры Азамат Илем­бәтов ҡатнашты....

Салауат Сәғитов – Премьер-министр урынбаҫары
Новости / Башҡортостан // 17-12-2011, 12:41


Салауат Сәғитов – Премьер-министр урынбаҫары
Башҡортостан Президенты Указы менән Са­лауат Сә­ғитов БР Хөкү­мәте Премь­ер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Салауат Тәлғәт улы Сәғитов 1977 йылдың 22 апрелендә Өфө ҡала­һында тыуған. 1999 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. 2010 йылдан – Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров райо­ны хакимиәте башлығы....

Округта – яңы вәкил
Новости / Рәсәй // 17-12-2011, 12:40


Округта – яңы вәкил
Рәсәй Прези­ден­ты Указы ме­нән Ми­хаил Бабич Волга буйы федераль окру­гында Пре­зи­денттың тулы хо­ҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде. Дмитрий Мед­ведев үҙенең Ука­зы менән Григорий Рапотаны, икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, был вазифанан бушатты....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 17-12-2011, 12:39


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бангладеш Халыҡ Республикаһы делегацияһы менән осрашты. Осрашыу барышында мәғариф, ауыл хужалығы тармаҡтары буйынса эшлекле бәйләнештәрҙе булдырыу һәм хеҙмәттәшлекте көйләү мәсьәләләре ҡаралды. 130 миллиондан ашыу мосолман йәшәгән был илгә беҙҙә ҙур күләмдә етештерелгән хәләл продукцияны ебәреү отошло буласаҡ....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM